05.11.2015 Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам. Хыял-уйҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, мәктәпте тамамлағас, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем.
Өс йәштән алып бейейем. Музыка мәктәбен тамамлағас, "Алтынай" бейеү ансамблендә шөғөлләндем, төрлө конкурста ҡатнаштым. Мәктәптә төрлө олимпиада, сарала әүҙем булдым. Хәҙер БДПУ-ның "Кружева" халыҡ бейеҙҙәре ансамблендә сығыш яһайым. Төркиәлә үткән "Türksoy" фестивалендә, Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шулай уҡ факультетыбыҙҙың "Ете ырыу" һәм креатив төркөмөнөң етәксеһе булып торам.
Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Беҙҙе рухлы итекп,, үҙ еребеҙгә, телебеҙгә һөйөү, яҡшы тәрбиә биргәне өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем.