02.07.2015 Донъяға йылмайып ҡарарға һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа!
Айзилә Айҙар ҡыҙы Ишбаева булам. Йәмле Баймаҡ районының тау менән уратылған, Йылайыр йылғаһы ярында урынлашҡан гүзәл Йылым ауылында тыуып үҫтем.
Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһы гимназия-интернатында белем алам. Бейергә, бигерәк тә йырларға яратам, тел фәндәрен үҙ итәм.
Ғүмер берәү генә бирелгән, шуға ла ҡояштай балҡып, көлөп, тормошто яратып йәшәйем. Донъяға йылмайып ҡарарға һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа!» – тигән оран алдым. Ҡыуанып йәшәргә кәрәк. Шуның менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин!
Һылыуҡайҙар! “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙып, фотолар ебәрә алаһығыҙ. Адресы – https://vk.com/ye02guzel
“Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөмө эшләп килә. Унда республика буйынса яңылыҡтарҙы белергә, аралашырға мөмкин.