RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Эшең һиңә йылмайып торорға тейеш”

02.05.2014 “Эшең һиңә йылмайып торорға тейеш”

“Эшең һиңә йылмайып торорға тейеш”– ти Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәшиҙә Байғужина
Бар ғүмерен яратҡан эшенә арнаған, хеҙмәте менән тыуған төйәген данлаған кешеләргә оло ихтирам менән, хеҙмәт кешеһе, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Хаҡтыр ҙа, сөнки ниндәй генә ваҡыттар булмаһын, ундайҙар илебеҙ үҫешенә тос өлөш индереүсе, үҫеп килеүсе быуынға өлгө булып торған. Бөгөн дә бар шундай замандаштарыбыҙ. Ошо көндәрҙә генә “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рәшиҙә Байғужина 30 йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә меңләгән кешегә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк иткән.
– Ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе көслө булды, – тип һөйләй Рәшиҙә Ғәттәр ҡыҙы. – Атай-әсәйем икеһе лә сығышы менән ауылдан, береһе – ғүмер буйы комбинатта, икенсеһе сауҙа өлкәһендә эшләне. “Эшләгән кеше генә ҡәҙер-хөрмәт күрер”, “Кем эшләмәй – шул ашамай” кеүек әйтемдәрҙе улар­ҙың ауыҙынан йыш ишетә инек. Ҡала мөхитендә балаларын шундай юл менән, улай ғына түгел, үҙҙәренең фиҙакәрлек өлгөһөндә тәрбиәләүе маҡтауға лайыҡ.
Рәшиҙә Байғужина әйтеүенсә, бәлә­кәй­ҙән һүрәт төшөрөү менән мауыға. Мәктәп йылдарында стена гәзите лә уның етәкселегендә сыға. Төҙөүсе булыу хыялы ла шул йылдарҙа ярала. Ни тиһәң дә, икеһе лә – бер-береһенән айырылғыһыҙ, ижади ҡараш талап иткән эштәр. һөнәрселек училищеһына уҡыр­ға килгәс, ҡыҙҙың һәләтен белеп ҡалған уҡытыусылар уны биҙәү-һүрәт төшөрөү эштәренә ҡушыр була.
– Өс йылдан уҡыу йортон тамамлап, Сибайҙағы СУ – 3 ойошмаһына эшкә килдем. Хеҙмәт практикаһын ошонда үтһәм дә, күңелдә тулҡынланыу, бер аҙ ҡурҡыу хисе тынғылыҡ бирмәй ине. Шул ваҡытта юлымда эш айышына төшөндөргән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләрҙең осрауына бәхетлемен, – тип һүҙен дауам итә төҙөүсе. – Үҙ һөнәрен яратҡан кеше генә уңыштарға өлгәшә ала, тигән фекерҙәмен. Быны, бер объектты тамамлап, икенсеһенә тотоноу, уныһын сафҡа индереп, киләһенә ынтылыуҙа күрәм. Яҡташтарыбыҙ килеп, рәхмәттәрен еткерә икән, был беҙҙе, төҙөүсе халҡын, илһамландырып ебәрә, күңелгә шатлыҡ өҫтәй.
Был һөнәр эйәләренә түҙемлек бирһен инде. Ҡышҡы сатнама һыуыҡ йәиһә йәйге эҫе булһынмы – эштәре туҡталып ҡалырға тейеш түгел. Хеҙмәтен намыҫ менән башҡарғандарҙы тәбиғәт ҡырыҫлығы ла ҡурҡытмай. Әлеге ваҡытта Рәшиҙә Ғәттәр ҡыҙы ун ике йыл тирәһе “Строй­механизация” йәмғиәтендә бригадир булып эшләй. Вазифаһы үтә лә яуаплы – утыҙға яҡын төҙөүсенән торған коллективты етәкләү, үҙеңдең тәжрибәңде башҡалар менән уртаҡлашыу.
– Һөнәребеҙ хәүефлеләрҙән һанала. Төҙөлөш ваҡытында бейектә бер генә таҡта буйлап йөрөгән ваҡыттар була. Бригадир булараҡ һәр эшсе өсөн яуап биргәнгә күрә йөрәгемде усыма тотоп йөрөйөм. Йәрәхәтләнеп, аяҡ-ҡулдары имгәнеп ҡуймаһын, тип борсолаһың. Ҡайһы саҡ төндә лә туҡтап тороу юҡ. Төҙөүсе эше тынғыһыҙ булһа ла, күңелле саҡтар күберәк хәтерҙә һаҡлана, – ти әңгәмәсем.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бригадир тәү сиратта эшселәрҙең тәртибенә иғтибар итә. Бында эскелекте үҙ иткәндәрҙе һәм тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы шунда уҡ эштән ебәреү яғы ҡарала. Сөнки, белеүебеҙсә, эшмәкәрлек һөҙөмтәһе хеҙмәт дисциплинаһы менән тығыҙ бәйләнгән.
– Эшең һиңә йылмайып торорға тейеш. Атайым һәр саҡ шулай тип өйрәтте, – тине хушлашыу алдынан алдынғы төҙөүсе. Төбәктәге социаль объект­тар­ға һәм йорттар­ға йән биргән Рәшиҙә Байғужина ошо һүҙҙәр­ҙе тормош девизы итеп алмаһа, хеҙмәтендә уңыштарға өлгәшә алыр инеме? Юҡ, әлбиттә.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”