RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

Бер көн редакцияның дежур телефонына Баймаҡ райо­нының Күсей ауыл хакимиәтенә ҡараған Басай ауылы халҡы исеменән Илсиә Сәйетова шылтыратты. Борсолабыҙ, тине әңгәмәсебеҙ.
Баҡһаң, уларҙың ауылы янын, бесәнлектәр, көтөүлектәр­ҙе рөхсәтһеҙ алтын эҙләүселәр баҫа икән. Үҙебеҙҙең башҡорттар булһа, бер хәл, машиналарының төбәк коды – 56, тимәк, ырымбурҙар, йөҙҙәре ҡаҙаҡҡа тартым булыуын күргән урындағы халыҡ. Эйе, Баймаҡ электән алтынға бай яҡ инде ул. “Был “ҡара археологтар” тураһында урындағы хакимиәткә лә, район етәкселегенә лә әйттек, участковый ҙа белә. Тик тотолһалар ҙа, штраф күләме бәләкәй – бер килограмм алтынға 3000 – 5000 һум ғына, шул сумманы түләйҙәр ҙә, тағы эҙләүҙәрен дауам итәләр”, – ти шылтыратыусы.
Алтын эҙләүселәр, махсус приборҙары менән килеп, бесәнлектәрҙе тапай, ауыл халҡы малдары өсөн дә хәүефләнеп тора.
Был тәңгәлдә редакция нисек ярҙам итә ала һуң? Басайҙар үҙ биләмәһен яҡларға бурыслы ла бит. Килгәндәрен һағалап тороп, күмәкләп “ҡаршы алырға” сығығыҙ, тип әйтһәк, әллә нимәләрҙә ғәйепләүҙәре бар, Аллам һаҡлаһын. Шулай ҙа был күренешкә күҙ йомоп ҡалырға ярамай. Кеше үҙ еренең хужаһы була белергә тейеш. Ысын хужаһыҙ ерҙәрҙә тәртипһеҙлек хөкөм һөрә.
Закондарға килгәндә, беҙҙә шәхси рәүештә алтын эҙләү күптән тыйылған. Ойошмалар ҙа лицензияһыҙ эшләй алмай. Рәсәй Енәйәт кодексының 191-се статья­һында ҡаралғанса, ҡиммәтле металдарҙың ҙур күләмдә законһыҙ әйләнеше буйынса тотолғандарға арыу ғына штраф һәм яза бар, әлбиттә. Һүҙ өс, биш һәм ете йылғаса иректән мәхрүм итеү, 100 – 500 мең һумға тиклем штраф һалыу тураһында ла бара.

А. АҠБУЛАТОВА.

Дежур телефон: 8-965-923-20-00










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?