02.06.2017 «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
Айгөл Юлай ҡыҙы Ҡоҙабаева булам. 1998 йылдың 14 ғинуарында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуғанмын.
Әле бала саҡтағы хыялымды – табип булыуҙы тормошҡа ашырам. Башҡорт дәүләт медицина университетының I курсында уҡыйым.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға яратам. Мәктәптә уҡығанда “Сиҙәм” бейеү ансамблендә шөғөлләндем, “Байыҡ” телефестивалендә ҡатнаштым.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫәбеҙ. Атай-әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Киләсәктә, уҡыуымды тамамлап, халҡым өсөн кәрәкле кеше булырға хыялланам.