RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гүзәл әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға...

07.03.2014 Гүзәл әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға...

Гүзәл әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға...Ҡатын-ҡыҙ – тормош йәме, донъя биҙәге, милләт тот­ҡаһы, яңы тыуған сабыйҙарға ғүмер биреүсе, аяҡҡа баҫтырыусы, донъя танытыусы, балаларына бар һөйөүен биреп, ҡурсалаусы ул. Ул – бөйөк. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ тормошо һәр кемдең ижад емешендә сағылыш таба. Ул шағирҙармы, ул яҙыусылармы, ул йырсылармы, ул рәссамдармы – гүзәл затҡа дан, хөрмәт яңғырай. Ошо хаҡта үҙенең ижадында бәйән итеүсе, ҡатын-ҡыҙҙы бөйөк зат итеп һүрәтләүсе, билдәле “Ҡатындар” трилогияһы авторы, талантлы шағирә, яҙыу­сы, тәржемәсе, йәмәғәт эш­мәкәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Респуб­ликаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты – Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова.
Уның ижады менән ҡыҙыҡһын­ған уҡыусылар, уҡытыусылар, шағирәнең әҫәрҙәрен яратып уҡығандар бик күп. Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан 136-сы башҡорт лицейында ла шағирәнең килеүен түҙемһеҙлек менән көттөләр. Ниһайәт, төп ҡунағыбыҙ – Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ижадына арналған әҙәби кисә булып үтте.
Был кисәнең төп темаһы – ҡатын-ҡыҙ тормошо, хәҙерге ваҡытта йәмғиәттә уның урыны, гүзәл зат ниндәй булырға тейеш, тигән һорауҙарға яуап эҙләү ине. Сара йыр-моңға үрелеп бик йәмле барҙы. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының тос фекерҙәре, аҡыллы кәңәштәре, уҡыусыларҙың һәр һорауына ентекле яуап биреүе кисәлә ҡатнашыусыларҙы һоҡландырҙы. Ысынлап та, ерҙә тереклек барлыҡҡа килгәндән алып беҙҙең көндәргә тиклем ҡатын-ҡыҙҙың тормошо ҡатмарлы, уның яҙмышы ла ҙур яуаплылыҡ талап итә. Милләт тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы, балаларына тәрбиә биреүсе, илгә шәхестәр бүләк итеүсе – ул ҡатын-ҡыҙ. Хәҙерге ваҡытта хатта ғаилә башлығы – ир-егет бурыс­тарын да көсһөҙ зат үтәй. Ул робот кеүек: балаларын да ҡарай, аҡса ла эшләй, ғаиләне һаҡлайым, балаларҙы атайһыҙ үҫтермәйем тип, утын-һыуын йотоп йәшәй. Эшһеҙлеккә һылтанып, эскелеккә бирелеп, үҙен кәмһетергә форсат биреп, балаларына ысын атай, ҡатынына терәк булыу урынына, киреһенсә, диванда телевизор ҡарап, ҡулына тәмәке, һыра тотоп, кәйеф-сафа ҡороп, үҙен генә уйлап йәшәгән ир-егеттәр байтаҡ. “Заманаға һылтанып йәшәүҙең файҙаһы юҡ“, – тип яуапланы талантлы ша­ғирә Гөлнур апай.
“Ҡатындар” трилогияһына бар донъя һыйған: мифик образдар, легендалар, йолалар, тарихи ваҡиғалар, интернет күренештәре, күп ғаиләләрҙең тормошо, халыҡ ижады... Һанап бөткөһөҙ рухи байлыҡҡа тулы бер хазина был китап. Ундағы образдар – Нурия, Баязит, Гәүһәр, Мәүлиҙә, Әсмә, Кәрим, Даная, Зөләйха инәй һ.б. Һәр бер образ үҙенә күрә бер тәрбиә, өлгө күрһәтеп, тормошта осрай торған реаль шәхес булып яҙылған. Нурия – төп образ, бәләкәй ҡыҙҙың бала сағынан алып формалашып килгән ҡатын-ҡыҙ. Уның янында тик ҡатын-ҡыҙ тормошо ғына ҡайнай. Һуғыш йылдарынан һуң күргән ғазаптар, ҡыҙҙар, апайҙар, инәй­ҙәр кисергән ауырлыҡтар һүрәтләнгән. Баязиттың ғаиләһен ташлап, икенсегә өйләнеүе, Кәрим­дең сит милләт ҡыҙы Даная менән ғаилә ҡороуы – хәҙерге ваҡытта йыш осраған ваҡиғалар ҙа осрай әҫәрҙә. Уҡыусыларҙың шундай проблемаларҙы күтәреүе, уларҙы шундай һорауҙарҙың борсоуы ҡыуаныслы күренеш бул­ды. 9-сы һәм 8-се класс егеттәренең “Ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға бик етеҙ яуап биреүе аптыратты. “Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе серле, ул – ғаиләнең йәме, күрке, балаларға әсә, тормош иптәшенә терәк булырға тейеш. Уның төп бәхете – ғаиләлә, балаларҙа”, – тине бер уҡыусы. Икенсеһе: “Ул тәмле итеп бешерергә тейеш”, – тип яуапланы. Шундай яуаптарҙың булыуы һоҡландырҙы.
Артабан әҫәрҙең яҡты образы – Зөләйха инәйҙең һәр ваҡыт әйтеп йөрөгән “Ҡыҙ бәхете ирҙән” мәҡәленә арналған һөйләшеү китте. Ҡатын-ҡыҙ карьера артынан нисек кенә ҡыумаһын, оло баһалар, исемдәр уға бәхет килтермәй, ә ғаилә, тормош иптәше килтерә, тигән уй барыһын да ҡәнәғәтләндерҙе.
Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы менән һөйләшеү ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Кисәлә ниндәй генә проблемалар күтәрелмәне. Йыр-моң менән барған байрам аҙағына ла килеп етте. Ҡунағыбыҙ уҡыусыларға изге теләктәрен еткереп, кәңәштәр бирҙе. Ул уҡыусылар менән осрашыуға буш ҡул менән килмәгән, бүләккә автографлы китаптар тапшырҙы. Гөлнур апайға рәхмәт әйтеп, тағы ла ҡунаҡҡа саҡырып, кисәлә ҡатнашыусылар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Уйлауымса, һәр ҡа­тын-ҡыҙ һәм һәр ир-егет “Ҡатындар” трилогияһын уҡырға бурыслы. Сөнки был китап – тормош мәктәбе.

Ундағы проблемалар, образдар, аяныслы һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар фәһем бирә, геройҙар ҡылған хаталарҙы ҡабатламаҫҡа саҡыра. БДУ-нан килгән ҡунаҡтарға Гөлфирә Гәрәева, Зифа Ишембәтова, баш­ҡорт теле уҡытыусылары – Нәғи­мә Вәлиева, Рима Яруллина, Гөлсәсәк Ғәзи­зул­линаға, Гөл­нур Миҙхәт ҡыҙы Яҡуповаға 136-сы башҡорт лицейы исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Әҙибәгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ, киләсәктә беҙҙе тағы ла “Ҡатындар” трилогияһы кеүек китаптары менән һөйөндөрөр әле, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Г. Һағынбаева,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”