14.03.2014 Атай ҡулдары
Тыумыштан аяҡһыҙ улы менән бер атай йәшәгән. Улын һәр ваҡыт күтәреп, донъя гиҙгән, уға төрлө илдәрҙе, ҡалаларҙы күрһәткән, балаһының күңелен күргән. Улы буй еткергәс тә ир уны ҡулында йөрөтөүҙе дауам иткән.
– Ниңә инде улай итәһең? – тип аптыраған быны күргән халыҡ. – Һин бит хәҙер үҙең оло кеше, оҙаҡламай үҙеңде күтәреп йөрөргә кәрәк буласаҡ... Улың хаҡына көсөңдө һаҡла. Оҙағыраҡ йәшәйәсәкһең бит.
Кешеләрҙең әйткәненә ир һәр ваҡыт: “Нимә һөйләйҙәр, улар нимә белә?” – тиер булған. “Минең ғүмерем, минең көсөм улымды ҡулымда йөрөтөр өсөн бирелгән бит ул. Ҡулдарымдың көсө арҡаһында улым тормоштоң матурлығына һоҡлана, ҡыуана ала. Ул бөтә нәмәгә иҫ киткес иғтибарлы. Ә минең ҡулдарымда йөрөгәндә күргән бөтә нәмә уның таҙа һәм эскерһеҙ күңелендә мәңгелеккә ҡаласаҡ бит.
Уны ҡалдырып китергә ваҡыт етһә, улымдың тормошо матур хәтерләүҙәргә бороласаҡ. Ул бөтә күргәндәрен, үҙе кисергәнде, нимәләргә ҡарап һоҡланғанын, нимә яратҡанын хәтерләйәсәк. Тап бына шул хәтерләүҙәр уның киләсәк тормошо буласаҡ. Ошоларҙы улым яңынан кисерәсәк, тоясаҡ һәм атларға өйрәнәсәк. Әлегә тиклем берәү ҙә атлай алмаған һымаҡ атлаясаҡ ул. Һәм кем белә, бәлки, Аллаһы Тәғәлә насип итһә, минең улыма ла үҙ улын ҡулдарына алып, тормошто асырға һәм атларға өйрәтергә тура килер”, – тигән атай кеше.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.