02.05.2014 Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?
йәки Юғары эш хаҡына – рекордтар аша ғына
Майҙың тәүге көнөн тыуа-тыуғандан хеҙмәт байрамы тип беләбеҙ. Бөгөн ҙур-ҙур демонстрациялар менән билдәләнмәһә лә, асылы ҡалды. Донъяның 142 илендә иҫтәлекле дата ул, 86-һында – рәсми байрам.
Тарихын сурытып, һөйләп-фәлән тормаҫҡа ла була, “Первомай” – Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө, эшселәр хәрәкәте булараҡ, XIX быуат аҙаҡтарында барлыҡҡа килә. Тәүлегенә 8 сәғәтлек эш көнө талап итеп, тәүҙә Австралия кешеләре майҙанға сыға. Шулай башлана. Урамдарҙа шаулы байрам үткәреүҙән бигерәк, 1 май тәбиғәткә сығып ял итеү менән дә иҫтә ҡалған. Шулай уҡ, ҡар шул тирәгә тамам иреп бөткәнлектән, өй тирәләрен, ихата-баҡсаларҙы таҙартыу ҙа май байрамдары “өлөшө”нә тейә торғайны.
Хеҙмәт һүҙе тәрән мәғәнә менән бирелә был датала. Ул һүҙ айырыуса өлкән быуын өсөн үтә лә әһәмиәтлелер. “Эй-ййй, эшләнек тә инде, ял да бик һирәк эләкте, бар эште ҡул көсө менән башҡарҙыҡ”, – тип хәтерләй һәр оло кеше бөгөн йәшерәк сағын. “Эш юҡ, эшһеҙлек йонсота, тип ултырыу ҡайҙа”, – тигән һүҙ менән ҡеүәтләй уны әңгәмәсеһе.
Алда – биш йыллыҡ план
Бер әҙәби әҫәрҙәге шиғри юлдар хәтеремдә ҡалған. Ауыр эштән йонсоған ҡатын шулай һамаҡлай:
Бер ҡулымда балам илай,
Икенсеһен быҙау ялай,
Артта иҫерек Ғилуан,
Алда – биш йыллыҡ план.
Аңлағанһығыҙҙыр, йәш балалы, ире эсергә яратҡан ҡатынға колхоз эшенә сығып, планын үтәү бурысы ҡуйылған. Автор тормош ысынбарлығын күрһәткән ошо дүрт юллығында.
Биш йыллыҡтар (пятилетка) эшселәр өсөн әллә ни еңелдән булмағандыр. Уның ҡарауы ил ҡаҙаныштары күҙгә күренерлек. Һөҙөмтәләрҙе архивтан эҙләмәйенсә лә табырға мөмкин – бөгөн сығанаҡтар күп. СССР-ҙы иҡтисади яҡтан тиҙ үҫтереүҙе төп шарт итеп алған “биш йыллыҡтар”ҙың тәүгеләре илде индустриаллаштырыуға бәйле булған.
Беренсе биш йыллыҡта (1929 – 1932 йй.) уҡ дүрт йылда тулайым сәнәғәт продукцияһы ике тапҡырға арта. Предприятиелар һаны уғата етеҙ үҫә, мәҫәлән, Ивановола ул саҡта Европалағы иң ҙур Меланж комбинаты төҙөлөп, эш башлай, автомобиль, трактор заводтары, “Уралмаш” асыла, Урта Азияға тимер юл һалына. 1930 йыл аҙағына илдә эшһеҙ кеше ҡалмай.
Тәүге биш йыллыҡты тамамлап килгәндә Иосиф Сталин бер сығышында былай тигән: “Беҙ алдынғы илдәрҙән 50 – 100 йылға артта ҡалғанбыҙ. Ошо араны ун йылда үтергә кәрәк. Беҙ йә шуны эшләйәсәкбеҙ, йә беҙҙе тапап китәсәктәр”.
Икенсе биш йыллыҡта (1933 – 1937 йй.) илдә стахановсыларҙың “Удар хеҙмәт өсөн” хәрәкәте башлана. Стахановсылар тураһында әҙ генә һуңғараҡ әйтелер.
Өсөнсө биш йыллыҡтың (1938 – 1941 йй.) тәүге өс йылында тулайым сәнәғәт продукцияһы – 45, машиналар эшләү күләме 70 процентҡа арта. Тик был осор Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән өҙөлә. Биш йылға тәғәйенләнгән планды үтәү 1946 йылда дауам ителә. СССР-ҙы һуғыштан һуң тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Һәр тармаҡта ла һуғыштан алдағы күрһәткестәргә ирешелә. Хатта атом ҡоралы барлыҡҡа килә.
Алтынсы биш йыллыҡ осоронда Уралда, Ҡаҙағстан, Көнбайыш Себерҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башлана. Донъяла тәүге яһалма ер юлдашы осорола. Артабан совет космонавы тәүгеләрҙән булып йыһанға ла оса. Пландарҙы үтәү хеҙмәт кешеһенә стимул бирә, дәртләндерә.
Биш йыллыҡтарҙың барыһында ла килем артыуы күҙәтелә. Предприятиелар асылыуы, яңынан-яңы технологиялар барлыҡҡа килеүе, ҡыҫҡаһы, йәшәйештең камиллашыуы күренә. Шулай тотош 11 “биш йыллыҡ” үтә. Ун икенсеһе лә – 1986 – 1990 йылдарға иҫәпләнгәне – ярайһы ҙур ниәттәр менән башлана һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә ынтылыш һаҡлана, торлаҡ төҙөү мәсьәләһе төп бурыс итеп ҡуйыла. Тик ҡайһылыр ерҙә абынғанбыҙ… Ун өс булырға тейеш бит ине улар. Партия 2000 йылға һәр ғаиләне торлаҡлы итеү маҡсатын ҡуйғайны. “Перестройка” һәләкәткә әйләнде лә ҡуйҙы – илебеҙ территорияһы тарайҙы. “Биш йыллыҡ”тар бөгөн дә элеккесә дауам итһә, хөрриәттә генә йәшәр инек һымаҡ. Эшһеҙлек, торлаҡһыҙлыҡ, етәкселек араһында таралған миллионлаған һумлыҡ ришүәтселек, әхлаҡһыҙлыҡ һ.б. шундай кире күренештәр ҙә булмаҫ ине, моғайын. Кеше баш баҫып эшләп тик йөрөр ине.
Хеҙмәтсән халыҡтың эшен баһалау “таяҡ”тан (хеҙмәт көнөн билдәләү) башланһа ла, бер рәттән “маяҡ”тар ҙа булған, депутаттар ябай эшсәндәр араһынан да һайланған, иң уңғандарға ял йорттарына юлламалар ҙа бирелгән, сират буйынса бушлай торлаҡ алыуҙы әйтеп тораһы ла түгел. Илебеҙ үҫәлер, ысынлап та. Ни өсөн тигәндә, баяғы “таяҡ” күп үҙгәрештәр кисереп, бөгөн уртаса 30 мең һумға (ил буйынса эш хаҡы) тиклем килеп еткән бит.
Бөгөн Стаханов кеүек эшләүсе бармы икән?
1935 йылдың 31 авгусында 29 йәшлек Донбасс шахтеры Алексей Стаханов үҙенең сменаһында биш сәғәт тә 45 минутта 104 тонна күмер сығарып, нормаһын (ете тонна тейеш була) 14 тапҡырға арттырып үтәгән. Тап ошо рекорд СССР-ҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенә ҙур йоғонто яһай. Һәм башлана…
Әйткәндәй, “Правда” гәзитенең хатаһы арҡаһында Стахановтың исеме лә үҙгәрә – рекорд ҡуйғансы ул Андрей була. Ул эшләгән Украиналағы Ворошиловград өлкәһенең Кадиевка ҡалаһы (хәҙер Луганск өлкәһенең Стаханов ҡалаһы) биләмәһендә урынлашҡан “Центральная-Ирмино” шахтаһы бер ваҡытта ла алдынғылар рәтендә һаналмаған. Шулай ҙа рекорд ҡуйылған, күрһәткестәр аҡҡа ҡара менән яҙып теркәлгән. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр был ваҡиғаның алдан уйлап эшләнгәнен, ойошторолған булыуын, Стахановҡа ул саҡта өс кеше ярҙам итеүен һөйләп тарата. Булғаны – булған. Элеккене соҡорға шәптәр күп. Уның ҡарауы, ябай шахтер ҡаҙанышынан һуң тотош илдә бер хәрәкәт старт ала. Стахановсылар тип атай үҙҙәрен халыҡ хужалығының төрлө тармағында яңынан-яңы рекорд ҡуйыусылар. Стахановтың рекордын да тиҙ арала үтеп китеүсе табыла. Горбатюк атлы шахтер сменаһына 405 тонна күмер сығарһа, унан һуң Борисов тигәне 800 тонна менән нормаһын 46 тапҡырға арттырып үтәй. Әлбиттә, рекордсыларҙың матди хәле лә күҙгә күренеп яҡшыра. Бәлки, бөгөн дә шундай алым индерергәлер – эшең буйынса рекорд ҡуяһың икән, эш хаҡың да бишләтә, унлата арттырыла. Юҡһа, әҙерәк эшләп, күберәк хаҡ һорап йөрөүселәр ҙә юҡ түгел.
Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән совет эшселәренә сит илдәр ҙә “ҡармаҡ” һала башлай. Мәҫәлән, Горький автомобиль заводының тимерсеһе Александр Бусыгинды рекорд ҡуйғандан һуң Американан автомобиль заводы хужаһы Генри Форд (фамилияһынан аңлағанһығыҙҙыр, уның “Форд”тары бөгөн дә популяр) үҙенә саҡыра, эш хаҡын алтын менән түләргә вәғәҙә бирә.
Әммә: “Беҙҙең өсөн тыуған ер алтындан ҡиммәт”, – тигән яуап ала. Бусыгин бер сәғәттә 112 – 126 бөгөмлө вал (коленчатый вал) сүкей, ә американдар – 100-ҙө.
Тағы бер шундай стахановсы – Мариуполдә ҡорос иретеүсе Макар Мазайҙы – немец фашистары Германияға алып китмәксе була, язалап та ризалығын ала алмағас, атып үлтерәләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар “стахановсы” булмай ҡаламы! Иң тәүге тракторсыларҙың береһе Прасковья Ангелинаның исеме лә һәр саҡ почет таҡтаһында тора. Тик, үкенескә күрә, үҙен йәлләмәй эшләүе, ауыр машина майҙары, яғыулыҡтар һулауы сәләмәтлеген ҡаҡшата – һөҙөмтәлә ул бауыр циррозынан вафат була.
Иваново туҡыусылары Евдокия менән Мария Виноградовалар бер юлы тәүҙә – 70, унан 100, 144, 216 туҡыу станогын хеҙмәтләндереүгә өлгәшә.
Стахановсылар хәрәкәтенең мөһимлеген билдәләп, Иосиф Сталин 1935 йыл аҙағында Кремлдә сығыш яһағанында тормоштоң яҡшырыуын, йәшәүе күңеллерәк була барыуын әйтә (“Жить стало лучше, товарищи. Жить стало веселее” фразаһы аҙағыраҡ “ҡанатлы” һүҙгә әйләнә).
Американан Линкольн университеты Андрей-Алексей Стахановтың фотоһын һорай, баҡһаң, улар бөйөк кешеләрҙең портреттары янына беҙҙең шахтерҙы ла ҡуйырға ниәтләгән икән.
Әйткәндәй
“Стахановсы”ларҙан тыш, “биш йөҙсөләр”, “меңселәр”, “скоростники”, “черкасовсылар” (1943 йылда Сталинградта балалар баҡсаһы эшсеһе А. Черкасованың башланғысы менән асылған илде тергеҙеү буйынса ирекмәндәр бригадаһы) һәм башҡа хеҙмәт хәрәкәттәре барлыҡҡа килгән.
Артыҡ тырышып эшләү, маяҡ булырға ынтылыу, социалистик ярыштар һәр ваҡыт ыңғай күренеш булмаған шул. Бында ла ниндәйҙер күҙ буяуҙар, мутлыҡтар осраған. Күп осраҡта “стахановсы”ға бер туҡтауһыҙ рекордтар ҡуйыуы ауырға төшкән, ҙур ҡаҙанышы өсөн ҡуйылған яңы планын үтәй алмағандары ла булған. Ҡайһы берҙә ярышҡан предприятиеларҙа сифат яғы аҡһаған.
Тик нисек кенә булмаһын, рекордтар, күрһәткестәрҙе арттырыуға ынтылыу илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, резервтарҙы асыҡларға булышлыҡ иткән, тәртипте яҡшыртҡан.
Фекер
Наталья АКИНДИНОВА, Юғары иҡтисад мәктәбенең “Үҫеш үҙәге” институты директоры:
– Бөгөн хеҙмәт һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең иң мөһим ысулы – эшселәрҙе матди дәртләндереү. Тик был дәүләт яуаплылығында түгел, ә айырым компания эсендә булырға тейеш. Власть, үҙ сиратында, бындай предприятиеларға булышлыҡ итергә мөмкин. Өлгөлө фабрикалар төҙөү кәрәк. Мәҫәлән, ул эште һәм етештереүҙе юғары һөҙөмтәле итеп ойоштороу буйынса менеджерҙар уҡытыу буйынса булыуы мөмкин.
Сит ил туристары СССР-ға килгәндә йыш ҡына Донбасс шахтерҙарына инеп сыға торған булған. Шундайҙарҙан берәү, Андре Жид тигән яҙыусы хәтирәләр китабында, Стаханов тураһында иҫкә алып, былай тип яҙған: ”Ул һигеҙ көнлөк эште биш сәғәттә тамамлай алған. Был тап шул биш сәғәтлек эште һигеҙ көнгәсә һуҙырға планлаштырыуҙы аңлатмаймы? Минең һорауыма яуап бирмәнеләр. Минең ишетеүемсә, бер төркөм француз турисы, совет шахтерҙарын дуҫтарса алмаштырып, бер ниндәй көсөргәнешһеҙ, үҙҙәре лә белмәҫтән, Стаханов нормаһын (рекордын – авт.) үтәгән”. Бындай яҙмалары өсөн Андре әфәндене СССР-ға башҡа индермәгәндәр.
Совет осороноң хеҙмәткә ҡағылышлы иң таралған плакаты, моғайын да, “Хеҙмәткә дан!” булғандыр. Йәнә лә “Биш йыллыҡты дүрт йылда үтәрбеҙ!”, ”Ҡатын-ҡыҙҙар колхозда – ҙур көс”. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөгөн оҡшаш плакаттар осрамай, рекламаныҡынан башҡа.
Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә барлығы 20 605 (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа – 21 560) кеше лайыҡ булған. 20 кешегә юғары баһа үлгәндән һуң бирелһә, төрлө сәбәптәр менән 122 кавалерҙан кире алына.
Иң беренсе герой – Сталин. 1939 йылда наградлана. Икенсеһе – ҡорал конструкторы Василий Дегтярев. Герой исеме ике уҡыусыға ла тапшырылған. Улар – мамыҡ йыйыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн пионер дружинаһы етәксеһе, 15 йәшлек Торсонали Матказимов (Тажикстан) менән сәй йыйыусы, 16 йәшлек Нателле Челебадзе (Грузия).