17.03.2017 Алһыу ҒӘҘӘМШИНА: «Киләсәгем бәхетле буласаҡ!»
Һүрәттә – Бөрйән районының Әтек ауылы һылыуы Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Ғәҙәмшина. Ул 1993 йылдың 25 декабрендә тыуған.
Алһыу баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Тырыш ҡыҙ Башҡорт медицина колледжын тамамлаған, юғары белем алыу тураһында ла хыяллана.
Эштән буш мәлендә музыка тыңларға, бәйләргә, китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата. Нимәһе ҡыҙыҡ – Алһыу Корея иле мәҙәниәтен ныҡ ярата, телен дә өйрәнә.
Иң оло хыялы – ғаилә ҡороп, матур итеп балалар үҫтереү.
Э. БУЛАТОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.