04.02.2016 “Тормош маҡсатым – яҡтылыҡҡа әйҙәргә!”
Рузилә Хәлил ҡыҙы Иҙелбаева булам. Миңә 16 йәш. Тәбиғәттең иң гүзәл ерендә – Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуҙым. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем алам.
Буш ваҡытымда бейергә, бәйләргә яратам. Бәйләгән әйберҙәремде туғандарыма, дуҫтарыма бүләк итәм.
Бәхетле булыу өсөн яратҡан эшеңде бирелеп башҡарырға кәрәк, тип һанайым. Шуға күрә киләсәктә үҙемде табип итеп күрәм. Кешеләргә һаулыҡ өләшеүсе, тормошҡа йән өрөүсе, тик изгелеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәүсе булыу – минең тормош маҡсатым.
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙыу мөмкинлеге (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Фотоһүрәтле альбомдарҙы асыҡ, беҙ ҡарай алырлыҡ итегеҙ. Һөйгәндәрегеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү осраҡтары, хатта әрләшеү-янауҙар ҙа булып алды. Ундай егеттәр “ҡара исемлек”кә оҙатылды, ҡыҙҙары ла шул хәлгә дусар ителде.