RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сереБөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүселәр ата-бабаларҙан күскән һөнәрҙәр арҡаһында бына тигән итеп донъя көтә
«Эшләгәнең беҙҙең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн» тигән һүҙҙәр һәр кемде бала саҡтан оҙата киләлер. Һәр хәлдә, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе балалар күңеленә был аҡыл бәләкәй­ҙән һеңдерелә. Ә эшләргә, өйрәнергә унда һөнәрҙәр етерлек. Сөнки бейек тауҙар ҡосағына һыйынған ауылда күмәк хужалыҡ тигәндең «к» хәрефе лә булмаған. Унда халыҡ элек-электән үҙ йүнен үҙе күргән: һунар иткән, бал ҡорто тотҡан, һалабаш һалған, сайыр әҙерләгән, һал ағыҙған, йүкә һуйған, септә һуҡҡан… Борондан килгән һөнәрҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре юҡҡа сыҡҡан (мәҫәлән, сайыр­ға ихтыяж булмағас, кем уның менән булышһын?), ләкин күбеһе быуындан-быуынға аманат кеүек тапшырылып, әлегәсә һаҡланған. Быны «Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере» тип аталған семинар-кәңәшмә лә раҫланы.
Сара ваҡытында ауыл оҫталары менән мәктәп уҡыусылары Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары мәктәптәре директорҙары һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәренә кәсеп серҙәрен систе. Ҡунаҡтар тәүҙә «Ҡортсо ҡулынан бал тама», «Йылҡы көтөү – отошло тармаҡ», «Кәзә көтөү отош­ломо?» һәм башҡа асыҡ дәрестәрҙә теорияны төшөнгәс, практиканы үҙләштерҙе – ижади оҫтаханаларҙа эштең рәтен-сиратын өйрәнде (хәйер, өйрәнде, тип ни, әлегә оҫталарҙың эшләгәнен ҡарап торҙо инде).

Себеште – көҙ, ҡортто яҙ һанайҙар

Ғәлиәкбәрҙәр уҫал Бөрйән ҡорто менән уртаҡ тел табып, уға ҡул бирешеп һөйләшә, ахыры. Әгәр шулай булмаһа, нисек солоҡсолоҡ менән шөғөлләнерҙәр ине лә, бик ҙур табыш алырҙар ине?! Яҡын-тирәләге урманда бер нисә мең солоҡ ағасы иҫәпләнә (бер ағаста – ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы, тиҙәр), бер солоҡтан ботҡа яҡын балауыҙлы бал алырға мөмкин. Бындай файҙалы тәмлекәсте хаҡына ҡарамай һатып алыу өсөн төпкөл ауылға хатта сит ҡитғаларҙан да килеп етәләр! Ауылда тотош солоҡсолар династияһы бар: Толом­ғужин­дар, Дилмө­хәмәтовтар, Аҫыл­ғужиндар, Ғәбитовтар, Ислам­баевтар, Байғазиндар һ.б. Айнур Асҡаровтың «Бал әсеһе» фильмында төп ролде башҡарып, танылыу яулаған Әнүәр Дилмөхәмәтов, бәләкәйҙән ҡорт ҡарарға яраттым, ти:
– Йәштәргә йыш ҡына, иркен, мул йәшәгегеҙ, һау-сәләмәт булғығыҙ килһә, ҡортсолоҡҡа тотоноғоҙ, тип әйтәм. Сөнки ҡорт тотҡан кеше һис бер ҡасан мохтажлыҡ та кисермәй, ҡартлыҡ сирҙәренә лә бирешеп бармай.
Етмеш дүрт йәшлек Әнүәр ағай һаманғаса солоҡтарын үҙе ҡарай, алты метр бейеклеккә тиклем ағастарға күтәрелә ала. Нисек уның кәңәшенә ҡолаҡ һалмайһың?
Умартасылыҡ менән көн күреүселәр ҙә ауылда бик күп – һәр өйҙә биштән алып етмешкә яҡын умарта. Шуға балалар, өйҙә кем хужа, тигән һорауға ышаныслы рәүештә: «Атай», – тип яуаплаһа, ҡорт ғаиләһендә инә ҡорттоң төп ролде башҡарыуын яҡшы белә һәм киләсәктә тап ошо тармаҡты үҫтерергә ниәтләй.

Батманға кем күҙ һалмай?!

Иң төп байлыҡ ағас булғас, бура бурап, таҡта ҡырҡып һатыусылар ҙа байтаҡ. Тәҙрә яңаҡтары, һауыт-һаба, һандыҡ, туҙ һауыттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар эшләүселәрҙән тыш, батман эшләү оҫталары ла бар. Шуларҙың иң данлыһы Самат Сабитов булһа, Ильяс Ишбаев та унан ҡалышмай.
– Бабайҙар батман эшләгәндә беҙ, ыбыр-сыбыр, яндарында торҙоҡ, – тип һөйләй Самат ағай. – Бәләкәй саҡта күңел бар күргән-ишеткәнде һандыҡҡа һеңдерә бара бит, беҙ ҙә шулайтып һөнәр нескәлектәрен хәтергә һалып барҙыҡ. Ҙурайғас, бик тә ярап ҡалды был һөнәр.
Оҫтаның батмандарын кемдәр генә һатып алманы икән?! Сит илдәрҙә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кеүек ҙур ҡалаларҙа һәм төпкөлдәге берәй кескәй генә ауылда ла уның батманын күреп аптырайһы түгел. Егәрле булғас, алтын ҡуллы ағас оҫтаһы мохтажлыҡтың ни икәнен, әлбиттә, белмәй.
– Хәҙерге ваҡытта күптәр, ауылда эш юҡ, тип аптырашып ята, ә Ғәлиәкбәр халҡы кәсепселек менән шөғөлләнеп, икешәр ҡатлы йортта йәшәй, сит ил машиналарында елдерә, – райондың методик кабинеты мөдире Роза Ғүмәрова ғәлиәкбәрҙәр менән һоҡланды. – Бында һәр ата-әсә балаларын кескәй­ҙән хеҙмәт һөйөргә, эш рәтенә өйрәтә, һәр кемдең ҡулы эш белергә тейеш, тип тәрбиәләй. Барыһы ла бит юғары белемле белгес була алмай, ә ҡулы эш белгән кеше бер ваҡытта ла ас ултырмаясаҡ.

Егәрленең ҡулы етәү

Етеш йәшәгән ауылда һәр йортта тиерлек йылҡы малы үрсетелә. Беҙҙең шарттарҙа йылҡысылыҡ – табышлы тармаҡ, тип иҫәпләгәндәрҙең береһе Фәрғәт Әхмәтов һүҙен аңлатып та китә: «Әллә ни ҙур сығым талап ителмәй, йәй бесән генә әҙерләйһең инде. Йылҡы ите һатыуға уңайлы, уға һорау йылдан-йыл арта. Ҡаҙыны айырым һатҡанда ярайһы уҡ табыш алып була».
Биш бала әсәһе Фәнүзә Ғәбитова йөн иләп, ойоҡ бәйләп һата, шунан килем ала. Ире Сөләймән менән улар, һарыҡтан тыш, бал ҡорто ла аҫрай. Ойоҡ бәйләгәндә ҡулдарына күҙ эйәрмәгән хужабикә әйтеүенсә, балды ҡайҙа итергә, тип апты­рамай­ҙар – уларҙың үҙ клиенттары бар.
Йәш сағынан әүҙем булған хаҡлы ялдағы уҡытыусы Хөснә Ислам­баева һаманғаса мәктәптән айырыла алмай, ҡыҙҙар өсөн «Оҫта ҡулдар» түңәрәге ойошторған. Ул – оҫта ҡуллы балаҫ һуғыусы. Был шөғөлдө уға әсәһе өйрәткән.
– Насип итһә, балаҫ һуғыу станогын – оло ҡомартҡыны балаларыма тапшырмаҡсымын, әйҙә боронғо кәсепкә өйрәнеп үҫһендәр, – ти Хөснә апай. – Буш ваҡытым булдымы – балаҫ һуғырға ултырам, шунан рәхәтлек алам. Уларға ла күңел йыуанысы булыр…
Һөнәрсе янындағы өйрәнсек Зөлхизә Ғәлиева, станокта эшләп ҡараным, миңә бик оҡшаны, бер төшөнөп алһаң, бер ауырлығы ла юҡ, тип, шөғөлгә өйрәнергә теләге барлығын әйтте. Ҡунаҡтарҙың да станокта эшләп ҡарағыһы килде, тик, ептәрҙе сырмалтып бөтөрбөҙ, тип ярты юлда туҡталып ҡалды…
РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре Дамир Аллабирҙин менән 8-се синыф уҡыу­сыһы Юлай Сәғитов иһә ҡунаҡтарға ҡап һуға торған станокта эшләп күрһәтте. Барыһы ла тиерлек был станокты беренсе тапҡыр күргәс, ауыҙ асып ҡарап тороусылар ифрат күп булды. «Бына нисек ҡап һуғалар икән ул!» – тип тел шартлаттылар.
Ғәлиәкбәрҙәр үҙҙәре лә эшкә шәп, ситтән төшкән килендәре лә булдыҡлылыҡ, егәрлелек йәһәтенән һынатмай. Ауыл «духтыры» Шакира Ғәбитова ла шул шәптекәйҙәр рәтенән. Йылайыр районының Һабыр ауылы ҡыҙы фельдшер булып ҡырҡ йыл эшләгәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡас, иркенләп яратҡан шөғөлдәренә тотона. Хәҙер, ир-егеткә генә түгел, ҡатын-ҡыҙға ла етмеш һөнәр белеү зарур, тигән БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы кейеҙ ҙә баҫа, ҡорама ла ҡорай, бәйләм дә бәйләй. Уның һәр ҡул эше һоҡланып туйғыһыҙ матур, зауыҡлы!
Сигеү, бәйләм өлгөләренә күңел наҙын, йөрәк йылыһын ҡушҡан оҫтабикәләр Таңһылыу Баймо­ратова менән Резеда Ғүмәрова ла, ағасты ырып һырлау оҫтаһы Марс Ишмөхәмәтов та – матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр. Уларҙың да ҡул эштәре бөгөндән күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ. «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән» – оҫталар­ҙың да балалары оҫта булмай, кем булһын?!

Тәрбиә – етди мәсьәлә

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, семинар-кәңәшмәнең эшен юғары баһалап, Ғәлиәкбәрҙә бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне:
– Күреүебеҙсә, мәктәп үткәргән сараға бар ауыл тиерлек йәлеп ителгән. Өлкәндәр, бер ҙә эш күплеккә һылтанмай, мәктәпкә килгәндәр, уҡытыусыларҙың, балаларҙың тырышлығын күтәреп алғандар. Тимәк, балаларҙы тәрбиәләгәндә бар нәмәнең дә мөһим икәнлеген, бер һүҙле, берҙәм булыуҙың әһәмиәтен яҡшы аңлайҙар.
Әйткәндәй, сарала күп кеше ҡатнашып, хатта ауыл хакимиәте башлығы Иҙел Әминев та ситтә ҡалмағайны. Бөрйән районында үткәрелгән Мөхәммәт Ҡәҙерғолов исемендәге ҡурайсылар конкурсында гран-при яулаған Әғзәм Әминев та семинарҙың абруйын арттырҙы (ғүмер буйы урман эшендә йөрөгән урмансының өс улы ла, ейәндәре лә ҡурайҙа уйнай). Ғөмүмән, бишәр-алтышар бала тәрбиәләгән атайҙарҙың сәхнәлә сығыш яһауы Ғәлиәкбәрҙә үҫеп килеүсе быуынды халыҡ традицияларында, йолаларында тәрбиәләүҙәрен тағы бер ҡат иҫбатланы.
Бөрйәндә, һәр ир-егет ҡурай уйнарға, балаларҙың ҡулы эш белергә тейеш, кәсептәр­ҙе тергеҙеү зарур, тигәнде йыш ишетергә була. Һәм был һүҙҙәр трибуналарҙа ғына яңғырап, ҡағыҙ битендә тороп ҡалмай, ә ғаиләлә, мәктәптә, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында системалы рәүештә тормошҡа ашырыла. Шуны Ғәлиәкбәрҙә күргән ҡунаҡтар: «Күп нәмәгә өйрәндек, шәп өлгө күрһәткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ!» – тип саранан дәртләнеп тә, ҡыҙығып та ҡайтты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?