RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һеҙҙән – тәҡдимдәр, беҙҙән – эш»

23.11.2010 «Һеҙҙән – тәҡдимдәр, беҙҙән – эш»

«Һеҙҙән – тәҡдимдәр, беҙҙән – эш»«Тере журнал» биттәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогы киң танылыу яулағандан-яулай бара. 30 июлдә асылғандан алып унда республикаға ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында фекер алышыуҙар бара, тәҡдимдәр индерелә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рөстәм Хәмитов блогта әүҙем ҡатнашыусылар менән осрашырға вәғәҙә биргәйне. Ул һүҙендә торҙо һәм 20 ноябрҙә осрашыуға саҡырылған 30-ҙан ашыу иң әүҙем блоггер менән Конгресс-холда ике сәғәт тә 45 минут дауамында күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште.

Блоггерҙарҙың фекере мөһим

БР Президенты виртуаль сиктәрҙә үҙе менән аралашыусыларҙың фекере мөһим булыуын белдерҙе.
– Беҙ бергә эшләйбеҙ, аралашабыҙ, тәҡдимдәребеҙҙе әйтәбеҙ. Минеңсә, кәрәкле йүнәлеш менән барабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов осрашыу башында.
Президент блогының почта йәшнигенә 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙы төркөмләп, баһалап ҡарағанда, шул күренә: мотлаҡ әүҙем эшләргә кәрәк. Башҡортостан етәксеһе белдереүенсә, ул республика граждандары өсөн яуаплылыҡ тоя. Уға республика ҡануниәтен яңынан ҡарарға, етәкселәрҙе алмаштырырға ла тәҡдим итәләр.
– Беҙ аҡыл менән, эҙмә-эҙлекле эшләргә тейешбеҙ, киҫкен аҙымдар конфликтҡа килтерә, ә бөтәһе менән дә көрәшеү дөрөҫ сәйәсәт түгел, – тине Рөстәм Зәки улы блоггер­ҙарға.

Эш, хеҙмәт хаҡы һәм торлаҡ

Ошо өс мөһим проблема ла блогта аралашыуҙың төп темаһы. Нәҡ ошолар республика хөкүмәте эшенең маҡсатлы күрһәткестәре булырға тейеш.
Президент 2014 йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырырға тигән бурыс ҡуйыуҙары хаҡында тағы бер тапҡыр телгә алып үтте. Төбәк башлығы быны вәғәҙә итте һәм йыл аҙағына тиклем «бюджетниктар»ҙың тағы бер өҫтәмә эш хаҡы аласағына баҫым яһаны. Был бурысты үтәү өсөн 1 миллиард 400 миллион һум аҡса кәрәк. Тағы 600 миллион һум аҡса мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә түләү өсөн тотоноласаҡ. Был сумманы, уҡытыу сифатының юғарылығына ҡарап, уҡытыусылар аласаҡ.
2011 йыл аҙағына бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 15 процентҡа арттырыу күҙаллана. Был өҫтәмә 3,5 миллиард һум аҡса кәрәк, тигәнде аңлата. Әйткәндәй, республикала эш хаҡының минималь күләме 4300 һумдан 5500 һумғаса күтәрелде.

Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш ҡаты буласаҡ

– Бюджет аҡсаһын рухи, әхлаҡи яҡтан фәҡир кешеләр урлай. Коррупция тураһында һүҙ алып барғанда, мин үҙ өлгөмдә һәм хеҙмәттәштәрем өлгөһөндә шуны күрһәткем килә: дәүләт хеҙмәте – ул үҙ кеҫәң өсөн түгел, ә халҡың өсөн эшләү, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Мин ришүәтселек мөнәсәбәттәрен төҙөүҙе дауам иткәндәргә ҡаршы ҡаты көрәшәсәкмен. Һәр кемгә асыҡ: намыҫлы эш алып бармағандар яза аласаҡ. ҡәбәхәттәр язаһын алыр, ә яҡшы эшләгәндәрҙе дәртләндерәсәкбеҙ.

Урындағы «башлыҡ»тар нисек һайланасаҡ?

Блоггерҙар менән осрашыуҙа республиканың муниципаль берәмектәре башлыҡтарын һайлау буйынса фекер яңғыраны. Президент эксперимент идеяһын хупланы.
– Әйҙәгеҙ, өс-дүрт ауыл советын алайыҡ та, ҡыҙыҡлы, эшләй алырлыҡ кешеләрҙе һайлап ҡуяйыҡ, – тине Рөстәм Зәки улы. Уның билдәләүенсә, урындарҙа үҙ потенциалы менән үҙидара өсөн ярарлыҡ аҡыллы кешеләр бихисап.

Киләһе йыл Мәҙәниәт йылы буласаҡмы?

Өфөнөң билдәле яҙыусыһы Айҙар Хөсәйенов 2011 йылды мәҙәниәт йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Блоггер иҫәпләп сығарыуынса, республиканың һәр кешеһе мәҙәниәт өсөн йылына 90 һум ғына тотона.
– Беҙҙә мәҙәниәт «тирәһендә» донъяға күрһәтерлек әйберҙәр бар. Мәҫәлән, «Урал батыр» эпосын ғына алайыҡ. Уны күп Европа телдәренә тәржемә итеп, Рәсәйгә лә, донъяға ла таныта алабыҙ, – тине Айҙар Хөсәйенов.
Президент әйтеүенсә, киләһе йылда Музыка йортон проектлау башланасаҡ. Бында республика симфоник оркестрына, гастролгә килеүселәргә махсус сәхнә төҙөләсәк. Бинаның өс йылдан да һуңға ҡалмайынса эшләй башларға тейешлеген белдерҙе республика башлығы. Шулай уҡ Рәссам йортон төҙөү ниәте лә бар.
– Беҙгә, ысынлап та, мәҙәниәттең асылын аңларға кәрәк. Мәҙәниәт йылын иғлан итеү процедураһы нисек булыр, әлегә белмәйем, әммә баштан уҡ мәҙәниәтте артыҡ фольклорлаштырыуҙан һаҡламаҡсымын. Иң мөһиме – уның асылында, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Урманды һаҡлау

Осрашыуҙа ҡатнашыусы бер блоггер урмандарыбыҙҙы һаҡлау, урмансы (лесник) вазифаһын тергеҙеү мәсьәләһен күтәрҙе. Элек урмансы үҙенә тәғәйен участкала ысын хужа булып, янғын сығыу хәүефен дә күргән, уны һүндерә лә алған, урманды бурҙарҙан һаҡлаған, был эштә ауыл халҡы ла булышлыҡ иткән. Хәҙер урмансылар юҡ. Шундайыраҡ үтенесен еткерҙе блоггер.
Президент был теманы күңеленә үтә яҡын алды:
– Ваҡытында мин «Рәсәйҙең һыу кодексы»н ҡабул итеү тирәләй «яулаштым». Үкенескә күрә, үҙ ҡарашымды яҡлай алманым. Әлеге федераль Һыу кодексы менән Урман кодексы уңыш­һыҙ. Лесниктарҙы бөтөрөү насар. Рәсәйҙәге йәйге урман янғындары быны раҫланы ла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Урманда уғрылыҡ «сәскә ата». Уға ҡаршы көрәшеү ауыр. Сөнки бындай төр уғрылыҡ – бер нәмә эшләмәй тиерлек аҡса табыуҙың иң еңел юлы. Бары тик урманды ҡырҡып һатырға ғына кәрәк. ҡырҡылған ағастың кубометры 100 һум тора, ә мең һумға һатыла. Әҙер продукцияның кубометры алты мең һумға барып баҫа.

Сабыйҙар тыуһын... балалар баҡсалары буласаҡ

Балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн 2011 йылда республика бюджетынан 2,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Район хакимиәттәре башлыҡтары алдында шундай бурыс тора: улар баҡсала урын етмәгән ғаиләләргә ике-өс мең һум күләмендә пособие түләүҙе ойошторорға тейеш. Президент фекеренсә, был бәләкәй шәхси балалар баҡсалары төҙөүгә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, ошондай баҡсаларға, айына хаҡы 10 – 12 мең һум булыу­ға ҡарамаҫтан, балаларын йөрөткән кешеләр күп.
Алдағы өс йылда Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөүгә һәм төҙөкләндереүгә 9 миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Ул саҡта сиратта торған 50 мең кеше 30 – 35 меңгә тиклем кәмейәсәк.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”