RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!

25.04.2014 Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!

Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!Мәғлүм булыуынса, беҙҙең республикала баҫмалар бихисап. Һәр береһенең үҙ тауышы, үҙ йөҙө һәм үҙ тарихы. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Шоңҡар” журналы ла шулар араһында айырым урын биләп тора. “Шоңҡар”ҙың бөгөн ныҡ­лы егет ҡорона аяҡ баҫҡан сағы. Эйе, уға 20 йәш. Жур­налдың баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН менән әңгәмәбеҙ баҫманың үткән юлы, үҙенсәлеге хаҡында.

– Мөнир Сәхиулла улы, һүҙҙе шунан башлайыҡ. Үҙегеҙ беренсе тапҡыр журналды ҡулға алғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Нин­дәй тойғолар булғайны?
– Тәүге тапҡыр ҡулға алғанды ғына түгел, беренсе һанын да хәтерләйем. Журналдың тәүге баш мөхәррире булған Таңһылыу апай Ҡарамышева “Шоңҡар” ҙың тәүге һандарын нисек әҙерләүҙәре хаҡында ҡыҙыҡ итеп һөйләй. Хәҙер ҡыҙыҡ һымаҡ та, ә ул саҡта… “Бина итеп үҙем йәшәп ятҡан ике бүлмәле ҡыҫынҡы “хрущевка”ны һайларға тура килде. Кадрҙар эҙләп табып, бер тин дә эш хаҡы булмаған эшкә Әхмәр Үтәбайҙы, Дамир Шәрә­фетдиновты, Әлмира Кәримованы һәм башҡаларҙы саҡырҙым. Улар көн дә минең фатир­ға эшкә килә. Рубрикалар уйлайбыҙ, материал туплайбыҙ, баҫманы формалаштырабыҙ, биҙәйбеҙ, иҙән тулы ҡағыҙ… Мин Устав яҙам, журналға ойоштороусы эҙләп, Аҡ йортҡа юл тапайым. Ярай ҙа баҡсамда үҫтерелгән бәрәңге бар, шуның менән туҡланабыҙ. Бер бүлмәлә ҡыҙым, бәләкәс ейәнсәрем, беҙгә хыялыйҙар­ға ҡарағандай, һынсыл ҡараш ташлап йөрөүсе сабыр кейәү бала…” – тип көлә “Шоңҡар”ҙың “әсәһе”.
Ә уйлаһаң, шул осор кешеләренең фиҙакәрлегенә хайран ҡалырлыҡ, һоҡланырлыҡ бит. Илгә, халыҡҡа булған ҡайнар мөхәббәт шундай ҡабатланмаҫ аҙымдарға этәрәлер. Батырлыҡ был.
Тәүге һанын хәтерләйем. Тыш­лығында Юлай Асҡаровтың “Рух” рок-төркөмөнөң фотоһы ине. Был да бер үҙенсәлек. Сөнки ябайса фекерләһәләр, милләт, тарих тип янғанда ҡурай, йә башҡа сим­волдар­ҙы ҡуйһалар, үҙгәреш көткән йәштәрҙе, бәлки, ылыҡтыра ла алмаған булырҙар ине. Ә ул ваҡыттағы “Шоңҡар”ҙар шунда уҡ башҡаса, заманса ҡарашын тәүге биттән үк күрһәткән. Рокҡа, Көнба­йыштыҡы, тигән ят, сәйер ҡараш әле бөтөнләй һүрелмәгәйне. Был да ҡыйыулыҡ. Ә икенсе битендә Башҡорт батырының портреты ине. Ә эстә тарихҡа ла, йолаларға ла урын бирелгәйне. Ҡыҙыҡлы һәм үтә тик “Шоңҡар”са ғына рубрикалар иҫте китәргәйне. “Ҡанбаба”, “Аһәң”, “Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, “Арҙаҡлы башҡорттар”, “Сәсмәүер”, “Фәнтәзи”… Әйткән­дәй, рубрикаларҙың күбеһе бөгөнгәсә һаҡланып килә әле ул. “Шоңҡар”ҙың тәүге ике һаны “Китап” нәшриәтендә ул саҡтағы директоры Ғәлим Хисамовтың тырышлығы менән альманах булараҡ донъя күрә. 1994 йылда ғына рәсми рәүештә журнал булараҡ үҙ уҡыусыларына барып етә.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары – рухи күтәрелеш, милләтебеҙҙең үҙ асылына ныҡлап ҡайтҡан сағы. Ул саҡтағы тойғолар хаҡында ике һүҙ менән әйтеп була: ниһайәт һәм ғорурлыҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт телендәге йәштәр журналын ҡулға алыу тарихи мәл ине. Беҙ быны, ул саҡтағы йәштәр, бар йөрәгебеҙ менән тойҙоҡ. Көтөп алдыҡ һәм ғорур инек.

– Бөгөнгө һанды ҡулға алғанда ни кисерәһегеҙ?
– Бөгөн ныҡлы егет ҡорона ингән сағыбыҙ. Уйлай китһәң, сабый булып донъяға килмәне “Шоңҡар”. Тыуғас та, бәһлеүән ир-азаматтай, ата-бабалар рухын иңенә алып, зиһенен тағып, ҡанаттарында йәш ирекле республиканың затлы хазиналарын барлап күккә ашты “Шоңҡар”! Халҡы беләгенә һәр табышына ташланыр йылғыр ҡош булып түгел, ә һәр асышты, һәр табышты аҡыл һәм талант итер, һәр һүнгәнде, һәр ҡалҡынырға йыйын­ғанды терелтер һәм балҡытыр өсөн ҡунды ул. Бөгөн дә уның ҡарашы үткер, зиһене яҡты.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡанаттар осҡанда нығый, шоңҡар, бөркөт кеүек затлы ҡоштар тик бейеклектә генә һынала. Баҫманың да үтә бейеккә, артыҡ түбәнгә төшөп осҡан саҡтары ла булғандыр. Булғандыр… Заман менән бергә барғас, йәмғиәт менән бергә талпынғас… Тик түбән төшкәндә лә бәҫен юғалтманы, барған юлынан тайпылманы, бейектә һынсыл ҡараш ташлап йөҙгәндә лә ихласлығын, ябайлығын һәм, иң мөһиме, бер мәл барыбер ҙә ергә төшөп лайыҡлы, туған, үҙе үҫтергән иңгә, беләккә, йөрәккә ҡунасағын онотманы. Онотмаясаҡ та.
Һәр һанды әҙерләгәндә лә беҙ, бөгөнгө “Шоңҡар”ҙар, шуға иғтибар итәбеҙ, алдағы ағай-апайҙарҙың эшен лайыҡлы алып барабыҙмы? Беҙ ҙә улар кеүек йәштәрҙе бергә туплай алабыҙмы? Һүҙ юҡ, һәр заман үҙ маҡсатын, үҙ бурысын тыуҙыра. Бергә тупланыр йәштәр­ҙең уртаҡ уйҙары ниҙә, уртаҡ хәстәр­ҙәре бармы? Бына шуны асыҡлайбыҙ тәүҙә, шунан барыр юлдарҙы эҙләйбеҙ. Шәп һанды ҡулға алғанда, йәғни бөгөнгө заман йәш ҡыҙ-егетенә “аҙыҡ” булырҙай фекер уята алғанбыҙ икән, элеккесә, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Һәм әле лә ҡайһы саҡ “ниһайәт!” тип әйткән саҡтар ҙа була. Сөнки һәр атҡан уҡ сәпкә теймәҫкә лә мөмкин.

– Йәштәр өсөн журналдар күп илебеҙҙә, гламурҙары ла, рекламалыһы ла, артыҡ сағыуҙары ла һәм миллиҙәре лә. Һеҙ уларҙан нимәһе менән айырылаһығыҙ? Нимәһе менән өҫтөнһөгөҙ?
– Өҫтөнлөктәребеҙ етерлек. Беренсенән, “Шоңҡар” бөгөн дә һәр кемгә ихласлыҡ һәм йөҙөп осорлоҡ иркенлек бүләк итә. Беҙ бер ҡасан да уҡыусыларыбыҙға үҙебеҙҙең фекерҙе тағып барманыҡ, тик шулай ҙа уйланырға ла, уйнап алырға ла саҡыра белдек шикелле. Йәмғиәттә һәр заманда ла йәштәргә бер төрлө генә ҡараш йәшәмәне лә, йәшәмәйәсәк тә. Йәшәмәһен дә. Бер төрлөлөктө, һоролоҡто һөймәй йәшлек. Шуға йәштәр кеүек, тормош кеүек төрлө журналыбыҙ. Төрлөлөктә хәрәкәт, ынтылыш, эҙләнеү йәшеренгән. Шуны аңлайбыҙ, шуға ла һәр кемгә үҙ талантын асырға, үҙ ҡарашын белдерергә ирек ҡуябыҙ. Икенсенән, бер көнлөк, аҙналыҡ-айлыҡ журнал түгел беҙ, киләсәк өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Бөгөн һалған орлоғобоҙ ун-ун биш йылдан татлы һәм “витаминлы” емеш бирһен тип тырышабыҙ. Һәм ул бирәсәк тә. Үҙ телен, үҙ моңон, үҙ тарихын белгән һәм затлы машинала, һарай кеүек өйөнә, яратҡан ҡатынына, үҙ телендә һайрашҡан балалары янына ашыҡҡан ир-азаматтар, аҡыллы, тик заманса фекерләй алған, иле, донъяһы өсөн хәстәрлекле гүзәл заттар киләсәк бөгөнгө замана уҙамандарына алмашҡа.
Өсөнсөнән, бөгөнгөнө үткәндәр (данлымы ул, ғибрәтлеме) һәм киләсәк (ышаныслы һәм бөгөнгөнө ҡәҙерләгән) менән бәйләп, төплө анализға ҡоролған, йәмәғәтселек фекере тыуҙыра алған материалдар уҡыусыға ҡыҙығыраҡ та, кәрәгерәк тә. Яңылыҡтар, мәғлүмәттәр ҡағыҙ баҫмаларҙа улай уҡ ҡыҙыҡ һәм оператив түгел хәҙер, башҡа сараларҙың тиҙлеге шәберәк булған өсөн генә түгел, гәзит-журналды уҡыусы аҡыл туплар, фекерләр өсөн ҡулға ала бөгөн. Быныһын да онотмайбыҙ. Тағы ла йәштәр бөтөнләй башҡаса уйлағанда, ҡағыҙ форматҡа ғына йәбешеп ятыу ҙа дөрөҫ түгел кеүек. Шуға ла “Шоңҡар” интернет сайтының бик популяр булыуы, ә ул үткәргән “Минең Рәми”, “Халыҡ шағиры Бикбай” видеоконкурстары, “Ҡош юлы” гитарала уйнап башҡортса йырлаусыларҙың фестивале республикала ғына түгел, ил, донъяның айырым төбәктәрендә ҡыҙыҡһыныу уятыуы беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға бер дәлил дә. Беҙ йәштәр менән, заманса фекерләгәндәр менән бер һуҡмаҡтан, юҡ, хәҙер бер киң юлдан барабыҙ.
Тағы бер өҫтөнлөгөбөҙ – әҙәп. Юҡ, оятһыҙ секс, айырым секталар, шәхестәрҙең шәхси тормошондағы нескәлектәре хаҡында яҡтыртмау­ҙа, үҙеңдең фекереңде тағып бармауҙа ғына түгел әҙәплелегебеҙ, ә иң мөһиме – яҡшылыҡ менән насарлыҡ, яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, изгелек менән яуызлыҡ айырмаһын айыра белеүебеҙҙә, йәғни сикте күрә алыуыбыҙҙа. Ә ул белем-һәләт халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың тормошон, күңелен, тарихын аңлауҙан килә. Йәштәр журналында, һүҙ ҙә юҡ, секс, технологиялағы насар алымдар һәм башҡалар хаҡында ла булырға тейештер, тик нисек, ниндәй уй-теләк менән бирәһең – ул инде журналыңдың баяғы маҡсаты-бурысынан тора. Шуға ла артыҡ сағыу журналды ҡарап сыҡҡас та онотаһың, ә беҙҙе уҡығас та оҙаҡ уйланаһың, һығымталарға киләһең. Ә был инде сәнғәт юғарылығында эш итеүҙе аңлата.

– Сәнғәт юғарылығында эш итеүселәр кемдәр инде?
– Ирония менән бирелмәнеме һорауығыҙ?

– Юҡ. Киреһенсә, һоҡланып.
– “Шоңҡар” талантлы авторҙары, хеҙмәткәрҙәре менән бәхетле. Журнал мөхәррирҙәре Таңһылыу Ҡарамышева, Әмир Әминев, Ир­шат Теләүембәтов һәм Азамат Юлдашбаев, Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡов, Әкрәм Бейеш, Зәкир Зиннәтуллин, Салауат Ғәлләмов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Илгиҙәр Бураҡаев, Таһир Ишкинин, Эль­мира Ибраһимова, Мансур Ғил­фанов, Илдар Ғәбитов һәм башҡалар күтәргән мәсьәләләр һәр осор­ҙа көнүҙәк булып йөрәккә генә барып етмәгән, милләтте күтәрер­ҙәй, әйҙәрҙәй көскә лә эйә булған.
Әҙәби рубрикаларҙа башта йәш әҙиптәр иҫәбендә йөрөгән, хәҙер инде танылған яҙыусылар булып киткән Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Әхмәр Үтәбай, Фәрзәнә Аҡбулатова йыш сығыш яһаған авторҙарға әүерелә. Ғөмүмән, ошо егерме йыл дәүерендә “Шоңҡар” йәш яҙыусыларҙың, ҡәләм тирбәтеүселәрҙең майҙан тотҡан урынына әйләнә. Әҙәбиәткә әле атап үткән быуындан һуңғараҡ килгән яҙыусылар Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов, Азамат Юлдаш­баев, Ғилман Ишкинин, Зөлфиә Ханнанова, Рәсүл Сәғитов, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина һәм башҡалар ҙа унда даими баҫылып тора. Уларҙан да йәшерәк быуын вәкилдәре Гөл­нара Хәлфетдинова, Мөнир Иҡса­нов, Морат Солтанов, Гөлнара Хә­сәнова, Гөлнур Ҡыуатова, Зем­фира Әбүшаһманова, Айгөл Айыт­ҡолова, Таңсулпан Рәсүл, Айгөл Йәмилева әленән-әле шиғри күстәнәстәрен тәҡдим итә. Йәш прозаиктар Марат Әминев, Рәмилә Торомтаева, Рәйлә Сабитова, Миләүшә Ҡаһар­манова, Фәйез Харрасов һәм башҡалар журнал биттәре аша үҙ уҡыусыларын тапты. Был әҙәбиәтселәрҙең күбеһе журналистика өлкәһендә лә уҡымлы материалдары менән уҡыусыларыбыҙҙың күңелен яулаған.
Бөгөн журналда талантлы, ҡа­наттары ныҡ йәштәр Илшат Зари­пов, Гөлнара Мостафина, Гөлшат Ҡаһарманова, Алина Зәйҙуллина, Ләйсән Шәрипова, Гөлсинә Йо­сопова, Шамил Яубаҫаров, Рәшит Зәйнуллин һәм башҡалар ең һыҙғанып эшләй. Һәм беҙ бөгөн дә ҡулға-ҡул тотоношоп: “Ос иреккә, Башҡортостан!”, “Ос бейеклеккә, “Шоңҡар”!” – тип өндәшәбеҙ.

– Юбилейығыҙҙы билдәләйһегеҙме?
– Әлбиттә, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙҙы, тоғро уҡыусыларыбыҙҙы һәм бар “Шоңҡар”сыларҙы 25 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында “20 йыл бергә” тип аталған юбилей-концерт кисәһенә көтөп ҡалабыҙ. Рәс­милектән ҡасып, бары йыр-моң, күтәренке кәйеф тулҡынында йөҙөргә саҡырабыҙ. Шәп йырсылар, оҫта бейеүселәр буласаҡ. Шунда уҡ киләһе ярты йылға журнал­ға яҙылырға ла мөмкин. Кисә барышында журналға яҙылыу квитанциялары буйынса сәхнәнән лототрон уйнатыласаҡ. Алдан яҙыл­ған булһағыҙ, үҙегеҙ менән алып килегеҙ. Үҙебеҙҙең сайтта был турала тулы мәғлүмәт бар.

Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”