03.07.2017 “Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”
“Исемең – сәскә, фамилияң – батыр.
Ямаҡай ауылында тыуһаң да,
Үҙең бигерәк матур!” – тип яҙғайны миңә шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина.
Эйе, минең исемем – Роза, фамилиям – Батыраева. 1992 йылдың 24 мартында Благовар районында донъяға ауаз һалғанмын. Мин дә, яҙ миҙгеле кеүек, төрлө яҡтан үҙемде һынап ҡарарға яратам.
Татыу, матур ғаиләлә апайҙарымдың “ҡояшыбыҙ” тип иркәләүенә, атай-әсәйемдең наҙына төрөнөп үҫтем.
Бәләкәйҙән тырышып уҡыным, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Мәктәп йылдарынан яҙышырға, ижад емештәремде гәзит-журналдарға ебәрергә яраттым. “Йәншишмә” гәзитенең яҡын дуҫы, йәш хәбәрсеһе булдым. Әле лә илһамланған саҡтарымда уй-хистәрем ҡағыҙ биттәренә шиғыр юлдары, рәсем булып төшә.
Ҙур еңеүҙәремдең береһе – Рәсәй Президенты грантын алыу, Рәсәй Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнеүем.
Урта белем алғас, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетында уҡып, 2015 йылда ҡулыма диплом алдым.
Яратҡан шөғөлөм – Латин Америкаһы бейеүҙәре һәм бешеренеү. Шуға ла йыш ҡына аш-һыу бүлмәһендә сальса, бачата бейей-бейей ни менәндер мәж килгәнемде күрергә була. Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләп йөрөгән йылдарҙа үҙем өсөн тағы ла бер шөғөл таптым – уҡ-һаҙаҡтан атыу.
Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ теләктәремде әйтеп үткем килә: тик гүзәл затҡа ғына хас сифаттарҙы онотмағыҙ