10.05.2016 Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйем
Роза Урал ҡыҙы Ишбулатова булам. Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Байназар ауылында 1999 йылдың алтын көҙөндә донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙағы мәктәптең 10-cы класында белем алам. Киләсәктә табип булырға теләйем. Һаулыҡтары ҡаҡшаған кешеләргә ярҙам итеү – иң ҙур хыялым.
Алты йәштән «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнәм. Район, республика кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап торам. Былтыр «Яҙ гүзәле – 2015» район конкурсында гран-при алһам, быйыл «Йыл уҡыусыһы – 2016» тигән исемгә лайыҡ булдым.
«Һәр ваҡыт алға!» тигән тормош девизы менән йәшәйем. Ысынлап та, алға ынтылһаң, тырышһаң, юлда осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп, үҙ маҡсатыңа ирешәһең.
Зиннур Боҫҡонов фотоһы