RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Умартасылыҡ фанаты

25.04.2014 Умартасылыҡ фанаты

 Умартасылыҡ  фанатыКөйә тәү ҡарашҡа бөтөнләй файҙаһыҙ йән эйәһе һымаҡ. Быға тиклем балауыҙ көйәһенең дә зыяны хаҡында ғына ишетеп белә инем. Бал ҡорттары өсөн ул беренсе дошман. Ысынбарлыҡта, башҡа яҡтарҙа был бөжәктәр халыҡ медицинаһында ифрат киң ҡулланыла. Быуаттар буйы был хаҡта бары тик умартасыларға һәм имселәргә генә мәғлүм була.
Салауат районының Яубүләк ауылында йәшәүсе Ришат Носратуллин беҙҙең төбәктә тәүгеләрҙән булып балауыҙ көйәһен дауаланыу маҡсатында файҙаланыу нескәлектәренә төшөнә. Тәүҙә атаҡлы умартасы махсус әҙәбиәт менән таныша. Былтыр йәй, бер аҙ теоретик белем туплағандан һуң, Ришат ағай көйәләрҙе умартаға яба.
– Көйәнең барлыҡ ғүмере умарта эсендә үтә. Тимәк, туҡланыу өсөн кәрәҙ, балауыҙ ҡулланыу­ҙары тәбиғи. Балауыҙ химик реакцияға ауыр бирелә, тәбиғәттә уны иреткән реагент табыуы ҡыйын. Ә бына үҙенсәлекле химик матдәләр бүлеүсе көйә ҡарышлауыҡтары уны тулыһынса эшкәртә. Ошо ҡарышлауыҡтарҙан экстракт әҙерләйем. Уның составында махсус тәбиғи фермент – церраз бар, – ти Ришат Рафинат улы. – Экстрактты ҡулланыу өлкәһе киң. Уны туберкулез, респиратор аллергия, астма, пневмония, бронхит, кардионевроз, аритмия, тахикардия менән яфаланғанда, инфаркт, инсульт үткәргәндә файҙаланырға мөмкин. Дөрө­ҫөрәге, кәрәк. Экстрактты ҡулланыу иммунитетты нығытыуға, дөйөм физик торошҡа ыңғай йоғонто яһай. Уны шулай уҡ гинекологик, гастро­энтерологик, гематологик ауырыу­ҙарҙы дауалағанда эсергә ярай. Экстракт биш йылға тиклем һаҡлана.
Ришат ағай шөғөлө хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ихлас, алсаҡ, киң күңелле кеше ул. Алға йүгереп һеҙгә шуны еткерәм, уның бәйән иткәндәренә тағы бер инаныу өсөн юлдан ҡайтыу менән компьютер артына ултырҙым. Балауыҙ көйәһе ҡарышлауыҡтарынан әҙерләнгән экстракттың файҙаһы хаҡында тотош бер китап яҙырлыҡ икән. Хәйер, ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күреү яҡшы…
Ришат ағай тағы бер оло эшкә тотонған. Ул йортонда канди әҙерләй. Етештереү процесы, үҙенсәлектәре, умартасылыҡтың башҡа нескәлектәре хаҡында ул һәр мөрәжәғәт итеүсегә аңлатырға әҙер.
– Совет ағзаһы булараҡ, был минең бурысым. Шылтыратыуҙар буйынса урындарға сығам, кәңәштәр бирәм, ҡыш дауамында тирә-яҡтағы бал ҡорттарына беренсе ярҙам күрһәтергә тура килде, – хужаның йөҙөнә эскерһеҙ ҡәнәғәтлек билдәләре сыҡты.
Була бит тормошта Ришат ағай кеүек үҙ эшенең фанаттары. Ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, алға, тик алға ынтылалар һәм уңышҡа өлгәшәләр. Улар – йәмғиәттең, милләттең тотҡаһы, яҡты нуры, ҡеүәте. Киләсәктә геройым яңынан-яңы асыштары менән ҡыуандырыр, һоҡландырыр тип уйлайым.

Данис ФӘТҠУЛЛИН, Салауат ра­йо­нының Бишәүҙәр ауылы, 66 йәш:
– Август айында инфаркт үткәр­ҙем. Ошонан бирле Ришат ҡусты биргән экстрактты ҡулланам. Ноябрҙә Өфөлә операция яһанылар. Эсемлекте баш ҡала хирургтарына күрһәттем. Улар: “Файҙаһы хаҡында ишеткәнебеҙ бар, тик әлегәсә ҡулланыусылар юҡ ине”, – тине. Хәҙер миңә услап дарыуҙар йотоуҙың кәрәге юҡ, экстракт – иң шәп профилактик сара. Ул миңә көс, дәрт өҫтәне.

Нәжиә Хатмулла ҡыҙы, Салауат районы, хаҡлы ялда:
– Файҙаһы күп. Мин хроник бронхит, быуылыу менән яфалана инем. Экстрактты ҡуллана башлағас, сирҙәрем ҡул менән һыпырғандай юҡ булды. Ейәнемдең артынан ҡалмайым, йүгереп йөрөйөм. Ҡан тамырҙары киңәйгәндә, организмда таштар булғанда ла ҡулланырға ярай.

Гөлнәфисә Рафиҡ ҡыҙы, Дыуан районының Мәсәғүт ауылы:
– Минең диагнозым – хроник гипертония, ирем инсульт үткәр­ҙе. Экстрактты ике ай ғына ҡулланыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ың­ғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Ҡиммәтле дарыуҙар алғансы, кәрәҙле эсемлекте ҡулланыу күпкә отошло.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”