RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин...»

11.04.2014 «Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин...»

«Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин...»Башкөлләй социаль селтәр­ҙәргә сумып, интернетһыҙ бер көн (ҡайҙан бер көн, бер сәғәт!) йәшәй алмаған уҡыусы балаларҙы нисек итеп әҙәбиәткә ылыҡтырырға? Шиғ­риәт һөйөүселәр, шул уҡ «ҡо­рал»ды, йәғни «Бәйләнеш­тә» сайтын файҙаланырға тәҡдим итеп, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Баш­ҡорт теле» шиғырын һөйләү буйынса флешмоб ойошторҙо.

Шиғри марафон тәү сиратта мәктәп балалары һәм китапханаларҙың әүҙем уҡыусылары өсөн уҙғарылһа ла, теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Сараға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәргә бер генә шарт ҡуйылды – Зәйнәб Биишева­ның үрҙә әйтелгән шиғырын тасуири ятлау кәрәк ине:
Моң шишмәһе һандуғастай
йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай
нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй
наҙлы ла һин,
Эй илһамлы, эй хөрмәтле
башҡорт теле!
– 21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә халыҡ яҙыусыһы яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишеваның «Баш­ҡорт теле» шиғыры республикабыҙҙың бихисап төбәгендә бер юлы яңғыраны, – тип һөйләй ойоштороусыларҙың береһе, йәш шағирә Айгөл Айытҡолова. – Был­тыр май айында халҡыбыҙҙың тағы ла бер арҙаҡлы шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләү буйынса шиғри марафон үткәйне. Унда беҙҙең райондан 130-ҙан ашыу шиғриәт һөйөүсе ҡатнашты. «Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин» тип атал­ған шиғри флешмоб тәүҙә район кимәлендә генә иғлан ителһә лә, республиканың башҡа төбәктәренән дә ҡатнашырға теләк белдер­ҙеләр. Әлбиттә, беҙ ҡушҡуллап риза булдыҡ, ҡатнашыусыларҙы әйҙүкләп ҡаршы алдыҡ.
Шиғри марафонды берен­се­ләр­ҙән булып баймаҡтар, белореттар, бөрөләр күтәреп ала. Улар хатта бер көн алда үткәреп, видеояҙмаларын махсус асылған төркөмгә лә һалдылар. Шулай уҡ Салауат, Дыуан, Благовар, Бөрйән райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәре уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Сара Зәйнәб Биишева шиғыры буйынса үткәрелгәс, Күгәрсен районы башҡаларға өлгө күрһәтте, айырып әйткәндә, Мораҡ башҡорт гимназияһы, Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәп, Туйымбәт, Яңы Хвалынский, Сирбай, Яңы Петровское, Тә­үәкән, Подгорный, Исем, Вос­кресенское, Семено-Петровское, Мәҡсүт, Йомағужа мәктәптәре яҡташ яҙыусыларының ижадына битараф түгеллеген иҫбатланы.
– Әйткәндәй, сараға «Юлдаш» радиоһы ла ҡушылды, – тип һүҙен дауам итте Айгөл. – «Самауыр янында» журналист Зөлфиә Рәхмәтуллина бер сәғәткә яҡын Зәйнәб Биишеваның ижады, шиғриәт хаҡында йөкмәткеле һөйләшеү ойошторҙо, теләүселәр, шылтыратып, «Башҡорт теле» шиғырын радио тулҡындары аша яңғыратты.
Марафонды ойошторған саҡта уҡытыусыларҙың күбеһенең флеш­мобтың нимә икәнен дә белмәүе асыҡланды. Интернет менән дә ҡуллана белмәүселәр күп икән. Нисек кенә булмаһын, улар ХХI быуат балаларын уҡыта, уҡыусыларға яҡын булырға, уларға үҙ фәндәренә ҡарата һөйөү уятырға, балаларҙың күңеленә үтеп инергә, нығыраҡ йәлеп итергә теләйҙәр икән, заман менән бергә атларға, балалар мөхитендә иркен йөҙөргә тейештәр, тип уйлайым. Юғиһә, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары хәҙер икенсе, тип заманға һылтанырға өйрәнгәнбеҙ. Ярай ҙа ижади, алдынғы ҡарашлы уҡытыу­сыларыбыҙ ҙа бар, нәҡ уларҙың хеҙмәте менән әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге баһалана ла инде.
Быйыл, Мәҙәниәт йылында, баш­­ҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, донъя әҙәбиәтендә лә ныҡлы урын алған, мәҙәниәтебеҙҙе юғарылыҡтарға күтәргән шәхестәргә, әҫәрҙәргә арналған йәмәғәт акциялары тағы ла уҙғарыласағына өмөт ҙур. Мәҫәлән, 15 майҙа «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ» тип аталған тағы бер шиғри марафон үткәреү планлаштырылған. Был юлы иһә уның сығанағы Учалыла булмаҡсы – ойоштороусыһы БДУ-ның Учалы филиалы. Исеменән үк флешмобтың башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы буйынса уҙғарылғанын аңлап-белеп тораһы­ғыҙҙыр. Тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» селтәрендә көтөгөҙ!

Сәриә ҠАҺАРМАНОВА, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге гимназияһы уҡытыусыһы:
– Башланған эш – бөткән эш, ти халҡыбыҙ. Беҙ, Белорет ҡалаһының Я. Хам­матов исемендәге башҡорт гим­назияһы уҡыусылары ла, З. Бии­ше­­ваның «Башҡорт теле» шиғырын һөйләү буйынса шиғри флешмобҡа ҡушылырға теләк белдерҙек тә, уйыбыҙҙы тормошҡа ашырып та ҡуйҙыҡ. Бындай саралар хәҙерге заман уҡыу­сыһы шиғри әҫәр уҡырға әллә ни атлығып тормаған мәлдә, беренсенән, шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уята, һөйөү тәрбиәләй; икенсенән, күмәк һөйләү берҙәмлек, татыулыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй. Беҙҙең гимназия ошондай интернет-акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләү флешмобында ла, «Минең Рәми», «Халыҡ шағиры Бик­бай» кеүек интернет-видеокон­курс­тарҙа ла, «Тел һағында – күмәкләп» кеүек башлап шиғыр яҙыусы балалар­ҙың интернет бәйгеһендә лә ихлас ҡатнаштыҡ. Хатта ки, дәртләнеп китеп, үҙебеҙ ҙә «Һүҙ оҫтаһы Яныбай» тигән интернет-видеоконкурс үткәреп ҡуйҙыҡ.

Рәсимә ИШЕМОВА, Баймаҡ райо­нының Муллаҡай мәктәбе уҡытыу­сыһы:
– Уҡыусыларҙа телһөйәрлек, бер­ҙәмлек тойғолары тәрбиәләүсе за­ман­са сара ул флешмоб. Шулай уҡ унда яңғыҙ һөйләргә оялған, баҙнат­һыҙ уҡыусылар ҙа ҡатнаша алыуы менән отошло. Балаларҙа үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо ла тәрбиәләй ул. Яҙманы интернетҡа һалабыҙ тигәс, уҡыусылар ихлас ятланы, мәктәп намыҫына тап төшөрмәҫкә тырышты. Бындай саралар йышыраҡ үткәрелһен ине.

Ғилминур ИЛЬЯСОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты:
– Бөйөк әҙибәнең исемен йөрөткән Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары Нәркәс һәм Ынйы Баймырҙиналар, Лилиә Ишдәүләтова, Резеда Ҡаразбаева, Әҙилә Ҡаҙарғо­лова «Башҡорт теле» шиғырын тасуири һөйләү буйынса үткәрелгән шиғри флешмобта ихлас күңелдән ҡатнашты. Афарин, ҡыҙҙар! Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған сара беҙҙең өсөн ҙур байрамға әүерелде.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”