RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҫеш бар, әммә әле эшләргә лә эшләргә кәрәк

21.03.2014 Үҫеш бар, әммә әле эшләргә лә эшләргә кәрәк

Үҫеш бар, әммә әле эшләргә лә эшләргә кәрәкӨс йыл элек “2011 – 2015 йылдарҙа Көньяҡ Урал төбәген иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы” ҡабул ителеп, халыҡ күңелендә ҙур өмөттәр уятҡайны. Бөгөн ул нисек үтәлә? Бар тулылығында эшләп китеү өсөн ниндәй ауырлыҡтар ҡамасаулай? Күптән түгел ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Сибайҙа Координация Со­ветының сираттағы ултырышы үтте. Бында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Башҡортостан­дың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Азат Йыһаншин һәм төбәктең ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Мөһим сараның тәүге өлөшөндә ҡатнашыусылар ошо программаға ярашлы булдырылған Сибайҙағы бер нисә объект менән танышты. Элекке Сибай ит комбинаты биләмәһендә барлыҡҡа килгән Урал аръяғы индустриаль паркы иһә күптәрҙең күңелендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шәхси эшҡыуар Андрей Андреев һүҙҙәренә ҡарағанда, бында 20 резидент – дөйөм йүнәлешле һәм биләмәле айырым предприятиелар урынлашасаҡ. Шулай уҡ парк ағасты ҡалдыҡтарһыҙ эшкәртеүсе урман сәнәғәте комплексын да үҙ эсенә аласаҡ. Йәғни бында ҡайын һәм уҫаҡтан күмер һүндереү эше йәйелдереләсәк. Киләсәктә “Баймаҡ урман хужалығы союзы” бында киптерелгән ағастарҙы сорттарға бүлеү менән шөғөлләнһә, “Лесторг” йәмғиәте пиломатериалдар етештереп, мебель цехына оҙатырға иҫәп тота. Ә “Люкс-карбон” йәмғиәте активлаштырылған күмер етештереүгә тотонмаҡсы. Әлеге мәлдә пиролиз мейестәр урынлаштырыла башлаған, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, производство май айында сафҡа инәсәк, тип күҙаллана.
Тәүге индустриаль паркты үҫтереүгә 40 миллион һум аҡса һалынған. Пред­приятиены тулы ҡеүәтенә эшләтеп ебәреү өсөн тағы 130 миллион һум аҡса талап ителә. Йәмғеһе 200 – 250 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Ултырышта ҡатнашыусылар уҙған йыл аҙағында сафҡа индерелгән “Сибайлес­пром” һәм “Технострой” йәмғиәттәренең эшмәкәрлеген дә юғары баһаланы. Тәүгеһе ағас эшкәртеү буйынса билдәлелек яулай барһа, асфальт-бетон иҙмәләрен һығылмалы итеү өсөн порошок-өҫтәлмә, цемент Төмән, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла башлаған.
Координация Советы ултырышын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов асып, һуңғы йылдарҙа төбәктә башҡарылған эштәрҙе билдәләп үтте.
– Уҙған йыл һөҙөмтәләре киләсәккә өмөт менән ҡарау мөмкинлеген бирә. Көньяҡ Урал төбәгенең иҡтисади үҫеш программаһы уңышлы тормошҡа ашырылды. Атап әйткәндә, бихисап эш урыны булдырылды, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармаҡтары барлыҡҡа килде. Эшһеҙҙәр һаны кәмене, эш хаҡы күтәрелде, инвестициялар күләме артты. Йүнселдәргә республика һәм урындағы бюджеттан субсидиялар бүленде, – тип белдерҙе.
Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Был бигерәк тә иҡтисадтың ныҡ аҡһаған тармағы – ауыл хужалығына ҡағыла. Ауыл хужалығы министры вазифаһын баш­ҡарыу­сы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, төбәк хужалыҡтарында гектарынан алынған уңыш 9 центнер ғына тәшкил итә. Быға орлоҡ сифатының түбән булыуы, һөрөнтө ерҙәрҙең тулыһынса файҙаланылмауы, ашламалар индерелмәүе сәбәпсе булып тора. Малсылыҡта ла эштәр шәптән түгел. Район башлыҡтары ошо юҫыҡтағы программаларҙың уйланып еткерелмәүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ һөт-консерва заводын тергеҙеү, ағас юллауҙы ябайлаштырыу кеүек мәсьәләләр ҙә көн үҙәгенә сығарылды.
Төп мәсьәләләр ҡаралып бөткәндән һуң Сибай ҡалаһында индустрия паркын төҙөү һәм үҫтереү, Әбйәлил районы менән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлекте дауам итеү буйынса килешеү ҙә яңыртылды.

Данил Әбделғазин,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”