RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Икмәктән оло аш юҡ

21.03.2014 Икмәктән оло аш юҡ

Сиҙәмселәр тураһында һүҙ алып барғанда, элекке “Урал” совхозында бик яҡшы билдәле бер фамилия­ға ҡыҫҡаса ғына туҡталырға кәрәктер. Комаровтар сиҙәмгә Мордо­виянан килгәйне. Комаровтарҙың өлкәне – Кузьма илленсе йылдар­ҙа уҡ ураҡта күрһәткән фиҙакәрлеге өсөн Ленин ордены менән бүләкләнде. Ә бына уның улы Савелийға яҙмыш һынауҙың бик ҡатмарлыһын әҙерләгән булып сыҡты. Авария һө­ҙөмтәһендә Савелий Кузьмич бер аяғын юғалтты. Ике йыл ул ком­байн­ға яҡын да килә алманы, ләкин йөрәгеңде күкрәгеңдән һурып алып булмай икән. Фиҙакәрлек, ихтыяр көсө тән һыҙланыуҙарын да, тирә-яҡтағыларҙың шик-шөбһәләрен дә еңә алды. Савелий комбайн кабинаһына ҡабаттан күтәрелде һәм бына бәхет: бер йәйҙә улы менән икәүләп 23 мең центнер ашлыҡ һуғып алдылар. Шунан һуң уға яҡташтары “беҙҙең Маресьев” ти­гән исем бирҙе, ә журналистар Са­велийҙы аяҡһыҙ килеш сиҙәм кү­тәргән геройҙар Леонид Кар­тау­зов, Иван Ивановҡа тиңләне. Бына ул – легендаларҙы тормош үҙе тыу­ҙыра тигән хәҡиҡәттең тағы бер раҫланышы.
Кешеләр сиҙәм күтәрҙе, сиҙәм дә иң лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙарын ҙурланы. Юғарыла иҫкә алған ба­тыр­ҙарҙан тыш, Сибай МТС-ы комбайнсыһы Мәсғүт Замановҡа, Бай­маҡ районының Калинин исемендәге колхозы рәйесе Павел Надь­кинға, “Йылайыр” совхозы директоры Әғлә Нәҡиевҡа, Учалы районының “Совет” колхозы рәйесе Ғөбәй Фәтҡуллинға, КПСС-тың Хәйбулла райкомы секретары Николай Ба­тановҡа, шул уҡ райондың башҡарма комитеты рәйесе Лотфулла Ҡа­ра­мышевҡа тәүге йылдарҙа уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелде. Өс меңгә яҡын кеше ор­ден һәм миҙалдар менән бүләкләнде, 50 мең кешегә “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы тапшырылды. Беренсе сиҙәмселәрҙең данын Социалистик Хеҙмәт Герой­ҙары тракторсы Абдулла Фәйзул­лин, малсы Килдебай Сөләймәнов, һауынсы Гәүһәр Фәйзуллина, комбайнсы Риза Яхин, совхоз директоры Борис Петров һәм башҡа күптәр дауам итте. “Йылайыр” һәм “Матрай” сиҙәм совхоздары – Ленин, ә “Урал” совхозы Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде. Әйткәндәй, “Урал” совхозында ун биш милләт кешеләре бер туғандар булып йәшәне һәм күкрәтеп эшләне. Ағалы-ҡустылы Рәзих менән Фәнәүи Ғабдрахмановтар сиҙәмгә Дүртөйлө районынан килгән. Рәзих комбайнсы, республикала иң алдынғылар рәтенә сығып, Ленин, Октябрь Революцияһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендарына лайыҡ булған кеше. Ә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены кавалеры Фәнәүи “ЗИЛ” автомашинаһында 55 тимер юл вагонын тултырырлыҡ ашлыҡ ташыған. Сиҙәмдә Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Илеш, Ауырғазы, Күмер­тау райондары эшсәндәренең өлө­шө айырыу­са ҙур. Ошо һигеҙ район йыл һайын 900 мең тоннаға яҡын ашлыҡ, йәғни әҙерләнгән икмәктең өстән бер өлөшөн бирә торғайны.
Ошо урында, һүҙҙең ағышын аҙ ғына ситкәрәк бороп, әле иҫән сиҙәмселәр һәм уларҙың вариҫтарынан ғәфү үтенеп, күңелемә ифрат яҡын бер кеше тураһында сиселеберәк һөйләйем әле.
Донъя мәшәҡәттәренән бушамаған һылтау менән, ни тиклем оло шәхестәр менән йәнәш йөрөүебеҙ хаҡында онотоп та ебәрәбеҙ. Ә иген иккән, йорттар күтәргән, балалар уҡытҡан кешеләр, ғәҙәттә, ифрат тыйнаҡ була. Әбйәлил районының әлеге “Урал” совхозында комбайнсы булып эшләгән Рәзих ағай Ғабдрахманов шундайҙарҙың бе­реһе ине. Районда бик абруйлы кеше булһа ла, ағайыбыҙ журналис­тар алдында тиҙ генә сиселеп барманы. Шуға күрә уның менән һәр осрашыу, һирәк-һаяҡ һөйләшеүҙәр онотолмаҫ булып хәтерҙә ҡалған.
Бер ваҡыт, тыуған яҡтарға йомош төшөп, “Өфө – Сибай” поезына ин­һәм, купела Рәзих ағай ултыра. Ма­тур итеп кейенеп алған, күкрәгендә орден-миҙалдарға урын тар. Баш ҡалалағы берәй сарала ҡатнашыу өсөн килгәнме тиһәм, Дүртөйлөгә ҡайтып әйләнгән ваҡыты икән.
Юл буйы һөйләшеп барҙыҡ. Эсте бушаттыҡ. Байтаҡ йылдар башҡорт, рустар араһында йәшәһә лә, Рәзих ағайҙың теле үҙгәрмәгән – татарса ма­тур итеп һөйләшеп килә. Мәҙә­ниәтле кеше һәр саҡ мәҙәниәтле булып ҡала шул. Дүртөйлө егеттәренә иһә тәбиғәт тышҡы һөйкөмлөлөктө генә түгел, рухи гүзәллекте лә йәлләмәй биргән.
Сиҙәм күтәреүгә Әбйәлилгә килгәндә үк Дүртөйлө егете бы­уынға ултырған, һөнәри әҙерлекле бул­ған. Сиҙәмдә иһә уның тырышлығы, яуаплылығы тағы ла арта – Рәзих Ғабдрахманов Башҡортостандағы данлыҡлы комбайнсылар ғаиләһенә килеп инә.
Совхоз инде аяҡҡа баҫҡас, Рәзих Ғабдрахмановты ла тыуған яғына ҡайтырға аҙ димләмәнеләр. “Ҡай­там тиһәң, Рәзих дуҫ, хәбәр ит. Дүртөйлөлә лә уңған комбайнсылар бик кәрәк”, – тип йыш яҙа торғайны уға таныш колхоз рәйесе. Ҡустыһы Фәнәүи ҙә бер нисә тапҡыр шул турала һүҙ ҡуҙғатып ҡараны: “Ағай, был яҡты ерһенмәгәндән түгел, Ағиҙел буйҙары һағындыра. Әллә Дүртөйлөгә ҡайтабыҙмы?” Шулай бер һүҙ сыҡҡанда Рәзих ҡырт ҡына әйтеп ҡуйҙы: “Ҡустым, Дүртөйлөлә лә иген үҫтереү еңел түгел, беләм, шулай ҙа һин бына ошо ҡарһыҙ-ямғырһыҙ, өҫтәүенә, ташлы ерҙә уңыш алып ҡара”. Һүҙ шуның менән бөттө. Фәнәүи башҡаса был турала ауыҙ асып өндәшмәне.
Дүртөйлө егете Рәзих ысын хеҙмәт ләззәтен ошонда татыны, бәхетен ошо ерҙә тапты. Бик тырыш, бөхтә кеше булып сыҡты ул. Эш тиһәң, мөкиббән киткән. Әбйәлил­дең байтаҡ уңған механизаторын беләм, әммә Рәзих Ғабдрахманов кеүек йылдың-йылында тотороҡло юғары күрһәткестәргә ирешкән комбайнсыны хәтерләмәйем. Уның йыл һайын 15 – 20 мең центнер иген һуҡтырып алыуына был яҡта өйрәнеп бөткәйнеләр. Ленин, Октябрь Революцияһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнгән Дүртөйлө егете ғүмере буйы Әбйәлил комбайнсыларының лидеры булып ҡалды.
Данлыҡлы игенсе, райондың почетлы гражданы Дүртөйлө райо­нының Иҫке Уртай ауылынан. Хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай. Һуңынан училищела механизатор һөнәрен үҙләштергән егетте сиҙәм ерҙәрен күтәрергә ебәрәләр. 1956 йылдың 29 апрелендә Әбйә­лилгә килеп төшкән Рәзих ғүмерлеккә бында ҡала. 1 майҙа Сафа Истамғәлин менән бергә сәсергә сыға. Ә ураҡ һөҙөмтәләре буйынса Рәзих Ғабдрахман улы беренселекте яулай. Яуаплы, тырыш егет алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырмаҫҡа һүҙ бирә һәм маҡсатына ирешә – фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй, район, республика гәзиттәре уны данлай.
– Быныһы иң ҡәҙерлеһе, – тине Рәзих ағай, күп йылдар үтеүҙән таушалып, һарғайып бөткән грамотаны күрһәтеп. Ул – 1956 йылда юғары күр­һәт­кестәргә ирешкән өсөн бирелгән тәүге Маҡтау грамотаһы.
Уңыштарҙан, дан-шөһрәттән башы әйләнмәй Рәзих ағайҙың. Баҫалҡы ғына эшләй ҙә эшләй. Ниндәйҙер юғары исемдәр, бүләктәр алайым әле тип түгел, ә күңеле ҡушҡанса, хеҙмәтте яратҡанға тырышып эшләй. Ҡабарып бешкән хуш еҫле икмәктең өҫтәлдәргә барып еткәнсе ниндәй ауыр юл үтеүен ул яҡшы белә. Аслы-туҡлы үткән бала сағы игендең бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәҫкә, икмәкте ҡәҙерләргә өйрәтте.
Сал ҡылғанлы даланы уңдырышлы ерҙәргә әйләндереүгә күп көс һалған иптәштәренең күбеһе яҡты донъянан китте. Төрлө тарафтарҙан йыйылып “Урал” совхозының данын күтәргән кешеләрҙең исемдәре онотолмаһын ине.
Хәҙер инде данлыҡлы “Урал” совхозы юҡ. Уның урынында ниндәйҙер СПК-лар ойоша-тарҡала тора. Ярай әле гигант хужалыҡтың емерелеүен Социалистик Хеҙмәт Герой­ҙары Сафа Истамғәлин, Вафир Тайсин күрмәй китеп өлгөрҙө. Рәзих Ғабдрахманов та баҡыйлыҡта. Батырҙарҙың хеҙмәте музей экспонаттары булып, беҙ хәтерләр легенда булып ҡалды. Заманында исеме республикаға билдәле Әбйәлил комбайнсыһы Рәзих Ғабдрахманов тураһындағы яҡты иҫтәлектәрҙе дүртөйлөләр ҙә онотмай. Мәрхүм ялан батырының йәшәү рәүеше һаман да үрнәк булып ҡала.
Сиҙәмселәр ҡасабаһына боролоп ингән урында таш палатка тора ине. Ул тәүге сиҙәмселәр иҫтәлегенә ҡуйылғайны. Ә тирә-яҡта, офоҡ­ҡа тоташып, дала, һөрөнтө ерҙәр ята. Ошо баҫыуҙарҙы Рәзих Ғаб­драх­манов комбайны тиҫтәләрсә йыл айҡаны. Әлеге игенселәрҙе хәтергә алған һайын бер үк шиғыр юлдары телгә килә:
Ирендәрем башаҡтарға түгел,
Гүйә байраҡтарға ҡағыла.
Игенселәр, тере ҡалҡан булып
Баҫҡанһығыҙ һеҙ илем һағына!
Рәзих Ғабдрахманов кеүек романтик рухлы сиҙәмселәр, ҡаһарман игенселәргә бағышланмағанмы икән был юлдар?
Сиҙәм күтәреүгә хәҙер, әлбиттә, ҡараштар ҙа, фекерҙәр ҙә төрлө. Бөгөнгө көн бейеклегенән тороп ҡарағанда, бәлки, ҙур-ҙур майҙандарҙы һөрөп ташлау экосистемаға аяуһыҙ йоғонто яһау булғандыр. Һөрөлгән ерҙәрҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыу өсөн дә етерлек эшләнмәгәнлеге һуңынаныраҡ асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта сиҙәм тәжрибәһе беҙҙең агротехникаға байтаҡ үҙгәреш индерҙе. Тупраҡты һаҡлау системаһы нәҡ сиҙәмдә тыуҙы. Ул ҡом бурандарына ҡаршы ышаныслы кәртә булды.
Иң мөһиме – Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң алдынғы ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып китеүе үҙ башланғысын сиҙәмдән ала. Ата-бабаларыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәтенән.
Сиҙәм тураһында тотош дәүләт киңлегенән фекер йөрөткәндә, йәнә шуны өҫтәргә кәрәк, 1954 йылда ғына партия Үҙәк Комитеты менән Хөкүмәт шул йүнәлештә 27 мартта, 13 августа һәм 25 декабрҙә тағы ла ҡарарҙар ҡабул итә. Бер нисә йыл буйы сиҙәмгә, үҙ ихтыяры менән, бер миллионға яҡын белгес һәм, мобилизация рәүешендә, 500 мең коммунист һәм комсомолец ебәрелә. Ураҡҡа инде йыл һайын хәрби хеҙмәткәрҙәр, студенттар, эшселәр йәлеп ителә. Шуныһы, ер һөрөү буйынса 1955 йылға билдәләнгән тәүге план арттырып үтәлә, әммә уңыш ҡына бик наҡыҫ булып сыға. Мәсьәлә Ҡаҙағстанда 1955 йылдың ифрат ҡоро килеүендә һәм сәселгәндең тотошлай тиерлек һәләк булыуында. Ярай ҙа сиҙәмдең киләһе көҙө ихлас йомартлығын күрһәтә. Уҙған ике йылда 36 миллион гектар сиҙәм үҙләштерелә һәм һөҙөмтәлә 1953 йылдағы 31 миллион тонна урынына 1956 йыл­да иген уңышы 54 млн тонна тәшкил итә. СССР Министрҙар Советы 1954 йылдың 15 майында сиҙәмселәрҙе күтәрмәләү сараларын билдәләй. Һөҙөмтәлә ғаилә башлығына, ғаиләнең һәр ағзаһына өҫтәп, 100-әр һум ярҙам аҡсаһы түләнә. Йорт һалам тиһәң, аҙ ғына процент менән кредит бирәләр. Өҫтәүенә, 1956 йылдың 20 октябрендә “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” тигән миҙал да булдырыла.
Ғүмер үтмәй, донъялар үҙгәрмәй тормай. Ҡасандыр ғорурлыҡ менән “иген фабрикаһы” тип йөрөтөлгән ҙур ауыл хужалығы предприятиеларынан хәҙер инде харабалар ғына ҡалды. Бының сәбәптәрен ситтән, әллә бар, әллә юҡ дошмандарҙан түгел, бәлки үҙебеҙҙән эҙләһәк, дөрөҫөрәк булыр. Кисәге аҡыл бөгөнгә ярамағас, заманыңдағы сәйәси һәм иҡтисади күрәғаралыҡ сиҙәмселәр өсөн рухи һәм көнкүреш фажиғәһенә әүерелгәс, ни хәл ҡылмаҡ кәрәк? Ләкин хеҙмәттең юғарылығы барыбер үҙгәрешһеҙ ҡала.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Әбйәлил районының почетлы гражданы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”