RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Виртуаль һуғыш та ҡорбандар һорай

14.03.2014 Виртуаль һуғыш та ҡорбандар һорай

Виртуаль һуғыш та ҡорбандар һорай  Быуат афәтенә компьютер уйындарын да индерергә мөмкин
Компьютер тәьҫиренә олоһо ла, кесеһе лә бик тиҙ бирешә. Мауығыу тора-бара һаҙлыҡҡа әйләнеп, үҙенә һурып ала. Тәү ҡарашҡа зарарһыҙ виртуаль уйындар иң яуыз дошмандарыбыҙҙың береһенә әйләнде. Ә уйындарҙың иң популярҙары һуғышҡа бәйле. Был нилектән? Яугир булараҡ яратылған ир-атҡа ысынбарлыҡта һуғыш, көрәш етмәйме? Әгәр ҙә көсләп уйындан туҡтатһаң, улар агрессив ҡылана, күҙенә ҡан һауып, тирә-йүнде ысынбарлыҡта ҡыйратырға ла күп һорамай. Күпме ир-егет мониторға тексәйеп, ваҡытын бушҡа уҙғара икән? Әйткәндәй, уйынсылар армияһына хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡушылыуы ла күҙәтелә. Баҡһаң, күптәр ирҙәренең алдына сыға алмай, ҡушылып уйнай башлай һәм ылығып та китә.

«Интернетҡа аҡса түләмәгәс, күҙемә күренмә!»

Бер көн әхирәтем шылтыратты. Һүҙ, ғәҙәттәгесә, һуңғы яңылыҡтарға үрелеп барҙы. «Һин Рәмиләне беләһең бит әле, былтыр кейәүгә сыҡҡайны. Ҡыҙы тыуҙы. Кисә уны күреп аптыраным, туҡмалған, ҡарар ере юҡ. Баҡһаң, ире ҡул күтәрә башлаған икән». Әленән үк күккә батып йәшәргә уны кем көсләгән, айырылһын әйҙә, бер һуҡҡан тағы ҡағыр – минең үҙ туҡһаным туҡһан.
– Ул ирҙе насар тип әйтеп тә булмай, ихлас, аралашыусан. Тик бына, Рәмилә әйтеүенсә, компьютер артына уйнарға ултырҙымы, ен алмаштырамы ни!
Ир бөгөн бик популяр булған компьютер уйыны менән «сирләй» икән. Ғаилә башлығы ауылға ялға ҡайтҡанда үҙен бик тынысһыҙ тота. Икенсе көнөнә мунсала йыуынып сыҡҡас, ғаиләһенә тын алырға, кибенергә лә ваҡыт бирмәй, тиҙерәк ҡалаға юлланалар. Түләүле торлаҡтарына килеп инеү менән компьютерға ҡаплана һәм донъяһын онота. Тик күпмелер ваҡыттан интернет бәйләнеше өҙөлә. «Ни өсөн интернетҡа алдан аҡса түләп ҡуйманың?» – тип ҡатынын әрләй башлай. Операторҙарға шылтыратып, үтескә бәйләнеште тоташтырыуҙарын һорай, кире яуап алғас, уларҙы ла эттән-эткә һалып һүгә. Төн уртаһында яратҡан шөғөлөнән мәрхүм булған ир инде барлыҡ көсөн ҡатынына төшөрә. Шашыуҙың сигенә сығып, хәләлен, саң һурғыстың торбаһы менән туҡмап, өс айлыҡ балаһы менән бергә (!) ҡышҡы ҡаты һыуыҡҡа ҡыуып сығара.
Ҡатын ялан аяҡ, төнгө күлдәксән генә көйө, тыйыла алмай илаған балаһын ҡосаҡлап, күршеләренә йүгерә. Яңғыҙы ғына йәшәгән ҡарт әбей быларҙы йәлләп индерә һәм үҙендә ҡундыра.

«Танкылар» ғаиләне тарҡата

Танкылар менән идара итеүгә ҡоролған был уйынды хатта үҙәк телеканалдарҙан рекламалайҙар. Уйындың киң таралыуы үҙенекен эшләй – бөгөн самолетлы яңы вариантын тәҡдим итәләр, сиратта – караптар, ти. Халыҡ телендә «танчики» тип йөрөтөлгән уйын хаҡында кире фекерҙәр көндән-көн йышыраҡ ишетелә. Иптәшемдең дуҫы танкылар бәйлелегенән алты ай буйы ҡотола алмауы хаҡында аптырап һөйләне:
– Иртәнсәк күҙемде асыу менән аяҡтар үҙенән-үҙе компьютер янына килә. Эшкә киткәнсе уйнап ҡалыр өсөн иртәрәк тора башланым. Эштән һуң ярты төнгә ҡәҙәр монитор эргәһенән китеп булмай. Ял көндәрендә дуҫтар менән күңел асып алыуҙы ла танкыларға алмаштырҙым. Команда менән уйнайһың, һинең союздаштарың бар, виртуаль ангарҙа – танкыларың, уйын ҡомары булмышыңды тулыһынса биләп ала. Көнө буйы, союздаштарым минһеҙ ни эшләй икән, тип уйланып йөрөйһөң, аҙға ғына булһа ла команданы ташлап китеүеңде бик ауыр кисерәһең. Яҡшы уйын өсөн юғары кимәлгә күтәрәләр, «яуҙаштар»ың алдында абруйың арта. Беләһеңме, нисек ҡотола алдым? Минең менән бергә уйнаған егет ҡатыны менән айырылышырға ғариза яҙғас ҡына. Ҡатын ире өйҙә юҡта бүтән уйнамаһын тигән уй менән уйынға инеп, «ангар»ҙағы танкыларын «һатҡан» (ундай мөмкинлек тә бар). Ир ҡатынының бындай «хыянат»ын ғәфү итә алмаған. Берәү ҙә ирҙе ғаиләһен һаҡлап ҡалырға күндерә алманы, ул уйын донъяһын яҡыныраҡ күрҙе.

«Ә уның ҡарауы, эскесе йәки наркоман түгелмен!»

«Мин социаль сайт аша берәү менән таныштым, үҙе юрист. Ҡатын айырыуына ҡарамаҫтан, яҡындан аралаша башланыҡ. Кейәүгә сығырға ваҡытым да еткән, һайланып тороп булмаҫ инде, тип ризалығымды бирҙем. Уның янына Белорет ҡалаһына күсеп килдем, туйға тиклем үк бергә йәшәргә ҡарар иттек. Ярты төнгә тиклем уйнауына иҫем китмәне, хәҙер йәше лә, ҡарты ла компьютер янынан китмәй, тип уйланым. Шулай ҙа һөйгәнемдең сәйер ҡылыҡтары мине һағайта башланы. Ашарға һорай ҙа, уны уйындан бүлдермәүҙе талап итә, вәссәләм, мин бар ни, юҡ ни. Иғтибарһыҙлығы көсәйгәндән-көсәйә барғас, уның үткәне менән ҡыҙыҡһынырға булдым. Эшкә тип сығып китһә лә, бер ҡайҙа ла эшләмәгән, мине алдаған. Төпсөнә торғас, йәремдең биш йыллап компьютер уйындары тотҡонлоғонда икәнлеге асыҡланды. Ғаиләһе лә ошо сәбәпле унан баш тартҡан. Ҡасандыр адвокат булып уңышлы эшләгән, ә хәҙер эшһеҙ ултырған, кредиттарын түләмәгән, машинаһын һатып, интернет өсөн алдан уҡ 50 мең һум самаһы (!) аҡса түләп ҡуйған ирҙең кемгә кәрәге бар?! Барлыҡ бурыстарына алимент өҫтәлгән, тик ул ыжлап та бирмәй. Бәләһенән баш аяҡ тип, уның янынан тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараным. Иң ҡыҙығы – әйберҙәремде йыйып сығып китеүемде, уйынға әүрәп, аңғармаған да хатта! Бер нисә көндән шылтыратып, ҡайҙаһың, тип һорай. Беҙ айырылыштыҡмы ни, бөгөн онлайн уйындар модалы күренеш, бәлки, ауылдарҙа улай түгелдер, тип аптырай. Алкаш йәки наркоман түгелмен, мине лә эшкә һанамағас, үҙеңә башҡа ир тап, тип трубканы һалды», – ошондай йөкмәткеле хат ебәргән Регина исемле һылыу.
Йәмғиәт нигеҙҙәрен юҡҡа сығара

Компьютерҙың кешелек донъяһына килтергән файҙаһын һанап бөтөрөрлөк түгел. Уның ярҙамында сәнәғәт, көнкүреш, авиация, йыһан, автомобиль һәм башҡа техника менән идара итеү мөмкинлеге бар. Бәхәсһеҙ, ниндәй генә тармаҡты алһаң да, аҡыллы «йәшник» арҡаһында алға оло аҙым яһалған һәм яһала.
Кеше иһә – көсһөҙ йән эйәһе, уға ял кәрәк, нервы көсөргәнештәренән һәм стрестарҙан арыныу өсөн күңел асыу мотлаҡ. Компьютер уйындары, йәнәһе, тап шуның өсөн уйлап сығарылған. Быға тиклем быуат афәте эскелек, тәмәкеселек, наркомания булһа, бөгөн был исемлеккә компьютер уйындарын да индерергә мөмкин. Сөнки монитор артында, уйынға мауығып, бушҡа ваҡыт уҙғарыу ҙа кешенең организмына һәм тирә-йүндәгеләргә лә оло зыян килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар араһында 5 йәшлек баланан алып 50 йәшлек олатайға тиклем бар. Виртуаль конфликттар арҡаһында кеше үлтереү осраҡтары теркәлә, уйнарға ҡамасаулағандары өсөн үҫмерҙәр ата-әсәһенең, туғандарының ғүмерен ҡыя – бындай миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин.
Юҡ, компьютер уйындарына боролоп ҡарай­һы булмағыҙ, тип түгел, ә бар әйберҙең самаһын белеп ҡулланығыҙ, тип әйтергә теләйем. Мәҫәлән, логиканы үҫтереү йәһәтенән компьютерға тиңдәр юҡ. Ә бына виртуаль «атыш», «йүгереш», «үлтереш» тик аҡылға зыян ғына килтерә, кеше уны яйлап реаль тормошҡа күсерә. «Һалҡын һуғыш» йылдарында Пентагон менән ЦРУ Голливуд һәм башҡа уйын продукцияһын таратыусы компаниялар ҡатнашлығында Көнсығыш Европа йәмғиәтенең нигеҙҙәрен тарҡатыу менән ныҡлап шөғөлләнә. Йәш быуындың аңын томалау маҡсатында кешене зомбиға әйләндереүсе «мауыҡтырғыс» уйындар сығарыла һәм киң таратыла. Бөгөн тап ошо хеҙмәттең емештәрен татыйбыҙ ҙа инде. Бәғерһеҙлек, битарафлыҡ, көсләү йәмғиәтебеҙҙә яман шеш булып тарала. Кешенең көсһөҙ яҡтарын файҙаланып, кемдер беҙҙе мал хәленә төшөрә бара кеүек. Интернеттан, телевизор экрандарынан, гәзит-журналдарҙан ниҙәр генә көсләп таҡмаҫтар, барлыҡ «модалы» күренешкә эйәрергә кәрәкмәй. Уяу булайыҡ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”