RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?

28.03.2014 Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?

Һуңғы ваҡытта үҙемдә бер үҙгәреш һиҙеп ҡалдым – һорау менән мөрәжәғәт итһәләр, яуабын белмәһәм: “Интернет һиңә ярҙамға!” – тип әйтәм икән. Ысынлап та, виртуаль донъяла бөтә һорау­ҙарға ла яуап табырға мөмкин. Бары компьютер­ҙы ҡабыҙып, эҙләү юлына теләгәнеңде яҙ ғына… Хатта һуңғы тапҡыр ысын китапты тотоп уҡығанымды ла хәтерләмәйем. Барыһы ла электрон рәүештә, йә онлайн, йә телефонға, электрон китапҡа күсереп алаһың. Уңайлы! Ғөмүмән, ыңғай яҡтары – һанап бөткөһөҙ. Бөгөн тормошто интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта, ул-был нәмәгә әүрәп, компьютер йәки телефон экранынан айырыла алмай сәғәттәрҙең үтеп китеүен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ҡайһы бер көндәремде ҡабаттан күҙ алдына баҫтырам да, уяу сағымдың 70 проценты интернетта булыуын хәтерләп, эс бошоп ҡуя. Матур тамашала, дуҫтар менән бергә саҡта ла ирекһеҙҙән телефонға үреләһең: “Кем нимә яҙған?”.
Кемдә нисектер, миндә – сир, ахыры.

Динара БАЙҘАҠОВА, 35-се урта мәктәптең XI синыф уҡыусыһы, Өфө ҡалаһы:
– Интернетта ултырыу өсөн көн һайын яҡынса өс сәғәт ваҡыт китә – ҡалған ваҡытта берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнәм. Социаль селтәрҙәрҙән – “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Whatsapp”, “Твиттер”ҙа теркәлгәнмен. Интернет аралашыу, мәғлүмәт, аудио-видеофайлдарҙы эҙләү өсөн бик уңайлы. Үҙемә кәрәкле китаптарҙы ла ошонан табам.
Мысырҙа саҡта Екатерина Луценко исемле Украина ҡыҙы менән танышып, дуҫлаштым. Уның менән һәм Чехияға, Германияға күсеп киткән дуҫтарым менән аралашам.
Миңә телефон аша виртуаль донъяға сығыу уңайлыраҡ. Замана кеҫә телефондары бәләкәй компьютерға тиң – уларҙа мине ҡәнәғәтләндергән бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Тимур ШӘНГИРӘЕВ, яҡтылыҡ техникаһы компанияһы менеджеры:
– Көнөнә һигеҙ сәғәт самаһы интернетты файҙаланам. Эш буйынса беҙ хеҙмәттәшлек иткән ойошмаларға хаттар, төрлө мәғлүмәти материалдар ебәрергә кәрәк. Шәхси ваҡытымда селтәр дуҫтарым менән бәйләнеш тотоу өсөн уңайлы. Күпселек йәштәштәрем кеүек онлайн уйындарға ҡыҙығып бармайым, ғүмерҙә лә уйнағаным юҡ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА, шағирә:
– Мин көнөнә 3 – 4 сәғәт тирәһе “Бәй­ләнештә” селтәрендә ултырам. Уҡыусы­ла­рыма яңы шиғырҙарымды тәҡдим итәм, дуҫтарым менән аралашам, музыка тыңлайым, фильмдар ҡарайым. Селтәрҙәге бер нисә төркөмдөң администраторымын һәм шул төркөмдәрҙе яңыртыу минең өҫтә.
Интернет аша уҡыусыларымды таптым, билдәлелек яуланым. Шуға күрә ул миңә ижад өсөн кәрәк тип әйтә алам. “Бәйлә­нештә” селтәренән башҡа бер сайтта ла ултырмайым, онлайн уйындарҙы енем һөймәй.
Руслан АЛМАЕВ, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы:
– Виртуаль донъяны ике сәғәттән алып һигеҙ сәғәткә тиклем гиҙеүем ихтимал. Мин – “Бәйләнештә” социаль селтәрендә киң билдәле “Типичный творческий”, “Өфө һәм Башҡортостан Республикаһы яңылыҡтары” төркөмөн барлыҡҡа килтереүсе администратор. Интернет миңә, аралашыу, күңел асыу һәм файҙалы мәғлүмәт эҙләүҙән тыш, аҡса эшләү өсөн дә кәрәк.
Шулай уҡ онлайн семинарҙарҙа – вебинар­ҙарҙа ҡатнашырға яратам. Теге йәки был өлкәлә камиллашыу өсөн бик уңайлы ысул.
М. АСҠАРОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”