23.11.2010 Васыят итеү яҡшыраҡмы, әллә бүләк итеүме?
Йортто, фатирҙы мираҫҡа ҡалдырыу мәсьәләһе – иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе. Йыш ҡына туғандар араһында ҙур ыҙғыштар ҙа тыуҙыра ул. Хоҡуҡтарҙы, законды белмәү арҡаһында уйламаған хаталар ҙа ебәрелә. ҡайһы бер саҡта алдан уйлап эш итә белмәү сәбәпле кемдер үҙенә тейеш өлөштән дә мәхрүм ҡала. «Минең ике балам бар. Улым ҡырҙа йәшәй, ауылға бик һирәк ҡайта, ә ҡыҙым район үҙәгендә тора, минең яныма йыш килеп ярҙам итеп йөрөй. Үҙемдең йортомдо ҡыҙыма яҙҙырғым килә. ҡайһыныһы дөрөҫөрәк булыр икән: васыятнамәме, әллә мөлкәтте бүләк итеү тураһындағы документмы?» – күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр был һорау.
Иң яҡындар өсөн генә
Мөнәсәбәттәрегеҙҙең һәр саҡ яҡшы булыуына ышанаһығыҙ икән, бындай осраҡта бүләк итеү – мөлкәтте тапшырыуҙың иң ышаныслы юлы. Бындай килешеүҙең үҙенсәлеге шунда: йортоғоҙ шунда уҡ яҡын кешегеҙҙең шәхси мөлкәтенә күсә һәм бер ниндәй үҙгәрештәр ҙә бүләк алыусының хоҡуғына йоғонто яһай алмай. Шуға күрә иң ышаныслы кешегә генә ошондай юл менән йорт йәиһә фатирҙы мираҫҡа ҡалдырырға тәҡдим итәләр. Юғиһә, төлкө ҡуянды йортонан ҡыуып сығарған әкиәттәге кеүек, йортһоҙ тороп ҡалыуығыҙ ҙа бар. Үкенескә күрә, ундай осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Бүләк итеү килешеүе, башҡа килешеүҙәр кеүек үк, күп кенә документ йыйыуҙы талап итә. Был исемлеккә түбәндәге документтар инә:
– йортҡа милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ;
– йорттоң кадастр паспорты (БТИ-нан алына);
– бүләк итеү тураһындағы килешеү;
– килешеүҙе дәүләт теркәүе тураһындағы ғариза;
– теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы түләү тураһындағы квитанция (бөгөн ул 1000 һум тәшкил итә).
Әйткәндәй, РФ Граждандар кодексы бүләк итеү килешеүен ябай ҡағыҙҙа тултырырға ла рөхсәт итә. Йәғни уны үҙегеҙ генә яҙа алаһығыҙ, йәиһә юристар йә риэлторҙарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта килешеүҙе нотариустан да раҫлатырға мөмкин. Был осраҡта нотариус үҙе килешеү төҙөй, килешеүҙе дәүләт теркәүе үткәреү өсөн йыйылған документтарҙың дөрөҫлөгөн тикшерә, килешеүҙә ҡатнашыусыларға уларҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм мөмкин булған эҙемтәләрҙе аңлата. Әммә нотариус аша эшләткәндә уға күрһәткән хеҙмәте өсөн аҡса түләргә тура киләсәк (йорт, фатир хаҡының 0,5 – 1 проценты күләмендә). Икенсенән, был осраҡта нотариаль тарифты иҫәпләп сығарыу өсөн өҫтәмә документ – йортто инвентарь баһалау тураһында белешмә кәрәк буласаҡ. Бындай белешмә БТИ-нан алына.
Еңел, арзан, үҙгәртергә лә мөмкин...
Торлаҡты васыятнамә буйынса тапшырыуҙың иң ҙур өҫтөнлөгө – бындай килешеү төҙөүҙең ябайлығы. Васыятнамә яҙҙыртыу өсөн тик паспорт ҡына кәрәк. Йорттоң хужаһы, үҙенең паспорты менән теләһә ҡайһы нотариусҡа барып, васыятнамә яҙҙырта ала. Әммә шулай ҙа быны йәшәгән ерең буйынса нотариаль конторала башҡарыу яҡшыраҡ һәм мөлкәтең мираҫ итеп ҡалдырылған кешегә уның ҡайҙа тултырылыуы тураһында мотлаҡ хәбәр итергә кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр. Сөнки Рәсәйҙә бөтә васыятнамәләр һәм унда телгә алынған вариҫтар тураһында берҙәм мәғлүмәт базаһы юҡ. Шуға күрә васыятнамәнең ҡайҙа яҙылғанын белмәгән йорттоң яңы хужаһының мираҫһыҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы бар (сөнки мираҫсыларға хәбәр итеү нотариустың бурысына инмәй).
Йортон мираҫ итеп ҡалдырыусыға васыятнамәнең тағы бер отошло яғы шунда: ул теләгән ваҡытта үҙенең һүҙенән кире ҡайта, васыятнамәне үҙгәртә, йәки бөтөнләй унан баш тарта ала. Васыятнамәне үҙгәрткән хәлдә, уны икенсе кешегә яҙҙырырға мөмкин. Ә васыятнамә ҡарарынан баш тартҡан осраҡта йортто мираҫҡа ҡалдырыу закон буйынса башҡарыла, йәғни иң беренсе сиратта иң яҡын туғандары дәғүә итә, артабан – башҡалары.
Иғтибар итегеҙ: васыятнамә йорттоң хужаһына башҡа килешеүҙәр төҙөргә лә ҡамасауламай, йәғни ул йортон һата, бүләк итә йәиһә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ипотека буйынса залогҡа ла бирә ала. Васыятнамә үҙ көсөнә ингән мәлгә уның хужаһы йортон һатып йәиһә бүләк итеп өлгөргән булһа, нимә була һуң? Был осраҡта васыятнамә ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иҫәпләнә.
Ниндәй эҙемтәләре булыуы бар?
Торлаҡ васыят итеп ҡалдырылған вариҫтарҙы көтөлмәгән хәлдәр һағалап тороуы бар.
1. Мираҫтың күпмелер өлөшөн туранан-тура вариҫ булып тороусы кешеләр тартып алыуы ихтимал. Улар – мираҫ ҡалдырыусының теләгенән тыш мираҫҡа ҡалдырылған мөлкәттең күпмелер өлөшөнә хоҡуғы булған кешеләр.
Был исемлеккә мираҫ ҡалдырыусының бәлиғ булмаған балалары һәм хеҙмәткә яраҡһыҙ булған оло йәштәге балалары инә. Шулай уҡ йортҡа үҙ өлөшөнә хеҙмәткә яраҡһыҙ булған ата-әсәһе, тормош иптәше һәм бер йылдан ашыу вафат булыусының ҡарамағында булған кешеләр дәғүә итә ала.
2. Мираҫ ҡалдырыусының васыятнамә буйынса өлөшһөҙ ҡалған туғандары ризаһыҙлыҡ белдереп, дәғүәләшеүе ихтимал.
Шулай ҙа, нотариустар әйтеүенсә, васыятнамәне ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танытыуы еңелдән түгел. Быны суд аша ғына эшләргә мөмкин, уның өсөн дә дәлилдәр кәрәк буласаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.