11.04.2014 Илгиҙәр ҡыҙ
БДПУ-ның тарих факультетында уҡыусы Учалы ҡыҙы Гөлнур Ғәлиәхмәтова китаптан ғына белгән тарихи урындарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә ашҡына
– Әхирәт, мин ҡайттым! Ни хәлдәһең? Әйҙә, күрешәйек!
Гөлнур әхирәтем сираттағы сәфәренән ҡайтып төшә лә, миңә шылтыратып, ҡыуаныс-шатлыҡтары менән бүлешә. Бар эшемде ташлап, осрашыуға ашығам. Йүгермәй ни, Мысырға барып, ҡыш айында Ҡыҙыл диңгеҙҙә кинәнеп һыу инеп ҡайтты бит ул!
Атай-әсәйемдең кеҫәһе ҡалыныраҡ булһа, мин дә уйлап тормай, сит илгә сығып ял итеп ҡайтыр инем, тип әйтер күптәр. Тик Гөлнур уҡыуындағы уңыштары өсөн юғары стипендияға лайыҡ була. Бына шул аҡсаны йыйып, ата-әсәһе ярҙамы һәм фатихаһы менән теләген тормошҡа ашыра башлай. Тәүҙә Ҡазанға бара, ә көҙгөһөн ун көнгә Төркиәгә оса. Һалҡын февраль айында Мысырҙың Луксор ҡалаһында ял итеп ҡайта.
Бәләкәй саҡтан үҙ һүҙле, ныҡышмал, ҡуйған маҡсатына ынтыла белгән ҡыҙ бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетында 4-се курста белем ала. Вуз тормошонда ҡайнап йәшәй, йыр-бейеүгә әүәҫ, “Алтын ай” йыр ансамбленә йөрөй. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулайҙар. Ошондай рухлы, тырыш, илгиҙәр ҡыҙ менән, гәзит уҡыусылар, һеҙҙе лә таныштырып үткем килә.
– Ҡаратабын һылыуы мин. Учалы районының Ыҫтамғол ауылынан Гөлнур Ғәлиәхмәтова булам. Мәктәптә бик тырышып уҡыным, сөнки математика, химия фәндәре ҡыйыныраҡ бирелә ине. Ә тарих китабын алыу менән уҡыу йылы уртаһына уҡ ҡырҡ ҡат уҡып сыға торғайным. Был ҡыҙыҡһыныуҙарым мине тарих факультетына алып килде лә инде. Уҡыған сағымда Уральск ҡасабаһында йыр дәрестәре алдым. Фортепианола уйнарға өйрәндем. Үҙебеҙҙең мәктәп, район кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнаша килдем. Йыр дәрестәрен һағынып көтөп ала инем, ул халыҡ, эстрада йырҙары, романстар... Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Өфөгә юлландым. Әле минең алда диплом эше тора.
Үткән йәй төркөмдәштәр менән Ырымбур өлкәһенә практикаға – археологик эҙләнеүҙәргә сыҡтыҡ. Унда бик бай ҡомартҡыға юлыҡтыҡ – 2,5 мең йыл элек ерләнгән ҡатындың һынын һәм иртә Сармат мәҙәниәтенә тап килгән әйберҙәр таптыҡ.
Сәйәхәт итеүгә килгәндә, сит илдәр хаҡында уйламай ҙа инем. Бәләкәй сағымдан ғаиләбеҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһен, Ғәҙелша шарлауығын, Арҡайым ҡаласығын күреп һоҡландыҡ. Үҙебеҙҙең тыуған Башҡортостанда ла иҫ киткес урындар күп бит. Көнсығыш илдәренә ныҡ ғашиҡмын. Төркиә, Мысырға диңгеҙ буйында ҡояшта ҡыҙынып ятыр өсөн генә барманым. Үҙем тарих буйынса уҡығас, башҡа илдәрҙе күрге килә, унда йәшәгән милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеп, улар менән аралашып ҡарарға, китаптан ғына уҡып белгән, һүрәттәрен күргән тарихи урындарҙы үҙ күҙем менән күреп ҡайтырға тигән теләктәрем тормошҡа аша бара, Аллаға шөкөр! Төркиә халҡының ҡунаҡсыллығы хайран ҡалдырҙы. Сиде, Алания, Анталия ҡалаларында булдыҡ. Милләттәр дуҫлығын нығытып, үҙебеҙгә дуҫтар табып, бөгөн дә “Бәйләнештә” сайтында аралашып торабыҙ. Ә Мысырҙа бәҙәүиҙәр менән күрештек. Экстрим яратҡан кеше булараҡ, дайвинг менән шөғөлләнергә булдым. 14 метр тәрәнлеккә һыу аҫтына төшөп, төрлө төҫтәге балыҡтарҙы күреүе ҡыҙыҡ булды. Хургадала булдым, Луксор тигән тарихи ҡала онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мине ошондай алыҫ сәфәрҙәргә фатиха биреп оҙатып ҡалған, һағынып ҡаршы алған атай-әсәйемә, туғандарыма, яҡын дуҫтарыма оло рәхмәт әйткем килә. Ғүмер бит бер генә, мөмкинлек, иң мөһиме, теләк булғанда хыялдар ысынбарлыҡҡа әйләнә, – ти илгиҙәр ҡыҙ.
Афарин, тип әйтергә генә ҡала һиңә, Гөлнур! Уҡыуыңды уңышлы тамамлап, теләгән ереңә эшкә инеп, артабан да яңы үрҙәргә үрлә. Һинең кеүек башҡорт ҡыҙҙары барҙа, ҡаҙанда бишбармаҡ бешер, табынды сәк-сәктәр биҙәр, иншалла!
Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ студенты.