22.04.2016 Һәр яҡтан да камил ҡыҙ
Һүрәттәге һылыуҡайҙың исеме – Гүзәл Әлмөхәмәтова. Ул Ейәнсура районының Трушин ауылы ҡыҙы. 1992 йылдың 27 октябрендә тыуған. Бала саҡтан гәзит-журналдарға яҙышыуы уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына килтерә. Икенсе яратҡан шөғөлөн – психологияны ла онотмай. Әле ул ошо һөнәр буйынса магистратурала белем ала. Бер юлы шул уҡ факультетта эшләп тә өлгөрә.
Гүзәл буш ваҡытында ҡул эштәре менән булыша, башҡорт милли кейеме тегеп ҡарарға хыяллана. Сәләмәт йәшәүҙе лә үҙ итә, бассейн-фитнесты ярата. Эс серҙәремде көндәлеккә бүлешәм, уның аша тормошомдо барлайым, киләсәккә юл һалам, пландар ҡорам, ти. Артабан Мәскәү йәки Санкт-Петербургта уҡырға, психология йүнәлеше буйынса белем алыуын ниәтләй. Матур ғаилә ҡороу - иң ғәзиз хыялымдың береһе ти Гүзәл