14.10.2016 Карина ҠӘНӘФИНА: “Киләсәктә йәмғиәткә файҙалы булырға теләйем”
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫтем. Миңә 23 йәш, Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында медицина колледжында белем алам.
Йыш ҡына төрлө концерт-байрамдарға йөрөйөм, кешеләр менән аралашырға яратам. Шулай уҡ аш-һыу әҙерләү, туғандарымды тәмлекәстәр менән һыйлап һөйөндөрөү оҡшай.
Киләсәктә сит илдәргә сәйәхәт итергә, һөнәрем буйынса эшләргә, йәмғиәткә файҙалы кеше булырға теләйем.