RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

28.02.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала үҙҙәрен ҡыуандырған яңылыҡтар, изге теләктәре менән Белорет, Йылайыр, Хәйбулла райондарында йәшәүселәр уртаҡлашты.
Ә һеҙҙең ауылда ниндәй хәлдәр, башҡаларға ла еткерерҙәй ваҡиғалар бар? Дежур телефонға (89659232000) шылтыратып, хәбәр итегеҙ.
Әлфиә БАҺАУЕТДИНОВА, Бело­рет районының Йөйәк ауыл хакимиәте белгесе:

– Һыуыҡтарға бирешмәй, ҡышты матур ғына үткәреп киләбеҙ. Әле кешеләр малына бесән ташый. Ауылда төрлө саралар ҙа ойошторолоп тора. Әле генә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата мәктәптә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” ярышы үтте, һуңынан клубта балалар ҡатнашлығында матур тамаша булды. Беҙҙең ауылдан һигеҙ кеше афған һуғышында ҡатнашҡан, 19 кеше Чечняла хеҙмәт иткән. Уларҙың барыһын да байрам менән ҡотланыҡ.
Эшебеҙҙә иһә күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләһе менән шөғөлләнәбеҙ, документтар әҙерләйбеҙ, ғаризалар ҡабул итәбеҙ, мөрәжәғәт итеүселәргә ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген аңлатабыҙ.

Әлиә СӨЛӘЙМӘНОВА, Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

– Беҙҙең Ҡашҡар ауыл советына Ҡашҡар, Исҡужа, Мәҡсүт, Ишбулды ауылдары ҡарай. Ауылдарҙа төрлө саралар ойоштороп, матур ғына йәшәп ятабыҙ. Үткән аҙнала ауыл клубында район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, урман хужалығы, ер мәсьәләһе буйынса белгестәр ҡатнашлығында Хакимиәт көнө үткәрҙек. Халыҡ күп булды, зал тулы ине. Уларҙы пай ерҙәренә ҡағылышлы, йорт төҙөү хаҡындағы һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр бушлай ер алыу мөмкинлектәре хаҡында һорашты. Йәштәр йорт төҙөп, ауылда төпләнә, тыуым да йылдан-йыл арта бара. 2012 йылда, мәҫәлән, 19 сабый донъяға килһә, 2013 йылда 21 бала тыуҙы, быйыл иһә ауыл халҡы тағы дүрт кешегә артты.
Ошо көндәрҙә мәктәп уҡыусылары ҡартатайҙарын саҡырып, матур байрам ойошторҙо. Беҙҙең ағинәйҙәр клубы ла әүҙем эшләй. Февралдә округтар араһында ойошторолған концерт та ауылыбыҙ тормошона йәм өҫтәне. Үткән аҙнала исҡужалар концерт ҡуйғайны, быныһында Мәҡсүт менән Ишбулды ауылдарының концерты буласаҡ. Күрше райондар менән дә дуҫ йәшәйбеҙ. Февралдә Ейәнсуранан ҡунаҡтар килеп, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.

Таһир Юнысов, Хәйбулла районының Әбеш ауыл хакимиәте башлығы:

– Ҡыуаныслы яңылыҡтарыбыҙ бар. Вәзәм ауылының бейеү ансамбле Баймаҡта “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының һайлау турына үткәйне, кисә Өфөлә конкурста ҡатнашып, 2-се турға үтеп ҡайттылар. Бынан тыш, 2013 йылда районда ауылдарҙы төҙөкләндереү, төрлө саралар ойоштороу буйынса “Йәнтөйәгем – Хәйбулла” акциялар фестивале булғайны, шунда гран-при яуланыҡ һәм бүләккә 200 мең һум аҡса алдыҡ. Был – беҙҙең өсөн ҙур еңеү ул.
Дөйөм алғанда, тормош һәүетемсә дауам итә. Ҡышты имен-аман сығып киләбеҙ. Быйыл ул бик ауыр булды тип әйтеп булмай. Мал аҙығы етерлек, юлдар бар. Башҡа йыл­дар менән сағыштырғанда, ҡар күп түгел, әлегә бурандар ҙа булғаны юҡ. Беҙҙең яҡта “аҡман-тоҡман” башланһа, аҙналар буйы дауам итә, юлдар ябыла, бер ҡайҙа ла сыға алмай ятабыҙ. Беҙҙең ауыл – иң төпкөлдәр­ҙең береһе, район үҙәгенән – 75, Өфөнән 660 саҡрым алыҫлыҡта ята. Яҙҙы көтәбеҙ. Иретә башлаһа, юл йөрөү ауырлаша, шуға борсолабыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”