06.03.2017 Ләйсән Аҙнабаева: “Был матур донъяны күрә, һиҙә белергә кәрәк”
Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Аҙнабаева булам. 1998 йылда, яҙғы ҡояш күңелдәргә нур бүләк иткән йәмле май айының 20-се көнөндә Белорет ҡалаһында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Бер юлы ике эштә эшләргә өлгөрәм. Күңелемә яҡын булған шөғөлдәргә лә ваҡыт табам.
Бәләкәй саҡтан йыр, бейеү, шиғриәт, һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым. Модель булырға хыялландым: әсәйемдең матур күлдәктәрен, туфлиҙарын кейеп, туғандарым алдында сығыш яһай торғайным. Был хистәр әле лә һүрелмәне, Айгөл Үтәгәнова етәкселегендәге "Һомай" театр-дефилеһына йөрөйөм. Шиғырҙар яҙам, фото төшөрәм, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Спорт яратам, өс йылдан ашыу милли көрәш секцияһына йөрөп, беренсе разряд алдым.
Хыялдарым күп, атай-әсәйһеҙ ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләйем.