RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тура эфир ул дошман һөжүменә тиң”

21.03.2014 “Тура эфир ул дошман һөжүменә тиң”

“Тура эфир ул дошман һөжүменә тиң” «Тормоштоң сыбар булыуын үҙ итәм, төҫтәрҙең дә сағыу, баҙыҡ булыуын яратам. Тик төҫтәр кешенең нервыһын ҡуҙғытмаһын. Тағы бер ҡылығым бар – әҙәмсә булмаған әйберҙәр һатып алырға тырышам. Элек магазиндарҙа бер бүлмәгә ниндәйҙер уртаҡлығы булған ике төрлө обой һораһам, һатыусылар аптырай ине. Кем улай эшләй, йәнәһе. Ә хәҙер барыһы ла ике төрлө обой тәҡдим итә, тик мин инде классик вариантты, бер төҫтәгеһен һайлайым, сөнки барыһы ла бер бүлмәне комбинацияланған обой менән дизайнлап ремонт яһай башланы. Был минең донъяла тапалмаған юлдар эҙләүем хаҡында һөйләй, ижадымда ла шулай», – ти билдәле журналист, яҙыусы, «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси программалар бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитов. Ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән журналист редакциябыҙға һуғылып китте. Беҙ уға йәштәргә хас ҡыҙыҡһыныусан, бер ҡатлы һорауҙарыбыҙҙы яуҙырҙыҡ.
– Рәсүл ағай, һеҙ ни өсөн радиожурналист?
– Бала саҡта йә юрист, йә теш табибы булырға теләнем. Бөгөн инде яҙмыш ҡушыуы буйынса ижтимағи-сәйәси журналистикала эш­ләйем. Егерме ике йылдан ашыу ғүмерем радиола, телевидениела үтте. Быға бер ҡасан да зарланмайым, сөнки үҙем һайлап алған яҙмыш. Эске һыҙланыуҙарымды бүтәндәргә һиҙҙермәүҙе эреләнеү, маһайыу тип күргәндәр ҙә бар. Тыштан ҡарағанда, бәлки, яғымлы күренмәйемдер, ҡаты-ҡаты баҫып атлап йөрөүем иһә ысынында кәүҙәмде тура тоторға теләүҙән генә ул.
Бала сағымда, кем булырға теләй­һең, тигән һорауға, министр, тип яуап биргәнем хәтерҙә. Минеңсә, кеше һайлаған өлкәһендә үҙенсә министр булырға тейеш. Сөнки үҙ һөнәреңде яратырға, күтәрергә кәрәк, ә уртаҡул булырға түгел.
– Микрофон алдында үҙегеҙҙе әҙәбиәтсе итеп хис итәһегеҙме?
– Әлбиттә, юҡ. Ниндәй эшкә тотон­һаң да, оҫталыҡ кәрәк, эфирға сыҡҡанда төп маҡсатың – теманы асыу, халыҡтың фекерен белеү, һығымта яһау, ә икенсе әйбер тураһында уйларға ярамай. Радио­журналистикаға йәнем-тәнем ме­нән бирелгәнмен, шуға күрә студияла бөтөнләй башҡа сүрәткә инәм.
Ғөмүмән, бөгөн мине туйҙырған һәм аҫраған төп һөнәрем журналист булып ҡала. Бәлки, ныҡлап әҙәбиәт менән шөғөлләнергә ваҡыт етмәгәндер.
– Журналист ул һөнәр түгел, ә кешенең булмышы, тиҙәр. Журна­листиканан тыш, һеҙ тағы нимәгә маһир?
– Ике юғары белемем бар – филолог һәм юрист. Тәржемә менән шөғөлләнәм, күп сериялы документаль радио һәм теле­фильм­дар эшләйем.
Гармунда уйнайым, үҙемсә йырлайым, әгәр ҙә быны оҫталыҡ тип әйтеп булһа. Бигерәк тә табындар­ҙа, мәжлестәрҙә уйнап, йырлап ҡунаҡтарҙың күңелен күтәреү мөһим, бынан аҙыҡ та яҡшыраҡ эшкәртелә, тип иҫәпләйем. Хатта махсус рәүештә йыр китабы төҙөп алып барам. Баҫма һүҙҙе, китапты яратыуым ошонда ла күренә – принтерҙан сығарып алған ҡағыҙ­ҙарҙы иллюстрациялар менән биҙәп тә ебәрәм, ҡунаҡтарҙың һәр береһенә таратып сығам. Ҡайһы берәүҙәр, һо, яңы китабың менән ҡотлайым, тип шаяртырға ярата.
– Мәжлестәрҙә лә иғтибар үҙәгендә булыу оҡшаймы?
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, белмәйем. Шулай булһа ла, хөрт түгел, минеңсә. Ә ниңә уны йәшерергә? Тик ҡайһы саҡ, тап гармун өсөн генә саҡырмайҙармы икән, тип тә уйлап ҡуям. Ысынында улай түгелдер, әлбиттә. Үҫмер ваҡытымда фотоаппаратым булғаны өсөн йөрөттөләр. Тик быға ризаһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай – йәмғиәт, публика кешеһе булыу үҙенән-үҙе иғтибар үҙәгенә этәрә бит.
– Тормошта иң ҙур бәхетһеҙлекте нимә тип һанайһығыҙ?
– Әгәр ҙә һине йәмғиәт ситләтһә, үҙ милләтең танымаһа.
– Үҙегеҙҙе ниндәй кеше итеп күрергә теләр инегеҙ?
– Дыуамаллығымдан арынып, тынысыраҡ холоҡло итеп. Ваҡытты ашыҡтырмай, хәҙер үк, бөгөн үк, тип хәл-ваҡиғаларҙы ҡуйыртмай, ҡыҙыулыҡтан арынырға һәм ҡәнәғәтләнә белергә. Ҡәнәғәтләнә белмәү – минең кәмселегем. Сөнки барлыҡ һөҙөмтәнең артыҡ камил, идеаль булыуын теләйем.
Тағы ҡурай һәм шахмат уйнай белгән кеше итеп.
– Ниндәй илдә йәшәргә теләр инегеҙ?
– Әлбиттә, үҙ илемдә, тик яҡшыраҡ шарттарҙа. Көнкүреш уңайлыҡтары еңел бирелгән, хеҙмәтең лайыҡлы баһаланған тәртипле илдә.
– Ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙегеҙ хаҡында фекерҙәрҙе тың­лар­ға яратаһығыҙмы?
– Юҡтыр, шулай ҙа конструктив тәнҡит һәр саҡ булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етди мәсьәләләр менән шөғөлләнгән шәхескә ҡарағанда еңел-елпе темаларға тотонған журналист нығыраҡ популяр. Аудитория уны маҡтапмы-маҡтай, маладис, ана бит, теге йәки был артист хаҡында яҙған, һөйләне, күрһәтте, тиҙәр. Халыҡҡа һәтитә нығыраҡ оҡшаһа ла, сәйәсәт артта ҡалырға тейеш түгел.
– Беҙҙең илдә сәйәсәт артыҡ көслө түгелме?
– Көслө шул. Камил граждандар йәмғиәте юҡ бит, тик дәүләткә ҡарап торабыҙ. Дәүләт беҙҙе һаҡлаһын һәм яҡлаһын ғына, гарантиялар бирһен, ауыр саҡта ярҙам итһен, ә тормошобоҙҙо үҙебеҙ ҡорорға тейешбеҙ ҙәһә. Ҡора алмайбыҙ, сөнки беҙ һаман да илдең быға тиклемге системаһы йоғонтоһонда. Бының өсөн баланы үҙ аллы, көслө ҡарарҙар ҡабул итә алырлыҡ шәхес итеп үҫтерергә кәрәк. Яҡшы белем алһын, юғары эш хаҡы алып эшләһен, кәрәк икән, бөгөн барып фатир һатып алһын да, иртәгә иртәнсәк шунда йәшәп алып та китһен.
– Тура эфирҙың көтөлмәгән хәлдәренән нисек ҡотолаһығыҙ?
– Тура эфир ул дошман атакаһына тиң. Ҡасан, кем, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт йәки «һөжүм» итәсәген бер ҡасан да күҙаллап булмай. Иҫ китмәле оло яуаплылыҡ бит тура эфир, сөнки әлеге мәлдә ошо мәсьәлә буйынса, ошо радиола донъяла тик һин генә яуап бирәһең, башҡа берәү ҙә түгел! Бындай хәлдәрҙә журналисты тик тәжрибә, сәйәси һиҙгерлек, мәғлүмәтле, асыҡ зиһенле булыу ҡотҡара.
– Юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, сер булмаһа, байрамығыҙ айҡанлы ниндәй саралар планлаштырылған?
– Бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Имен-аман торайыҡ!» тип аталған ижад кисәм ойошторола. Килегеҙ, күрешәйек, хәл-әхүәл белешәйек, иркенләп артист дуҫтарым ҡуйған концертты ла бушлай ҡарап ҡайтыр­һығыҙ. Барығыҙҙы ла киске 6-ла көтөп ҡалам!
– Рәхмәт, мотлаҡ барырбыҙ!

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”