RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Ҡара инде күккә..."

14.03.2014 "Ҡара инде күккә..."

"Ҡара инде күккә..."Мин бала саҡтан күк йөҙөнә ҡарарға яратам: йәйен йомшаҡ хәтфә үләнгә ятып, болоттарҙы күҙәтһәм, ҡышын һарай йә кәбән башына менеп ҡунаҡлап, йондоҙҙарҙы һанайым. Шуға ла юҡ-барҙы күреп барамдыр.
Нисәнсе йыл булғандыр, хәҙер әйтә алмайым, һәр хәлдә, халыҡ һинд киноһы менән һаташҡан ваҡыт ине. Ауылда сеанстарҙы һуң күрһәтә башлайҙар, сөнки һауынсылар һауындан ҡайтып, үҙ малын ҡарамайынса, клубҡа килә алмай. Шулай бер көндө беҙ, бала-саға, илап та, көлөп тә, артистарға ғашиҡ булып туйып, тынсыу залдан урамға атылдыҡ. Мин иң беренсе булып клубтан килеп тә сыҡтым һәм ауыл өҫтөндә генә аҫылынып торған ҙур “тәрилкә”не күреп, тораташтай ҡаттым! Хәтәр ҙур ине ул! Етмәһә, аҫта ғына эленгән, ап-асыҡ күренә! Үҙе килеп тороп матур, төрлө төҫтәге уттары тирә-яҡлап йүгерешеп, йым-йым итә. Быға тиклем НЛО (неопознанный летающий объект) тураһында гәзит-телевидениела һөйләмәй, күрһәтмәй торғайнылар. Шуға ла, был ни ғәләмәт булды әле ул, тип иҫ китте инде. Иҫемә килеп, артыма боролоп ҡараһам, унда әле генә шау-гөр килеп эркелешеп сығып килгән балалар ҙа, тәмәке төтәтергә йыйынған ағай-бабайҙар ҙа күккә аптырап бағып, туҡтап ҡалғайны. Шул мәлдә “тәрилкә” саҡ ҡына сайҡалғандай итте лә, кинәт кенә эҙһеҙ юғалды ла ҡуйҙы. Ғәҙәттә, һинд киноһынан һуң тәьҫораттар менән бүлешеп, һүҙ бөтмәй, ә бында шаңҡыныҡ та, шып-шым ғына тиҙерәк өйҙәргә таралыштыҡ.
Был турала бер кемгә лә әйтеп йөрөмәнек, хәйер, барыбер кеше ышанмаҫ ине. Ә ярты йыл үттеме-юҡмы, бар баҫмаларҙа, телевизор­ҙа, радиола шул “тәрилкә”ләр тураһында һөйләй башланылар.
Был ваҡиғаларға әллә күпме ғүмер үткәндән һуң шулай ирем менән төндә Бөрйәнгә китеп барабыҙ. Әллә нишләп шул иҫкә төштө лә, “тәрилкә” күреүем тураһында тормош иптәшемә һөйләнем. Ә ул минән һыны ҡатҡансы көлдө, үәт, һин фантазерка, тип үсекләне. Үпкәләнем дә, һыртымды күрһәтеп, ситкә боролдом. Ҡараһам, тау өҫтөндә БОО (билдәһеҙ осоусы объект) тора! Тәүҙә, әллә күҙгә күренәме тип, күҙҙе ыуаланым – юҡ, ысынлап тора! Инде лә ҡыуандым! Иремә, ауыҙым йырылып, һин тулҡынланма, ипләп кенә машинаны туҡтат әле, тим. Ул, ни булды, ти. Шулай ҙа машинаны юл ситендә туҡтатты. Мин тау яғына төртөп күрһәттем дә, ҡара, ана, “тәрилкә” тора, тим. Ул ышанмайыраҡ, эйелеп, мин күрһәткән яҡҡа ҡараш ташланы ла... ырғып тороп машинанан сығып, теге объект яғына ҡарай ҡул болғай, ҡысҡыра, торған ерендә һикерә башланы! Бала-саға кеүек ҡыуанғанына ауыҙ асып ҡарап, ой, хәҙер урлайҙар инде үҙен, уның менән мине лә алып китәләр инде, тип ҡурҡып, ишекте асып, йәһәтерәк ин, хәҙер икебеҙҙе лә алып китһәләр, ни эшләрбеҙ, тип өндәштем. Үҙен һөйрәтеп кенә индерергә ине лә бит, тик танауҙы ла тышҡа сығармайым, шөрләйем. Көс-хәлгә өгөтләп, әүрәтеп, машинаға индереп ултырттым. Байтаҡ ваҡыт тыныслана алмай, шул осҡан нәмәне күҙәтеп ултырҙыҡ. Хәҙер миңә ышандыңмы инде, тигәс, ирем, шаҡ ҡатҡыс, тип кенә яуаплай алды. Был ғына етмәне, аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, мин тағы төндә башҡа район күгендә икенсе төрлө билдәһеҙ осоусы аппараттарҙы күреп ҡалып, уны бөтөнләй телһеҙ ҡалдырҙым. Шунан һуң төндә юлда йөрөүҙе, айырыуса күккә ҡарауҙы туҡтаттым. Йә тағы берәй нәмә күренеп ҡуйыр, тип ҡурҡмайым, иремде алып китер­ҙәр, тип шөбһәләнәм, ул “тәрилкә”гә тыныс ҡына ҡарай алмай бит.
Бына шунан һуң ҡара инде күккә...

Нурия ШӘЙХИСЛАМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”