RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй менталитеты нисек үҫешкән?

02.05.2014 Рәсәй менталитеты нисек үҫешкән?

Рәсәй менталитеты нисек үҫешкән?йәки Сит илдәрҙең йәшәү рәүеше беҙҙең халыҡҡа бармай
Илдә барған ваҡиғаларҙы, хайран ҡалырлыҡ хәлдәрҙе, көндән-көн йүнһеҙләнә барған бәғзе бер әҙәмдәрҙе күреп, ҡайһы ваҡытта бик ныҡ уйландыра. Шундай тәртипһеҙлектең, мәҙәниһеҙлектең тамыр­ҙарын эҙләп, фекер остарын бер-береһенә ялғап мейене көсөргәндерә торғас, уйҙар халыҡ менталитетына барып тоташа. Бәлки, кемдер минең менән ризалашмаҫ, шулай ҙа, уйлауымса, менталитет төшөнсәһен дүрт фактор барлыҡҡа килтерә. Халыҡтың үткәне, йәғни тарихы, географик урыны, йәшәү рәүеше һәм йолалар.
Иң беренсе тарихты барлап сығайыҡ. Әле тәүтормош заманынан ҡәбиләлә хакимлыҡ һәр ваҡытта көслөнөң ҡулында булған, табыштың күбеһе, әлбиттә, көслөгә эләккән. Артабан Рустә беренсе кенәздәр барлыҡҡа килгәс тә ябай халыҡты талау башланған. Кенәз үҙе тирәһенә ярандарын йыйып, дружина булдырған, хәҙергесә әйткәндә, шайка ойоштороп, үҙ халҡын ҡурҡытып тотҡан. Тәүге закондар уҡ ябай халыҡты иҙеүгә ҡоролған. Мәҫәлән, “холоп кенәздең, йә хужаһының һыйырын үлтерһә, үҙен үлтерергә”, “уның ағасын ҡырҡһа, шул хәтле штраф һалырға” һ. б.
Тәүге батшаларҙың барлыҡҡа килеүен дә законлы тип әйтеп булмай. Баярҙарға һәм яҡындарына таянып, кемдер тәхеткә менеп ултырған һәм халыҡтың ҡанын эсә башлаған. Ҡытайҙың бөйөк аҡыл эйәһе Конфуций әйтеүенсә, батша – ул атай, ә атай кеше үҙенең балаларын, йәғни халҡын йәберләргә тейеш түгел. Беҙҙә киреһенсә, тигән фекер тыуа. Быға факттар күп. 300 йылға һуҙылған крепостное право шуға дәлил. Халыҡты себен урынына ла күрмәгән батша һәм алпауыттар крепостной крәҫтиәндәрҙе иҙгән, ауыл-ауылы менән һатҡан һәм кәрткә уйнаған. 1917 йылдан власть эшсе-крәҫтиән өсөн һымаҡ, тик унан һуң да ҡанһыҙ етәкселәр булған.
Тарихтың менталитетҡа йоғонтоһо ҙур. Халыҡ электән ҡаты власть аҫтында көн итеп, шул тормошҡа яраҡлашҡан. Артыҡ ныҡ иҙелеүҙән ул ҡотолоу сараларын эҙләй башлай һәм хәйләкәргә әйләнә. Быны Бөйөк Рим империяһы миҫалында күрергә мөмкин. Еңелмәҫ империя IV быуатта билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында тарҡала. Бер нисә сәбәбен әйтергә була: киң таралған коррупция, илгә артығы менән тулған ҡолдар. Уларға ышанып, Рим халҡы эшләмәй, ашап-эсеп, кәйеф-сафа ҡороп тик ята. Үҙҙәренә ҡарата иғтибар­ҙың кәмегәнен тойған ҡолдар эш ҡоралдарын емерә, сәсеүлектәрҙе тейешенсә эшкәртмәй, артабан бөтөнләй хәйләләшә, эшләгәнгә һалыша. 300 йылға һуҙылған крепостное право һәм колхозлаштырыу ҙа шул һөҙөмтәләргә килтерҙе. Рәсәй кешеһе эшләмәҫкә өйрәнде, сөнки ул өҫтәге бер төркөм байҙы байытҡанын аңлап ҡалды, артабан төптө ялҡауға әйләнде.
Халыҡтың географик урынлашыуы ла менталитетҡа йоғонто яһамай ҡалманы. Был йәһәттән йылы яҡта йәшәгәндәр менән һыуыҡ яҡтарҙа көн иткәндәрҙе сағыштырып ҡарау кәрәктер. Көньяҡ­тағыларға климат бөтә мөмкинлектәрҙе әҙерләп ҡуйған. Ағастарҙа бешеп ултырған емештәр, йыл әйләнәһенә ике, хатта өс тапҡыр уңыш алалар, ныҡлы өйҙөң кәрәге юҡ. Бөтә йәшәү шарттарын тәбиғәт үҙе тыуҙырғас, ундағы халыҡ техника эшләйем, ашлыҡ сәсәм тип уйланмай, уның уй-фекерләүе үҫешмәгән, шуға ла хәҙерге ваҡытта күптәре артта ҡалған илдәр иҫәбендә. Рәсәй кешеһе, киреһенсә, борон-борондан ауыр климатҡа ҡаршы көрәшкән. Тағы шуны өҫтәү кәрәктер: артыҡ ҙур территория һәм сикһеҙ ер аҫты байлыҡтары һаҡһыҙлыҡты ҡанға һеңдерә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә тәләфләү үткән быуатта саманан ашып китте, әле лә дауам итә.
Йәшәү рәүешенә килгәндә, алпауыттар, баярҙар өсөн эшләгән, һуңынан хөкүмәткә бил бөккән крәҫтиәндең үҙ донъяһы булмаған. Хужа ҡушһа – эшләгән, ҡушмаһа, ҡул ҡаушырып тик йөрөгән. Колхоздар ваҡытында ла шул күҙәтелде: колхозда ағза булып торған дүрт йөҙ колхозсының йөҙө эшләһә, ҡалғаны буш йөрөнө.
Иң киң таралған етешһеҙлек урлашыу­ҙыр. Рәсәй кешеһе урлашмаһа, йәшәй алмай. “Эштән берәй әйбер тотоп ҡайтмаһам, күңелем булмай, аппетитым юғала, йоҡлай алмайым”, – тигән берәү. Хәҙер инде урлашыу юғары даирәләр кимәлендә бара. Тотолоп, урлағаны иҫбат ителеп тә, иректә йөрөгән ҙур вазифалы етәксене күреп, урлау – ул ҡәҙимге нормаль күренеш, тип уйлап ҡуяһың.
Шишмә-йылғаларҙы бысратыу, урмандарҙы ҡырыу, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташлау – быларҙың бөтәһе лә халыҡтың үҙ еренә хужа булмауынан килә. Үҙ еренә хужа булмаған кеше бөтә нәмәне ситтеке тип ҡабул итә һәм үҙен шул ерҙә ваҡытлыса йәшәгәндәй тоя.
Беҙҙең йолалар ҙа башҡа илдәр­ҙән ныҡ айырыла. Иң беренсе нәүбәттә араҡы эсеү традицияһы ар­тығы менән үҫешкән. Заманында Петр батша, Европанан күреп, рус халҡына шарап эсеп, тәмәке тартыр­ға рөхсәт иткән. Шул ваҡыттан Рәсәй халҡы араҡы һаҙлығына бата бара. Тик европалар ише мәҙәниле эсә белмәйбеҙ, беҙгә йығылғансы эсергә кәрәк. Рустар әйтмешләй, һуғышһыҙ туй туй түгел инде. Байрамдар күп, ҡунаҡ саҡырыу – матур йола, әммә беҙ айыға алмайбыҙ.
Шулай итеп, Рәсәй кешеһенең менталитеты барлыҡҡа килде. Ошо менталитет арҡаһында беҙ үҫешә алмайбыҙ. Ун туғыҙынсы быуатта бер урында тапанған илебеҙҙе күреп аптырағандан ике ойошма, ике ағым барлыҡҡа килә: “славянофилдар” һәм “западниктар”. Тәүге­ләре Рәсәйҙең үҙ юлы барлығын билдәләгән, икенселәре, киреһенсә, Рәсәй Европа юлынан китергә тейеш, тип иҫбатлаған. Әммә беҙ­ҙең үҙенсәлекле менталитетыбыҙ Европа юлы менән барыр­ға ирек бирмәй. Бына ошо көнбайыштың йәшәү рәүеше беҙҙең өсөн үлемесле икәнен американдар һәм көнбайыш илдәре аңлап ҡала. Һуғышып ала алмағас, беҙҙе өйрәнеү буйынса төрлө университеттар барлыҡҡа килтереп, юҡ итеү өсөн доктриналар өҫтөндә тир түктеләр. Һәм ошо юлда улар ҙур асыш яһай – иң тәүҙә СССР-ҙы тыныс юл менән юҡ итеү. Бының өсөн Советтар Союзына “үлемесле дарыу” – Европа тормошон индерергә кәрәк. Иң беренсе улар, Горбачевты ҡотортоп, СССР-ҙы тарҡатты. Артабан, төрлө информацион системалар аша (гәзит, телевидение, компьютер) ирекле тормош күрһәтеп, Рәсәй халҡын боҙоу башланды.
Ҡапыл демократия иғлан иттеләр. Һөҙөмтәлә ҡаты тәртипкә, тотороҡло власҡа өйрәнгән халыҡ уны аңламаны, анархия менән бутаны. Демократия беҙгә кире йоғонто яһаны, халыҡ, күбеһенсә йәштәр үҙҙәрен бәйҙән ысҡынған эттәй хис итте. Беҙҙең йәмғиәт былай ҙа ауырыу. Ә ауырыу йәмғиәтте ауырыу власть барлыҡҡа килтерә. Был ауырыу демократия һөҙөмтәһендә тағы ла көсәйҙе, сөнки беҙҙең менталитет демократия менән һыйышмай. Әлеге ваҡытта, сит илдәрҙән өлгө алабыҙ тип, баланы японса ла, итальянса ла, американса ла тәрбиәләп ҡарайҙар. Был файҙаһыҙ, Рәсәй балаһы тыумаҫ борон уҡ үҙ менталитетына буйһонған була. Әлбиттә, ҡоллоҡто онотторор өсөн халҡын ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөткән Муса-Моисей һымаҡ ҡылана алмайбыҙ, әммә нимәнелер үҙгәртеү кәрәк.

Сабит ФАЗЛЫЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”