21.03.2014 Буран ҡотора
Кисә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы көслө ел сығасағы хаҡында иҫкәртте. Синоптиктар билдәләүенсә, кисә генә түгел, бөгөн дә республикала көслө ҡар яуасаҡ һәм ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Һауа температураһы көндөҙ 4 градус һыуыҡтан 1 градус йылыға тиклем етәсәк. Был көндәрҙә ел секундына 20 метрға тиклем иҫәсәк.
Көслө ел ваҡытында электр, телефон сымдарының өҙөлөүе, насар төҙөлгән биналарҙың емерелеүе, быяланан эшләнгән конструкцияларҙың ватылыуы ихтимал. Ел осорған ҡыйыҡтар һәм башҡа материалдарҙың кешегә зыян килтереүе бар. Шулай уҡ юлдар ҙа хәүеф аҫтында: беренсенән, ҡар яуа, тайғаҡ һәм бер нәмә күренмәй. Икенсенән, юлдарға ағастар ауыуы ла мөмкин.
Көслө ел тотош республикала иҫәсәк, тип фаразланды. Ә инде Шишмә һәм Кушнаренко райондары айырыуса ҡурҡыныс аҫтында.
Әлбиттә, юлдарҙа фажиғәләр булмаһын, тығындар барлыҡҡа килмәһен, көслө ел халыҡты бәләгә тарытмаһын өсөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы, урындағы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөтә сараларҙы ла күргән. Шулай ҙа бындай ваҡытта һәр кем уяулыҡты юғалтмаһа, башҡаларҙың һәм үҙенең ғүмере өсөн айырыуса яуаплы булһа, зыян итмәҫ.