25.05.2015 Яратҡан сәскәм сиренЬ, исемем дә Гөлсирен
Ырыуым минең Үҫәргән,
Яратҡан сәскәм – сирень.
Үҙем дә бит гөл-сәскәләй,
Исемем дә Гөлсирен.
Бала саҡтан йыр-моң менән
Һуғарылған күңелем.
“Байыҡ”та бейеп, сәхнәләрҙе
Дер һелкеткән ҡыҙмын мин!
Шахмат, шашка уйындарын
Үҙ итә минең күңел.
Уй-фекерҙе үҫтерергә
Бер ҡасан да һуң түгел!
Тик тормош ул уйын түгел,
Уйын-көлкө булмай гел.
Шуға күрә уҡыуҙы ла
Онотмай минең күңел.
“Ауырлыҡҡа бирешмәйсә,
Тик алға ғына атла!”
Шундай маҡсат менән янам,
Хыялымдан тайпылмам!
Ейәнсура районының Әлебай ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Бала саҡтан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡмын, шахмат уйынын үҙ итәм.
Киләсәктә республикабыҙға кәрәкле кеше булырға хыялланам. Атайым сатраш таҡта уйынына өйрәткәндә: “Бөтә бөйөк кешеләр шахмат уйнаған”, – тип әйтте. Ошоно тормош маҡсатым итеп алдым.