RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яратҡан эш – ярты бәхет

28.02.2014 Яратҡан эш – ярты бәхет

Яратҡан эш – ярты бәхетХажиморатовтар ғаиләһе эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә, Башҡортостан, Рәсәй чемпиондарын да тәрбиәләй
Бар ергә өлгөргән, бөтә көсөн һалып ярат­ҡан эшен башҡар­ған, шул уҡ ваҡытта балаларына тейешле тәрбиә биргән ғаиләләр һоҡланыу тойғоһо уята. Шундай ғаиләләр­ҙең береһе Салауат районының Тирмән ауылында йәшәй.
Бөтә ауылға йәм өҫтәп, балҡып ултырған заманса итеп һалынған ике ҡатлы өй халыҡты, килгән ҡунаҡтар­ҙы алыҫтан уҡ үҙенә тартып тора. Урам тулы техникаға, был йортҡа һоҡланып ҡарап, хужалары менән яҡындан танышҡы, уларҙың ниндәйерәк кеше икәнен белге килә. Тап ошо маҡсат менән уларға юлландыҡ.
Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы хужалар бик йылы ҡаршы алды. Хужабикә аш-һыу бүлмәһендә ҡунаҡтарға сәй, тәмлекәстәр хәстәрләгәнсе ғаилә башлығы Юмадил Рафаэль улы менән танышыуыбыҙҙы башланыҡ.
– Үҙем тыумышым менән был ауылдан. 8-се класты тамамлағас, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡыным. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, мәктәптә ике йыл тракторсы булып эшләнем. мал тоттоҡ, әкренләп һатыу эшенең нескәлектәренә төшөнә барҙыҡ. Иң башта ауылдаштарыбыҙға он килтереп һата инек. Был эш уңышлы килеп сыҡҡас, бәләкәй генә бизнесыбыҙ яйлап үҫеп, “Таң” магазины булып формалашты, – тип һөйләп алып китте хужа.
Хәләл ефете Альбина апай иһә Шишмә райо­нынан, һөнәре буйынса бухгалтер. Тырыш хужабикә почтала ла эшләп ала, әлеге ваҡытта үҙен тулыһынса йорт эштәренә, балаларға бағышлаған.
Ысынлап та, был йортта барыһына ла эш етерлек. 12 баштан ашыу эре мал, 20-ләп һарыҡ, хатта ҡуян да аҫрай улар, ер эштәренә лә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайҙар. Хәләл көсө менән алған 2 комбайны, 2 тракторы, “КамАЗ” йөк машинаһы һәм башҡа ер эшкәртеү, бесән әҙерләү ҡорамалдары бар. “Таң” магазинына тауар килтереп, ауылдаштарын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ҙә Хажиморатовтарҙан күп көс һәм ваҡыт талап итә.
Өйҙәренә күҙ йүгертәбеҙ: бар ерҙә таҙалыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөрә. Ғаилә ағзаларының тырышлығы менән бөтә уңайлыҡтар булдырыл­ған, өй эсе заманса йыһазлан­ды­рыл­ған. Түрҙә балаларҙың “Уңыш­тар мөйөшө” эшләнгән. Бында егеттәр­ҙең фотолары, Маҡтау грамоталары, кубоктары, миҙалдары ҡуйыл­ған. Оло улдары Ридан бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Бәләкәйҙән спорт­ҡа ылыға, береһенә лә бил бирмәй, көрәш буйынса Башҡор­тостан чемпионы, Рәсәй призеры була. Вилдан менән Фидан да ағаларының юлын һайлаған. Әле бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, район һәм республика еңеүселәре. Ә кескәйҙәре Филат балалар баҡсаһына йөрөй. Бер аҙ үҫә төшкәс, ул да ағалары кеүек ҡыйыу, көслө көрәшсе булмаҡсы.
– Был донъяла ғаиләнән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ. Шуға ла улдарыбыҙҙа туғанлыҡ тойғоһон, ғаиләгә ҡарата һөйөүҙе бәләкәйҙән үҫтерергә, һәр буш ваҡытты улар менән үткәрергә тырышабыҙ. Ярыштарға ла уларҙы дәртләндерер, ярҙам итер өсөн бергәләп йөрөйбөҙ, – тип әңгәмәгә ҡушыла хужабикә.
Хажиморатовтар ғаиләһенең тырышлығына, һүнмәҫ рухына һоҡланып та, бер аҙ аптырап та ҡуяһың. “Был тиклем еңеүҙәр яуларға, эштәр башҡарырға ҡайҙан көс, дәрт алаһығыҙ?” – тигән һорауға улар:
– Үҙеңдең күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнергә кәрәк. Яратҡан эш – ярты бәхет, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Шулай уҡ ғаиләлә бөтмәҫ мөхәббәт булһа, бер-береңде аңлап, ихтирам итһәң, ауырлыҡтар, көнүҙәк проблемалар артҡа сигенеп, уңыштар йылмайыр­ға ғына тора, – тип яуапланы.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”