09.01.2017 Башҡорт ҡыҙы! Гүзәллегеңә дан йырлайбыҙ!
Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Ҡапыл әсир итә йөрәкте,
Күңел ҡылы ҡапыл зыңлап китә,
Наҙы менән өҙә үҙәкте...
(Ҡәҙим Аралбай)
“Йәшлек гүзәле – 2016” конкурсы тамам!
Төрлө хәл-ваҡиғаға бай 2016 йыл да тамамланды, яңы 2017 йылға аяҡ баҫтыҡ. Шөкөр, “Йәшлек” тә бик яҡшы тираж менән яңы дәүерҙе башланы, тимәк, уҡыусыларҙы һөйөндөрөүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Былтыр йәмғеһе 23 ҡыҙҙың фотоһүрәте гәзит биттәрендә донъя күрҙе, сайтыбыҙға, социаль селтәр төркөмдәренә һалынды. Һылыуҡайҙар ярышы тураһындағы мәғлүмәт, ғәҙәттәгесә, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гүзәле – 2016” конкурсы” төркөмөндә алып барылды. Бәйгеселәр үҙҙәренең фотоларын диуарға ҡуйҙы йәки шәхси хәбәр менән ебәрҙе.
Матурлыҡ ярышында еңеүселәрҙе һайлауы бик ауыр. Һәр бер ҡыҙ мөләйем, матур, аҡыллы, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан. Күрешеп аралашҡанда ла, аҫыл гәүһәр ташының төрлөсә емелдәүе кеүек, холоҡ-ҡиәфәттәренең яңынан-яңы һыҙаттары асыла. Иң мөһиме, был ҡыҙҙар башҡорт халҡына тап төшөрөрлөк түгел. Барыһы ла ҡыйыу, күңелдәре саф, ғорур, уңған, сәләмәт йәшәүҙе лә үҙ итәләр. Йәмәғәт эшендә әүҙемдәр, милли рухта тәрбиәләнгәндәр.
Быйылғы конкурсты йомғаҡлап, тәүҙә “Интернет” гүзәле” һайланды. Ике көн барған һорау алыуҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Баймаҡ ҡыҙы Дилә Ғөбәйҙуллина еңде. Ул 1136 тауыш йыйҙы.
Әйткәндәй, 2017 йылда конкурста ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙырға мөмкинлек (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Унан һуң фотоһүрәтле альбомдарығыҙҙы асыҡ, беҙ инеп ҡарай алырлыҡ итегеҙ. Һөйгәндәрегеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар, һүҙ көрәштереү осрағы, хатта әрләшеү-янауҙар ла булып ала.
Үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙығыҙ. Уй-хыял, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк. Ҡайҙа тыуып үҫкәнһегеҙ, белем алаһығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, хыялдарығыҙ – ошолар беҙгә ҡыҙыҡ. Яҙманы ҙур итмәгеҙ, ыҡсымлыҡ кәрәк.
Фотоға килгәндә, сифатлылары ғына ҡабул ителә. Ауыҙ ослайтып, телефон камераһы ярҙамында төшөрөлгән селфи фотолары бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән һүрәттәр ҙә ҡабул ителмәй. Был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояш яҡтыһында тәбиғәттә фотоға төшөү. “Тағы ла фотолар кәрәк, былары бармай”, – тигәнгә үпкәләмәгеҙ, һеҙ яҡшы тип уйлағандары гәзит битенә бөтөнләй бармай йәки ҡуйыуы уңайһыҙ.
“Мисс һөйкөмлөлөк” һәм
"Йәшлек" гүзәле - 2016" титулын Рузилә Иҙелбаева алды.
Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы ҡыҙы Рузилә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында 11-се класта белем ала.
– Бәхетле булыу өсөн кеше яратҡан эшен башҡарырға тейеш. Киләсәктә үҙемде табип итеп күрәм, – ти һылыуҡай. – Әле бының өсөн профилле медицина класында уҡыйым. Кешеләргә ярҙам итергә хыялланам һәм һайлаған һөнәремә тоғро булырмын, тип ышанам.
Рузилә китап уҡырға, бәйләм бәйләргә ярата. Шулай уҡ ул баш ҡалалағы башҡорт театрҙарына күп йөрөүе, сәхнәнең дәрт-илһам биреүе, күңеленә оҡшауы хаҡында ла белдерҙе.
Мисс “интернет гүзәле”
Дилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Дилә Баймаҡ районының Сосновка ауылында тыуған. Ҡыҙ әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һөнәри белем һәм мәғлүмәт технологиялары институтының 4-се курсында белем ала. Буласаҡ һөнәре – программалаусы.
– Ижади кешемен, – ти Дилә. – Мине сәхнә үҙенә ныҡ тарта, бейергә яратам. БДПУ-ның “Алтынай” вокал ансамблендә лә сығыш яһайым. Буш ваҡытта ислам дине тәғлимәттәрен өйрәнәм, кейем тегеү серҙәренә төшөнәм. Киләсәктә тыуған илемә, кешеләргә тик файҙа ғына килтерергә теләйем.
– Интернетта һайлап алыуҙа миңә Баймаҡ йәштәре берлеге һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының “Рух” йәштәр берлеге, дуҫтарым, туғандарым ярҙам итте. Барыһына ла рәхмәт белдерәм!
“Мисс саялыҡ”
Юлиә ЕЙӘНБАЕВА
Юлиә Өфө районының Таптыков ауылында 1996 йылдың 9 сентябрендә тыуған. Әле ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының юридик колледжында белем ала.
– Ныҡ ғәҙеллек яҡлымын, – ти ул үҙе тураһында. Киләсәктә хоҡуҡ һәм юриспруденция өлкәһендә эшләргә, юридик хеҙмәт күрһәткән эш асырға теләйем.
Юлиә буш ваҡытта бейергә, бешеренергә, машина-мотоциклда йөрөргә, китап уҡырға ярата. “Психология фәнен өйрәнәм, махсус китаптар уҡыйым. Кешеләр менән аралашыу, уларҙың холоҡ-ҡылыҡтарын өйрәнеү оҡшай. Киләсәктә һөнәремдә был тик файҙа килтерер”, – ти һылыуҡай.
“Мисс серлелек”
Залина МЫРҘАҒОЛОВА
Учалы ҡалаһынанмын, ләкин Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙымын, тип үҙе менән таныштырҙы Залина. Әлеге ваҡытта ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 4-се курста белем ала.
– Инглиз, ғәрәп телдәрен һәм Башҡортостаныбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәм, – ти ул. – Бәләкәйҙән сәйәхәт итергә яратам. Юлда китеп барғанда, атай-әсәйем мине гел йырлата торғайны. Шунда ла, бәлки, йырға һөйөү тыуғандыр ҙа, тауышым да шул ваҡытта асылғандыр, тип уйлайым.
Әлеге ваҡытта төрлө проектта әүҙем ҡатнашам, бер нисәүһенә үҙем дә башланғыс бирҙем. Шуларҙың “Ҡумта” тигән мәғариф майҙансығы алдынғы йәштәргә белем биреү өсөн һәм уларҙы киләһе йылда үтәсәк федераль, халыҡ-ара форум кампанияларына әҙерләүгә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы “Шаян” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһайым.
Киләсәктә, Алла бирһә, Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙемдең өлөшөмдө индерермен тип ышанам, тип һүҙен тамамланы Залина.
“Мисс нәзәкәтлек”
Әлиә РӘШИТОВА
Архангел районының Горный ауылында тыуып үҫкән Әлиәгә әле 18 йәш.
– Бала саҡтан тәбиғәт балаһы булып үҫтем, – ти ул үҙе тураһында. – Хайуандарҙы яраттым, шул һөйөү-ынтылыш мине Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға алып килде. Киләсәктә ошо һөнәр буйынса эшләргә, үҙ-үҙемде табырға ниәтләйем. Буш ваҡытымда тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөргә, йырларға, китап уҡырға яратам.
Әлиә йәмәғәт эшендә лә әүҙем икән. Университеттың “Шоңҡар” башҡорт вокал студияһында шөғөлләнә, үҙ-үҙен төрлө яҡтан асырға тырыша.