28.03.2014 Ҡырымға гуманитар йөк китте
Беҙҙең республика илдә тәүгеләрҙән булып Ҡырым ярымутрауы халҡына ярҙам күрһәтергә теләк белдергәйне. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, был аҙна башында Өфөләге Дуҫлыҡ монументы алдынан тантаналы шарттарҙа БР Хөкүмәтенең резерв фонды иҫәбенә йыйылған аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар тейәлгән каруан юлға ҡуҙғалды.
Гуманитар ярҙамды дүрт ҙур йөк машинаһына тейәгәйнеләр. Унда 36 тонна аҙыҡ-түлек һалынған – он, ярма, макарон изделиелары, ит консервалары, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, көнбағыш майы, бал. Бөтә аҙыҡ-түлек тә Башҡортостанда етештерелгән. Йөк составында медицина препараттары, 70-ләгән төр дарыу ҙа бар ине.
«Рәсәй өсөн» халыҡ фронты» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән берлектә ойошторған «Ҡырымға хат» акцияһында ҡатнашҡан йөҙләгән кешенең йылы теләктәре лә ылауға һалынды.
Бынан тыш, Башҡортостан мосолмандары Ҡырым халҡына йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйып ебәрҙе.