14.03.2014 Аңлашылмағанды нисек аңлатырға?
Ғаләм, ер, кеше – бәлки, былар үҙҙәре үк бер йомаҡтыр?
Фән ул шундай бер тармаҡ – унда “йөҙөп” эшләүселәр мотлаҡ асыштар яһарға, дәлилдәр, факттар табып, теге йәки был күренеште раҫларға, һис юғында, “һауала аҫылынып” торған һорауҙарға аҙмы-күпме яуап табырға тейеш. Фәнни-ғилми үҫеш һәм уның ҡаҙаныштары кешенең фәнгә ҡарата ышанысын арттыра. Фән Ерҙәге һәм Йыһандағы барлыҡ күренештәргә лә яуап бирә ала, тип уйлай халыҡ. Әлбиттә, ҡарамаҡҡа ябай күренгән проблеманы хәл итеү юлын таба алмай оҙаҡ этләнгән кеүек, яуаптар ҙа һәр саҡ килеп сыҡмай. Фәндә лә, ғөмүмән алғанда, беҙҙең донъяла, быуаттар буйына аңлата алмаған күренештәр байтаҡ. Төрлө илдәрҙең ғалимдары хатта шулар буйынса исемлек төҙөй. Заманса теорияларға тап килмәгән феномендар етерлек.
Беҙҙең заман белгестәрен, нисек кенә эҙләнмәһендәр, һаман яуапһыҙ ҡалдырған йомаҡтар тураһында булыр түбәндәге яҙма.
Кеше тойғоларын һәм
кисерештәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе
Тойғолар тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Төп биш тойғоно айырып йөрөтәләр – күреү, ишетеү, һиҙеү, тәм тойоу, еҫ һиҙеү. Уларҙың барыһы ла кешегә нормаль йәшәүгә булышлыҡ итә. Физик донъяла был тойғолар бик кәрәк. Тағы ла бер тойғо бар. Беҙ уны интуиция, йәғни эске бер тойғо, алдан һиҙемләү тип атайбыҙ. Кемдеңдер интуицияһы яҡшы “эшләй”, кемдекелер – юҡ.
Лао-цзы исемле ҡытай фәйләсүфе әйтеүенсә, теге йәки был нәмәне интуитив рәүештә ҡабул итеү һеҙҙе ғүмер буйына ямандан һаҡлар. Юҡҡамы ни үткән замандың бер бөйөгө – Альберт Эйнштейн да эске һиҙемләүҙе иң ҡиммәте тигән.
Шулай булғас, был алтынсы тойғо, ысынлап та, барҙыр. Тик ул ҡайҙан башланғыс ала? Ғалимдарҙы бына ошо борсой. Бәлки, йомаҡты сисергә баш мейеһендәге тубырсыҡ кеүек биҙ (шишковидная железа) ярҙам итер, тип өмөтләнә ғалимдар. Сөнки яңы заман философияһының “атаһы” һаналған Рене Декарт (1596 – 1650) тап ошо биҙҙә аң урынлашҡан тигән фекерҙә булған. Көнсығыштың аҡыл эйәләре лә интуицияның урыны тубырсыҡ рәүешле биҙ булыуын әйткән. Бөгөнгө ғалимдарға иһә шуны иҫбатларға ғына кәрәк. Ә нисек? Мейене киҫәктәргә бүлеп һалғанда ла, “мин – бында” тип килеп сыҡмаҫ шул. Эш күп әле.
Ғалимдар өсөн клиник үлем хаҡында ла байтаҡ асыш яһайһы бар. “Теге донъя”ға барып ҡайтыусы кешеләр үҙҙәренең нимә күреүен-кисереүен ярайһы бай йөкмәткеле итеп еткерә. Әммә күбеһе яҡты туннель аша үткән булып сыға. Шулай уҡ элегерәк вафат булған яҡындарын “күрә”, тыныс, һил донъяға килеп инә. Эйе, диндә әле беҙ йәшәгән донъя фани, йәғни ваҡытлыса тип атала, баҡый, йәғни мәңгелек донъя ла бар. Клиник үлем кисереүселәр шул ике аралағы туннелдән үтәме икән ни? Фән тауҙарын артылыусы ғалимдар үлемдең был төрөнә бер нисек тә аңлатма бирә алмай. Фараздар ғына бар. Моғайын, мәрткә китеү мейенең ваҡытлыса зарарланыу һөҙөмтәһелер. Бәғзеләрҙең туннель аша үтеүе, элек үлгәндәр менән осрашыуы галлюцинация һымаҡ була инде. Тик барыбер ошо күренеште аңлатҡан аныҡ фәнни теория юҡ.
Ә үҙең бер ҡасан да булмаған ерҙә, мин быны күргәйнем бит, тип аптырау тойғоһо һуң? Француз теленән “дежавю” тип алынған был күренеш. Әлегә ғалимдарҙың фаразы нейрофизиология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле, йәғни медиктар баш мейеһенең бер сире, хәтер аномалияһы йә ҡайһы бер дарыуҙарҙың эҙемтәһе “дежавю” барлыҡҡа килтереүе мөмкинлеген әйтә. Был да ихтималлыҡ, фараз ғына. Төп сәбәбе, әлеге лә баяғы – сер.
Билдәһеҙ “осаҡ”тар,
билдәһеҙлек өсмөйөшө хаҡында
Беҙҙең яҡтарҙа бынан бер 20 – 25 йыллап йыш ишетелә башлаған мөғжизәүи хәлдәрҙе иҫләйһегеҙҙер әле, НЛО – билдәһеҙ осоусы объект, полтергейст, Ҡар кешеләре тураһында әйтәм. Совет заманында бындай “саҡырылмаған ҡунаҡ”тар килмәгән, ахыры. Әллә кеше аптыратып, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатып та тормағандармылыр. Осоро шулай булды, кешегә эшләргә кәрәк ине, юҡ-бар менән ваҡыттарын исраф итмәһендәр, тигәндәрҙер. Йомаҡтарҙы сисеү – белгестәрҙең эше.
Әйткәндәй, тәүге билдәһеҙ осоусы объектты Ҡытайҙа XI быуатта уҡ теркәгәндәр. Ә хәҙер кеше шундай хәбәрҙәргә бик өйрәнде, ғәҙәти күренеш тип кенә ҡараған кеүек. НЛО менән тейешле бәйләнешкә сыға алмағас, төплө дәлилдәр ҙә юҡ, йәғни уларҙың кем булыуын, ҡайһы планетанан, ниндәй маҡсат менән килеүен ғәм халыҡҡа еткереү мөмкин түгел. Ғалимдар, ахыры, шуға ла “тупикта”. Һауалағы нәмәне тотоу ҙа рәхәт түгел шул.
Ә бына даръялағы серле мөйөштө нисек аңларға? Һүҙ – Бермуд өсмөйөшө тип аталған урын хаҡында. Атлантик океанда, Майами, Сан-Хуан, Бермуд утрауҙары араһындағы майҙан ысын мәғәнәһендә хәтәр. Шул тирәнән самолет осоп барһынмы йә карап йөҙһөнмө, юҡҡа сыға ла ҡуя икән. Унда-һанда имен ҡалған кешеләр әйтеүенсә, ошо өсмөйөш биләмәһенә килеп инеү менән навигация приборҙары эшлектән сыҡҡан, яҡты шар күренгән, көн торошо ҡапыл үҙгәргән, томан төшкән. Ғалимдар йылдар, хатта быуаттар дауамында әлеге урын хаҡындағы уйҙырмаларҙы (эйе, тап уйҙырма тип уйлай күптәр) ентекле өйрәнеп, серен сисергә, логик яҡтан аңлатырға тырыша. Теүәл аңлатма һаман юҡ.
Йыһанды кеше өйрәнә
генә әле
Кешелек төйәге – Ер планетаһы, баш особоҙҙағы зәңгәр күк, беҙҙе йылытыусы Ҡояш, төнгө биҙәктәр – Ай һәм йондоҙҙар, береһенән-береһе серлерәк, иҫ киткес тәртип менән хәрәкәт итеүсе, әйләнеүсе башҡа күк есемдәре – быларҙың барыһы ла кеше өсөн мөғжизә кеүек. Ислам диненән уларҙы Аллаһы Тәғәлә булдырғанын беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта йыһандың әле беҙгә аңлайышһыҙ күренештәре күп булыуы ла билдәле. Ер шарының Ҡояш тирәләй әйләнгәнен әйткән өсөн заманында Галилео Галилейҙы хөкөм иткәндәр, сөнки был әйләнештең киреһенсә булыуы “алда” йөрөгән, йәғни Ҡояш Ер тирәләй әйләнә, тигән фекерҙе дөрөҫөрәк тип тапҡандар.
Донъя ғалимдары өсөн йыһанда әлегәсә аңлата алмаған күренештәр күп. Шуларҙың береһе – ҡара материя. Иҫәпләүҙәр буйынса, Йыһандың 92 – 95 процентын тәшкил итә ул. Шундай һорау ҙа борсой: ғаләм киңәйәме, тараямы? Киңәйһә, киңәйеү нимә менән тамамланыр, тарайһа, нисегерәк бөтөр?
Физика дәреслектәре гравитацияның нимә икәнен яҡшы аңлата. Тик шуға бәйле фәнни теориялар дөрөҫ булһа, Йыһан “емерелергә” тейеш. Әйләнеүсе галактикаларҙы үҙәккә ыңғайлатыусы (күҙ алдына килтергәнһегеҙҙер, галактикалар дөйөм бер үҙәк буйлап әйләнә) көстө барлыҡҡа килтерерлек гравитацион тартыу көсө өсөн Йыһан массаһы етешмәй. Был массаның биш проценты ғына күренә, ә ҡалғаны – юҡ. Ҡара материя мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй ғалимдар. Ә ул ҡайҙа һуң?
Ә 1998 йылда ғаләмдең юғары тиҙлектә киңәйеүе билдәле булған. Хәҙерге физика ҡағиҙәләренә ярашлы, тиҙлек кәмергә тейеш. Уға ҡара энергияның йоғонто яһауы ихтимал. Ә уның тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Шулай, Йыһандағы ҡара материямы, ҡара энергиямы, әллә ҡайҙа “йәшенгән” дә, беҙҙең ғалимдарҙың башын бутай. Исемдәре бар, үҙҙәре билдәһеҙ.
Физика закондарына
буйһонмай
Ер шарында ниндәй закондар эшләүен күптәр асҡан, был тәңгәлдә барыһы ла билдәле, тимәксебеҙ. Ньютондың башына алма төшөп, ҙур асыш яһауына ла байтаҡ һыу аҡҡан. Әммә планетала тейешле закондарға буйһонмаған урындар ҙа бар.
Америкалағы Калифорния штатында урынлашҡан бер биләмәлә физика закондарын һанға һуҡмайҙар. Шар ырғытһаң, өҫкә тәгәрәй, кешеләр стенала йөрөй, предметтар ҙа “шашҡан”. Тура ғына тороп булмай икән, ергә тарта. Тартыу көсө үҙенсә эшләй. Аргентинаның Салантина күле буйында иһә гравитация закондары “юлдан яҙған”. Бында кешеләр күлгә сумыр урынға… һауаға оса, ти. Улар, әлбиттә, ауыртыныу тоймай ғына ергә кире килеп төшә. Бер кеше биш тапҡыр “осоп” ҡараған. Гравитацияның боҙолоуы бер нисә секундтан ярты сәғәткәсә һуҙылыуы мөмкин. Тик уның ҡасан боҙолорон берәү ҙә әйтә алмай. “Һауаға осорға” теләүселәр ҡайһы берҙә аҙналар буйы күл буйында көтөргә мәжбүр. Бында ла ғалимдар яуап таба алмай интегә. Үҙенсәлекле һыҙат, йәғни гравитация законы эшләмәгән ер яр буйлап 50 метр тирәһе. Ғалимдар уға яуап эҙләй, иллә-мәгәр кемеһенеңдер осороусы тулҡынға эләккәне тураһында ишетелмәй. Шуға әкрен өйрәнеләлер был серле урын.
Әйткәндәй
Плацебо эффекты ла ғалимдарға аңлайышһыҙ булып ҡала. Плацебо тип бер ниндәй дауа сифаттары булмаған матдәне атайҙар. Пациент был “медицина препараты”ның һауыҡтырыу көсөнә ышана ла йыш ҡына шәбәйеп тә китә. Кеше үҙен-үҙе уйы менән һауыҡтыра кеүек килеп сыға инде. Был күренеште күптәр өйрәнгән, әммә аныҡ дәлил һаман билдәһеҙ.
Фекер
Никита ТОМИН, техник фәндәр кандидаты, БОО (НЛО), йети (ҡар кешеһе), өрәктәрҙе тикшереү менән мәшғүл “Космопоиск” халыҡ-ара ойошмаһы хеҙмәткәре:
– Паранормаль күренештәрҙе өйрәнә башлағанда уларҙың барлығына ысын ышанаһың, ә тикшеренеү процесында хәлдең айышына төшөнә барған һайын тикшерелгән нәмә алыҫыраҡ китә кеүек. Мәҫәлән, өрәктәр менән дә шулай. Фән һаман камил һәм тулы түгел, ә өйрәнгән әйбергә ышаныс ҡына тулы була. Беҙ, ғалимдар, донъя хаҡында төрлө фекерҙәбеҙ. Кеше ни тиклем күп, аномаль, аңлайышһыҙ күренештәр ҙә шул күләмдә.
һандар һәм факттар
XVI – XVII быуаттарҙа йәшәүсе итальян физигы Галилео Галилей Сатурнды тәүге мәртәбә тикшергәндә планетаның ҡулсалары булыуы тураһында “аҡылдан яҙырлыҡ” теорияһын әйткән. Әйткәндәй, Сатурнды ғәләмәт ҙур ваннаға һалһаң, ул йөҙөп китәсәк, планета һыу тығыҙлығынан еңелерәк. Шул уҡ ваҡытта уның бер ҡалаҡ матдәһе Ерҙә 112 миллион тонна тартасаҡ.
Әгәр ҙә Ҡояштың энә осо ҙурлығы бер өлөшөн беҙҙең ергә һалһаҡ, унда 145 саҡрымдан да яҡыныраҡ килеп булмаясаҡ, сөнки эҫелеген үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Был ысынлап та шулай булырмы? Һәр хәлдә, ғалимдар фаразлай.
Юпитер саң һурҙырғыс кеүек – комета, метеорҙарҙы үҙенә тартып ҡына тора. Әгәр ҙә уның гравитация йоғонтоһо булмаһа, Ергә яҡынайыусы астероидтар әлегегә ҡарағанда 10 мең тапҡырға күберәк булыр ине. Был да фараз ғына.
Бынан нәҡ өс йыл элек, 17 мартта, Силәбе өлкәһенең Өпәйле, Ҡарабаш тирәһендә төнгө һауала аңлайышһыҙ күренеш хасил була. Тирә-яҡ ҡапыл яҡтыра ла, бер нисә сәғәт шулай тора. Халыҡ уны “аҡ төн”гә оҡшата. Белгестәр аныҡ ҡына әйтмәй. Фараздар күп. Коуровка астрономия обсерваторияһынан белдереүҙәренсә, быны аңлатыуы ауыр, бәлки, әлеге күренешкә тулы ай сәбәпселер. Тик кешеләр йондоҙ ҙа, ай ҙа күренмәүен әйтә. Төндөң яҡтырыуын атмосфера күренешенә лә һылтайҙар, сәнәғәт ҡалдыҡтары менән бәйле булыуын да әйтәләр. Әммә, синоптиктар фекеренсә, һуңғы сәбәптең булыуы мөмкин түгел, сөнки ҡалдыҡтар арҡаһында ундай яҡтылыҡ булмай.
Таиландтағы Меконг йылғаһы өҫтөнә ҡапыл килеп сыҡҡан утлы шарҙарҙың серен дә өйрәнәһе һәм кешелеккә аңлатаһы бар әле ғалимдарҙың. Бер үк ваҡытта бер юлы был шарҙар ҡайҙан хасил була? Яуап урынына фараздар, гипотезалар ҙа бик әҙ.
Көньяҡ Американың “Кататумбо йәшендәре” тураһында ла хәбәр таралған. Көн һайын күктә бер нисә сәғәт буйы йәшен уйнай. Фәнни аңлатма юҡ.