RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бейектә” йәшелсә үҫтереүсе

02.05.2014 “Бейектә” йәшелсә үҫтереүсе

Өфө магазиндарында һатылған помидорҙарҙа Люциә Ғилманованың да ҡул йылыһы бар
“Бейектә” йәшелсә үҫтереүсе
Өфө районының “Алексеевский” совхозының теплица комбинаты коллективының күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Люциә Ғилманова бында 20 йыл элек эшкә килә. Яңы ғына Кушнаренко аграр техникумын тамамлаған йәш белгес йәшелсәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Ул мәлдә теплицасылар яңы томат сортын эшкәртеүгә тотонған була – яңы технологияны, йәшелсәләрҙең уңыш серҙәрен, тәрбиәләү үҙенсәлектәрен үҙләштереү бик ныҡ оҡшай. Йыл һайын яңы сорттар, субстраттар, алымдар өйрәнеү ҡыҙҙың ҡыҙыҡһыныу­сан, тырыш холҡона тап килә.
Эйе, заманса теплицаларҙың бейеклеге, ҡорғанлау, елләтеү иҫәбенә хужалыҡта яҡшы уңышҡа өлгәшәләр. Тик барыбер бында ҡул хеҙмәтенән тыш бер ни ҙә башҡарып булмай. Ҡатындар ҡояш ҡалҡмаҫ элек, иртә менән эш урынына ашыға. Сөнки бында бик дымлы, һәм температура ныҡ күтәрелмәҫ борон улар күберәк эш башҡарып ҡалырға тырыша. Теплица хеҙмәткәрҙәре ике төргә бүленә – “бейектә” һәм “аҫта” эшләүселәр. “Аҫтағылар” бурысына уңыш йыйыу инһә, “бейектәгеләр”, бейек арбаларҙа йөрөп, йәшелсәләрҙе тәрбиәләй. Һуңғыларының һөнәрен еңелләштереүсе арбала кәүҙә тигеҙлеген һәр саҡ һаҡлай белеү мөһим – был төп хеҙмәт хәүефһеҙлеге.
Люциә Рәхимйән ҡыҙы “бейектә” эшләй. Бөгөн тәжрибәле йәшелсәсе буйға еткән “старбак” сортлы томаттарҙың, арбала йөрөп, артыҡ ян үренделәрен быуып бәйләй.
– Хужалыҡта аҙна һайын йәшелсә тәрбиәләү эштәренә йомғаҡ яһала. Люциә Ғилманованың күрһәткестәре яҡшы һәм тотороҡло, ул бер квадрат метр майҙандан 49 – 59 килограмм уңыш йыйып ала, – тип һөйләй алтынсы бүлексә идарасыһы Илгиз Хәйретдинов. – Люциә Рәхимйән ҡыҙы һәр саҡ оло ҡәнәғәтлек менән яңы сорттарҙы һынау буйынса бурыс ала. Ә сорттар һынауҙы барыһы ла башҡара алмай: үҫентене көн һайын күҙәтергә һәм яҙыуҙар алып барырға, уңайлы шарттар тыуҙырырға, йәшелсә тәлгәштәрен бәйләй белеү мотлаҡ һ.б. Көсөргәнешле һәм үтә яуаплы хеҙмәт башҡарыусы Люциә Ғилмановаға һәр саҡ ышанырға була.

А. ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Өфө районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”