RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балалар ялы –иғтибар үҙәгендә

21.03.2014 Балалар ялы –иғтибар үҙәгендә

Йәйге каникулға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тиҙҙән уҡыу­сылар тауышынан гөрләп торған мәктәп ихаталары бушап ҡаласаҡ. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтендә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәш­тәр­ҙең йәйге ялын ойоштороу, һауыҡтырыу һәм эш менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышы уҙҙы. Уны хакимиәт башлығы урынбаҫары, райондың ведомство-ара комиссияһы рәйесе Ольга Ижбулдина алып барҙы.
Ултырыш барышында Совет районы ойошмалары, предприятиелары хеҙмәткәрҙәре балаларының йәйге ялын һәм һауыҡтырыу процесын ойоштороу буйынса бюджетты бүлеү, республика бюджетынан тейешле субвенциялар алыу өсөн ойошмалар тарафынан тапшырылырға тейешле документтар исемлеген төҙөү барышы ҡаралды.
– Һауыҡтырыу буйынса комиссия­лар­ға һәм профсоюз комитеттарына килгән һәр ғаризаны хеҙмәткәрҙең социаль мөмкинлектәренән, эш хаҡынан, ғаиләләге балалар һанынан сығып индивидуаль ҡарарға кәрәк. Шулай уҡ кампания барышында тейешле шарттар тыуҙырырға, балаларҙың һаулығын, хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу буйынса барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тейешбеҙ, – тип билдәләп үтте үҙенең сығышында Ольга Ижбулдина.
Республика ведомство-ара комиссияһының ҡарары буйынса быйыл балаларҙы һауыҡтырыу үҙәктәренә путевкалар хаҡын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡайтарыу түбәндәге күләмдә ҡабул ителде: ҡаланан ситтә урынлашҡан стационар һауыҡтырыу үҙәктәрендә бер балаға тәүлегенә – 605 һумдан, йыл буйы эшләгән үҙәктәрҙә – 702 һумдан алып.
Комиссия ағзалары әйтеүенсә, лагерь биналарының һәм ҡоролмаларының күбеһе совет заманынан уҡ тороп ҡалған, шунлыҡтан проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, һыуҙың сифатын күтәреү буйынса эшләйһе бар, был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ коммерция ойошмаларын да инвесторҙар һәм бағыусылар булараҡ әүҙем йәлеп итеү күҙ уңында тотола.
М. АСҠАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”