25.04.2014 Һалдат бутҡаһын тәмләгән егет ауыҙынан
Төрлө саҡтар була тормошта. Түбәндәге сәхифә лә кемдеңдер билдәле бер ғүмер миҙгелендә тарих, онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалған, фәһем һәм һабаҡ биргән. Ауыр булһа ла, еңеллектә лә теге йәки был ваҡиғанан һабаҡ ала белеү үҙе бер ҡаҙаныштыр.
…Һаулыҡ ҡәҙерен сырхау ғына аңлай, тигәндәй, мин дә кеше организмының ни тиклем түҙем икәнлегенә әрмелә бер юлы 11 егеттән туҡмалғас ҡына төшөндөм. Туҡмалыу тип, бер яҡтан, был әҙ әйтелгән. Ошо рәүешле олораҡ егеттәр йәштәргә үҙенә күрә бер сынығыу дәресе бирә. Ҡойоп ямғыр яуған ҡап-ҡараңғы төндә асфальт түшәлгән ерҙә тәгәрәтеп йөрөтөп тормоштоң асылына “төшөндөрҙөләр”, йәшәүҙең ҡәҙерен “аңлаттылар”. Туҡмалыуҙың, йәғни тормош асылына төшөнөүҙең үҙенең ҡағиҙәләре, тәртиптәре лә бар. Ҡысҡырырға ярамай. Ҡысҡырһаң, офицерҙар ишетеп ҡалыуы ихтимал, ул саҡта инде һиңә был имтиханды яңынан бирергә тура киләсәк. Ҡаршылашырға ла ярамай. Кемеһенәлер үҙ-үҙеңде яҡлап ҡундырҙың икән – көт тә тор, һиңә был көс икеләтә-өсләтә килеп ҡунасаҡ. Ерҙә тәгәрәтеп тә типкесләйҙәр, баҫтырып ҡуйып, эске ағзаларҙың ныҡлығын да “тикшерәләр”. Былар мотлаҡ. Шунһыҙ ҡайҙа йәшәү ҡәҙерен аңлау?! Физик әҙерлегем ныҡ булғас, ауыртыныуҙарға түҙәм. Был түҙемлек “мөғәллимдәр”гә бирешергә теләмәүсәнлек кеүек ҡабул ителә һәм артабан тормош асылын табуреткалар ярҙамында “аңлата” башлайҙар. Бүтән ергә түгел, башҡа һуғалар. Ағас ултырғыстар емерелгәнсе. Башты ҡул менән ҡапларға ғына рөхсәт ителә, ә башҡа төрлө ялтаныуҙар өсөн тағы ла ҡатырағы көтә. Шуға тыныс ҡына йәшәү ҡәҙерен “аңларға” маташам, Аллаһы Тәғәләгә белгән-белмәгән доғаларымды уҡып мөрәжәғәт итәм. Еңелерәк булып ҡала һымаҡ (нимә көслө – доға көслө, тигәнде ишеткән бар, ҡартатайым мәрхүм тирә-яҡта абруй яулаған мулла ине үҙ ваҡытында). Ағас ултырғыстар шартлап һынған һайын эстән генә “Йә, Алла!”, “Бисмилла” һүҙҙәрен ҡабатлап, үҙ хәлемде үҙем еңеләйтергә тырышам. Хәйер, туҡмалыуҙан бөтә тәнең ойоп, ауыртыуҙың ни икәнен дә онотоп китәһең. Туҡмалып, йәғни кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән ғүмерҙең, тормоштоң асылына төшөнөү ошо һыҙланыуҙар баҫылғансы дауам итә әле. Шуны ла әйтергә кәрәк – күпме генә туҡмалма, бер ерҙә лә күгәргән урын тапмаҫһың. Һабаҡ биреүселәрҙең төп ҡағиҙәһе был. Юғиһә, һыҙырылып, күгәреп торған ерҙәреңде шәйләп ҡалып, командирҙың янъял ҡуптарыуы ихтимал. Ни тиһәң дә, ХХI быуат әрмеһе. Уларҙың уйынса, элекке “бабайлыҡ” тамырынан “йолҡоп” ташланған. Ә ысынбарлыҡта иһә тәртип һаман да элеккесә...
Туғыҙ көндән бөтә һыҙланыуҙарым үтте. Йәшәүҙең, һау сағымдың ғына түгел, ғүмер буйы иренән (атайымдан) туҡмалып йәшәгән әсәйемдең дә ҡәҙерен нығыраҡ белә башланым. Яйлап барыһы ла үҙ урынына ултырҙы, хәл инде, хәҙер сират миңә лә килеп етте. Нимәгә сират тиһеңме? Йәштәргә йәшәү ҡәҙерен “аңлатыу”ға. Күҙемә тап шундай малай ҙа салынды.
Хеҙмәткә яңы ғына саҡырылған был егет әле әрме тәртиптәрен белеп етмәй. Ипле генә күренгән егеткә нисек итеп тик-томалдан һуҡмаҡ кәрәк? Бәйләнерлек сәбәп тә юҡ һымаҡ. Тота килеп: “Әйҙә, йәшәргә өйрәтәм!” – тип һуғып булмай ҙа инде... Бер көн үтте шулай, өс көн... Баяғы егет хаҡында бөтә мәғлүмәт туплап бөттөк. Баҡтиһәң, үкһеҙ етем икән ул. Яҙмыш тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған, әсәй-атай наҙы күрмәгән бала. Күңелдә миһырбанлыҡ уянғандай булды, йәлләү тойғоһо ҡалҡып сыҡты. Хәҙер инде үҙем, әрменең күренмәгән яғында тәртип булдырып йөрөүсе “бабай” булараҡ, быға тиклемге “тормош һабаҡтары” программаһын үҙгәртергә булып киттем. Тәүге көндә бала-саға кеүек йомаҡ ҡойҙоҡ. “Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ” тигән йомаҡтарҙан башлап ебәргән ярышыбыҙ элек өләсәй-ҡартәсәйҙәребеҙҙән ишеткән “өй башында айыу бейей”, “өй башында ярты икмәк” кеүектәрен иҫкә төшөрөү менән дауам итте. Күңелле генә йоҡларға ятыштыҡ.
Иртәгәһенә халыҡ ижадының үлемһеҙ өлгөһө – әкиәт һөйләшһәк, унан һуңғы көндәрҙә эпос тиклем эпостарға мөрәжәғәт итергә лә баҙнат иттек. Артабанғы һөйләшеүҙәр ижад, мөхәббәт, әҙәбиәт, ғаилә ҡиммәттәре һәм, әлбиттә, тормош асылы хаҡында булды. Һәр көн беҙҙең өсөн үҙе бер байрам кеүек ине. Кемдер йырлай, кемдер гитара сиртә, арабыҙҙа пародистар ҙа табылды – тотош бер ансамбль йыйылды ла ҡуйҙы. Йырлап туйғас, мәктәп йылдарында уҡытыусыларыбыҙҙан әрләнә-әрләнә уҡыған әҫәрҙәр хаҡында гәпләшәбеҙ. Фонвизиндың Митрофанушкаһы ла, Горькийҙың Изергиль ҡарсығы ла бер туғандай яҡын булып китте. Пушкин, Есенин шиғырҙарын яттан һөйләйбеҙ, Шолоховтың “Тымыҡ Дон”ы иһә беҙҙең өсөн бер хазина кеүек. Көлөшәбеҙ, моңланабыҙ, уйланабыҙ, янабыҙ, көйәбеҙ һәм, иң мөһиме, ошо рәүешле тормош асылына төшөнәбеҙ, йәшәүҙең генә түгел, көндөң, һәр минуттың ҡәҙерен аңлағандай булғас, ҡайтырға ваҡыт та еткән, имеш...
Бер туғандай яҡынайған хеҙмәттәштәрем менән хушлашыу шул тиклем яманһыу, күңелемдең бер өлөшө тороп ҡалғандай булды... Әрме сафынан ҡайтҡас та улар менән хәбәрләшеүҙән туҡтаманым. Ҡыҙыҡ темаларға һөйләшеүҙәргә мине лә йәлеп итеп торҙолар. Шулай һәр кемебеҙ яйлап тыуған яҡтарға таралышты. Таралыштыҡ, әммә күңелдәребеҙ менән яҡынайҙыҡ. Әле һаман булһа аралашып, бер-беребеҙҙең туйҙарына йөрөшөп, әрме ҡыҙыҡтарын иҫкә төшөрөп, көлөшөп, осрашып йәшәйбеҙ.
P.S. “Бабайҙар”ҙан туҡмалыу ҡөһөрөн йәштәргә төшөрһәк, бәлки, беҙҙе бөтөнләй икенсе киләсәк көткән булыр ине, тип уйлайым хәҙер. Әрмегә тиклем хәмер менән дуҫ булғаны спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара башланы, ҡайһылар дин юлына ла баҫты. Әрме һабаҡтарынан беҙ үҙебеҙгә кәрәген, файҙалы яғын ғына алдыҡ.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.
Күгәрсен районы.