RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең

21.03.2014 Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең

Йәмле йәй көнө. Беҙ, дүрт бала, еләк йыйырға киттек. Күмәкләшеп еләк тулы биҙрәләр менән ҡайтҡанды әсәй ҡыуанып ҡаршыланы. "Минең үҫкәндәрем, ярҙамсыларым", – тип бөтәбеҙҙе лә һөйөп алды. Беҙ ҡайтып күп тә үтмәй, йәшенле ямғыр яуа башланы. "Йәшендән алда ҡайтып өлгөрҙөгөҙ, һеҙҙе уйлап ни йөрәгем ҡалыр ине", – тине ул, беҙгә ҡарап.
Бөгөн атайыбыҙ эштән ҡайтырға тейеш, ул оҙаҡ йылдар инде совхоздың алдынғы малсыһы булып эшләй. Кинәт, йәшендән ҡурҡып, бәләкәй һеңлебеҙ илап ебәрҙе. Ул быйыл тәүге тапҡыр мәктәпкә бара. Атайым уны күтәреп ала ла: "Ағай-апайҙарыңды мәктәпкә үҙем алып бара алманым, бер эштән бушап булманы, ә һине үҙем алып барасаҡмын", – тип йыш ҡабатлай. Һеңлемә атай-әсәйем уҡыу кәрәк-яраҡтары алып та бөттө инде. Уларҙы һеңлем бер алып, бер һалып, сабырһыҙланып уҡыу башланыуын көтә... Өләсәйем менән әсәйемдең атайымдың оҙаҡлауына хафаланып, аш-һыу менән булыуҙарын, үҙ-ара көңгөр-ҡаңғыр килгәндәрен тыңлай-тыңлай йоҡлап киткәнмен.
"Әйҙә, тороғоҙ инде, тороғоҙ!" – тигән иркә тауышты ишетеп, күҙҙәребеҙҙе астыҡ. Өй эсенә тәмле аш-һыу еҫе таралған. Иртәнге ҡояш, беҙҙе оҙаҡ йоҡлағанға үсекләгән кеүек, өй эсенә йылы нурҙарын һибә. Әйтерһең дә, кисәге йәшенле ямғыр булмаған, бөтә тирә-яҡ шундай саф, матур. Беҙ, дүрт бала, бер нәмә лә белмәй йоҡлаһаҡ та, әсәйем менән өләсәйемде бөгөн йоҡо алмаған икән.
Сменаһы бөтөп ҡайтырға тейеш булһа ла, атайыбыҙҙы ул көндө көтөп ала алманыҡ. Ошоға тиклем дә алмашсыһы бармай ҡалып, уның урынына ла эшләп, һуңғараҡ ҡайта ине ул… Шуға ла, әле генә ҡайтмаҫ, кискәрәк ҡайтыр, тип әсәй беҙҙе тыныс­ландыра. Күрәм, үҙе бер ҙә тыныс түгел. Хәүефләнеүе лә урынлы шул. Атайымдың: "Урманда бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, айыу-бүренән дә, кешенән дә, иң ҡурҡҡаным – йәшен", – тип күп тапҡыр ҡабатлауы аңға һеңеп ҡалған.
Беҙ ашап-эсеп алғас, әсәйебеҙ эшкә киткәнсе тип (ул оҙаҡ йылдар алмаштырғыһыҙ быҙау ҡа­раусы булып эшләне), кисә алып ҡайтҡан еләктәрҙе таҙа­лар­ға ултырҙыҡ.
Кинәт шығырлап ҡапҡа асылды... унан яй атлап Зәкир ағай (хәҙер мәрхүм инде) инеп килә. "Мин һеҙгә ҙур ҡайғы менән килдем, кисә Эдуард ағайҙы йәшен атты", – тигән һүҙҙәр ни өсөндөр беҙҙең атай тураһында түгел кеүек ине.
Атай беҙҙең аранан китте... Шул көндө армиялағы ағайыбыҙҙан хат килде. Унда шундай һүҙҙәр бар ине: "Мин хеҙмәт итәсәк часыма килеп еттем, бөгөн һеҙҙән айырылғаныма ун бер көн"... Атай ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе лә уҡый алманы, күптән хыялланған хыялы ла тормошҡа ашманы, кинйәкәйен дә мәктәпкә алып бара алманы... Үкенесле киттең, атай, беҙҙең аранан, иртә киттең...
Ошо үткән ваҡиғалар иҫкә төшөп, хәтирәләргә биреләм дә, уйҙарым тап ошо көнгә килеп тоташа. Сөнки тап ошо көндән, әсәй, һин биш балаңа атай-әсәй йылыһын берҙәй бирҙең. Өләсәйебеҙҙе лә ситкә типмәнең. Өләсәйебеҙҙең: "Килен, һинең менән йәшәгән ғүмер йылдарым ожмахтағы кеүек үтте, һиңә мин мәңге рәхмәтлемен", – тип һуңғы көндәрендә лә ҡабатлап ятыуы һинең ниндәй килен булыуың тураһында һөйләй.
Әсәй... һин бит беҙ тип йәшәгән­һең. Йыш ҡына беҙҙе, биш балам – биш шатлығым, тип ҡабатларға ярат­һаң да, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә йәшәргә тура килмәгән саҡтарың да булғандыр, улар өсөн бөгөн, әсәй, ғәфү ит!
Әсәй, күрше-күлән, ағай-эне, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыңдың һин тип өҙөлөп тороуын күреү беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Ғүмереңдең егерме биш йылы һыңар ҡанатһыҙ. Ләкин, һин беҙ барҙа яңғыҙ ҙа түгел­һең. Бөтә балаларың бергә йыйылһа, өй эсең бәләкәсәйеп ҡалғандай тойола, тик һинең күңелең тар түгел. Унда бөтәбеҙгә лә урын етерлек.
Әсәй, һин һоҡланғыс ғүмер юлы үткәнһең, күптәр өсөн сабырлыҡ өлгөһө булып тораһың...
Һин беҙҙең өсөн яҡшы әсәй, өләсәй, оло йөрәкле ҡәйнә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йылы ҡанатың аҫтына йыйылышҡан бәпкәләр кеүек көн итәбеҙ. Һәр йылы һүҙең беҙҙең өсөн йән һәм тән дауаһы. Һин беҙҙең өсөн кәрәкһең. Үҙеңдең кемгәлер кәрәклегеңде тойоп, имен-һау йәшә.
Райхана БУЛАТОВА.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”