28.03.2014 Фотоһүрәттәрҙә – шәхестәр, ваҡиғалар һәм бай фантазия
“Коммерсантъ” нәшриәт йорто Өфөлә беренсе тапҡыр “Коммерсантъ. Ирекле камера” тип исемләнгән күргәҙмәһен асты. Унда гәзиттең күп миллионлыҡ архивынан, шул иҫәптән төбәк редакцияһы фотохәбәрселәренең 80-гә яҡын иң яҡшы фотоһүрәте һайлап ҡуйылған. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән кадрҙар – бына ошо күргәҙмәнең төп асылы.
Фотоһүрәттәрҙә республикала, илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә булған мөһим ваҡиғаларҙа төп роль уйнаусыларҙы – ил башлыҡтарын, сәйәсмәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, спортсыларҙы, мәҙәниәт һәм шоу-бизнес кешеләрен күрергә мөмкин. Бынан тыш, күргәҙмәлә төрлө чиновниктарҙың ҡыҙыҡ фотолары ла урын алған. Ҡайһы бер эштәр ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе теркәүе һәм фоторәссамдың бай фантазияһы сағылыуы менән ҡәҙерле.
“Коммерсантъ” гәзите үҙенең барлыҡҡа килеүенән алып объективлыҡ, оперативлыҡ һәм дөрөҫлөктө яҡлай. Был күргәҙмә лә әйҙәүсе федераль ижтимағи-сәйәси баҫма журналистарының һәм фотографтарының төрлө ваҡиғаларға ҡарата ғәҙел ҡарашын күрһәтә.
– Тәҡдим ителгән фотоһүрәттәр “Коммерсантъ” гәзитенең көндәлек эшенең бер өлөшө булып тора. Улар мәҡәләләр менән бергә баҫылып сыҡты. Элек үткән фотокүргәҙмәләрҙең береһе “Тәүге бит кадрҙары” тип аталды. Был осраҡлы түгел, сөнки һүрәт беҙҙең гәзит биргән мәғлүмәт ағымының өлөшө. Шул уҡ мәлдә фоторәсемдәр айырым ҡиммәткә эйә, тамашасыға уй, мәғлүмәт һәм кәйеф илтә. Әгәр ҙә күргәҙмәгә килеүселәр быны һиҙһә, эшебеҙ лайыҡлы баһаланды тип һанай алабыҙ, – тине “Коммерсантъ” нәшриәт йортоноң генераль директоры Павел Филенков.
“Коммерсантъ. Ирекле камера” күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
– “Коммерсантъ” гәзите илдә һәм донъяла булған ваҡиғаларға үҙенең ҡарашы менән үҙенсәлекле. Мин унда үҙем тураһындағы һуңынан уйланырға сәбәп биргән мәҡәләләрҙе уҡығаным булды. Әммә был тормош, быны тыныс ҡабул итергә, ҡайһы берендә етди, ҡайһы саҡ ирония менән ҡарарға, ләкин бер ҡасан да үпкәләргә кәрәкмәй. Был илдә һәм субъекттарҙа булған ваҡиғаларға бер ҡарашты күрһәтә. “Коммерсантъ” нәшриәт йортона ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр алып килгәне өсөн рәхмәт белдерәм һәм артабан да бергә хеҙмәттәшлек итеүгә өмөтләнәм, – тине Рөстәм Зәки улы.
“Коммерсантъ. Ирекле камера” күргәҙмәһе менән ВДНХ-Экспо комплексында танышырға мөмкин.
Белешмә: “Коммерсантъ” нәшриәт йорто “Тәүге бит кадрҙары” күргәҙмәһен 2001 йылда тәүге тапҡыр тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Бер йылдан ул Санкт-Петербург тарихы музейында ҡуйылды. Шул мәлдән бирле гәзит фоторәссамдарының ижады Рәсәйҙең иң яҡшы майҙансыҡтарында күрһәтелде. Екатеринбург, Пермь, Новосибирск, Һамар, Түбәнге Новгород, Воронеж, Иркутск ҡалалары халҡы ла күргәҙмәләр менән танышты.
А. ИШНАЗАРОВ.