10.04.2015 Гүзәл Тулыбаева: “Йәмәғәт тормошонда, спортта, ижадта ҡайнап йәшәйем”
Гүзәл Мансур ҡыҙы Тулыбаева булам. 1997 йылдың 30 майында донъяға килгәнмен. Сығышым Мәләүез ҡалаһынан.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында белем алам. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Гимназиябыҙҙың волейбол командаһында уйнайым. "Таңсулпан" драма театрында ла шөғөлләнәм. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тегәм: ҡашмау, елән, селтәр менән ЮНЕСКО конференцияһында 1-се урын яуланым.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, шиғыр яҙырға, саф һауала йөрөргә яратам. Тормош ораным: "Ауырлыҡтар гел була, уларҙан һабаҡ алырға кәрәк, шунда ғына улар ғүмер дәресе булып ҡаласаҡ".