RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ булмышыбыҙға хыянат итмәйек

28.02.2014 Үҙ булмышыбыҙға хыянат итмәйек

Үҙ булмышыбыҙға  хыянат итмәйекМилләттәрҙең күплеге буйынса беҙҙең Башҡортостанға етеүсе төбәк, Дағстандан башҡа, юҡ. Дағстан тураһында айырым әйтеү кәрәк. Уларҙа һәр ауылда айырым бер милләт йәшәй тиергә лә була, бер ауыл икенсе күрше ауылының телен белмәүе лә мөмкин. Ләкин телде белмәү уларҙа бер-береңдең ғөрөф-ғәҙәтен ихтирам итеүгә ҡамасауламай. Һәм улар, беҙҙән айырмалы рәүештә, берҙәм «Кавказ халҡы» булып һанала.
Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыу­ланыуын бер бөгөнгө көн менән генә аңлатырға тырышыу дөрөҫмө? Юҡтыр. Советтар Союзы осоронда уҡ күҙәтелә ине был күренеш. Уҡыусы сағыбыҙҙа бөтә мәктәбебеҙ менән Смоленск полкы ҡорбандарына сәскә һалырға йөрөнөк. Уларҙың ҡылған вәхшилектәре ул ваҡытта дөрөҫ һаналды, ә уларҙы ҡырған «мортазинсылар» дошман иҫәпләнде. Урамда­рыбыҙ шул полк исемен йөрөттө хатта. Күреүегеҙсә, ул йылдарҙағы хөкүмәт аҙ һанлы халыҡтарҙы милләт булараҡ юҡҡа сығарыу сәйәсәте алып барған. Уларҙың агитацион оҫталығына хайран ҡалырға ғына ҡала.
Бер бала саҡ хәтирәһе иҫкә төштө. 10-сы синыфта уҡыған саҡ булһа кәрәк (1975 йыл тирәһе), уҡытыусыбыҙ Миҙхәт Шәкүр улы Рәжәпов төп дәресен нисектер тиҙ генә бөтөрҙө лә беҙгә мөрәжәғәт итте:
– Балалар, мин хәҙер һеҙгә үҙем менән булған бер осрашыу тураһында һөйләйем, ә уны ҡабул итеү-итмәү һеҙҙең үҙегеҙҙең ҡарамаҡта. Бер йыл санаторийҙа ял иткәйнем, шунда бер сәйер кеше менән танышырға тура килде. Һөйләшеп киттек, ул үҙенең Муса Мортазиндың ординарецы булыуын әйтте. Смоленск полкы менән булған бәрелештәр тураһында ла һүҙ барҙы. Шунда мин унан: «Һеҙ ни өсөн Смоленск полкын ҡырҙығыҙ? Һеҙ бит ул саҡта «ҡыҙылдар» яғына сыҡҡан булған­һығыҙ?» – тип һораным. Уның яуабы шундай булды: «Сөнки улар беҙҙең ерҙәргә хужа булмаҡсы ине. Башҡорттарҙан көлдөләр, аҫтылар, киҫтеләр, ҡатын-ҡыҙҙар­ҙы мыҫҡыл иттеләр. Бик аҫтыртын ҡыланды улар. Беҙ, хәрби берәмек булараҡ, быларға юл ҡуйырға тейеш түгел инек. Ҡырҙыҡ беҙ уларҙы, береһенә лә ярлыҡау булманы». Уҡытыусы ул дәресте нисек тамамлағандыр, иҫләмәйем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин ул мәлдә Миҙхәт Шәкүр улын аңламаным: «Ни эшләп контрреволюционерҙарҙың шапырыныуҙарын һөйләй икән», – тигән тойғо ғына ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған, 35 йылдан һуң ҡалҡып сыҡты барыбер. Заманына күрә бик ҡыйыу аҙым эшләгән уҡытыусыбыҙ.
Тағы бер остазыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бәҙри Зиннәт улы Әбсәләмовтың, әсенеп, беҙгә шуларҙы һөйләгәне иҫтә уйылып ҡалған:
– Башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнәбеҙ, ә үҙебеҙ милләттең тарҡалыуына, юғалыуына юл ҡуябыҙ. Ҡыҙҙар, һеҙгә өндәшәм, сит милләт егеттәренә кейәүгә сыҡмағыҙ, сөнки ул сағында һеҙҙең балаларығыҙ башҡорт булмаясаҡ. Икенсе милләтте ишәйтәсәкһегеҙ. Ә һеҙ, егеттәр, үҙ ҡыҙҙарығыҙҙың ситкә китеүенә юл ҡуймағыҙ. Беҙ, башҡорттар, былай ҙа аҙ.
Бәҙри Зиннәт улының һүҙҙәренә ҡушып, шуны әйтке килә: йәш саҡта милләт айырмалыҡтары әллә ни һиҙелмәй. Олоғая килә, кеше үҙ милләте, теле, дине тураһында күберәк уйлана, балаларын да үҙ яғына ҡайыра башлай. Сибайҙағы ике туған ағайым мәрйәнән кәләш алды, бер аҙҙан, ҡәйнәһе менән һыйыша алмай, төрмәгә барып эләкте. Һаулығын ҡаҡшатып ҡайтып, бер нисә йыл йәшәне лә, үлеп тә китте. Улы, әсәһе һәм өләсәһе тәьҫирендә, христиан динен ҡабул итеп, семинария бөтөрөп, хәҙер ҡайҙалыр дин әһеле булып йөрөй. Шулай итеп, беҙ ике башҡортто ғына түгел, ике мосолманыбыҙҙы ла юғалттыҡ. Таҫма телдәргә ышанып, үҙебеҙҙе ҡушылдыҡ йәки гибрид итергә юл ҡуймайыҡ. Ситтәр барыбер беҙҙең ҡурайға бейемәҫ.
Шуныһы ныҡ әсендерә: абруйлы башҡорт ғаиләләренең ҡайһы берәүҙәрендә рус телендә генә аралашалар. Ундай ата-әсәләр балаларына тәүге һүҙҙәрҙе «атай», «әсәй» тип түгел, ә «папа», «мама» тип өйрәтә. Сит телдә һөйләшеп кенә ул милләт кешеһе булып булмай. Шунан килеп сыға ла инде милләтһеҙ мәхлүктәр. Рус өсөн барыбер «нерусский», ә башҡортса аралаша белмәгәс, башҡорттар араһында ла теләктәшһеҙ, терәкһеҙ. Үҙем иһә милләт-ара татыулыҡ яҡлы, шулай ҙа, образлы әйткәндә, «гибрид»тар берләшмәһенә ҡаршымын.

Шулай итеп...

Төрлө милләттәр тупланып йәшәгән ерҙә татыу мөнәсәбәт булдырыу бик етди мәсьәлә булып тора. Был йәһәтән беҙҙә байтаҡ тәжрибә лә тупланған һәм Рәсәй сәйәсмәндәре өсөн артабан Башҡортостан Республикаһы тәжрибәһенә таянып эш итеү отошло булыр ине, тип уйлайым. Ә милләттәрҙе бергә болғап, «Рәсәй милләте» уйлап сығарыу шул уҡ милләттәр араһында яҡлау тапмаҫтыр. Үҙ арбаһы була тороп, берәүҙең дә «дөйөм вагон»да китеп барғыһы килмәҫ.

Әхәт ИШБУЛАТОВ.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

ҡунаҡ
4 марта 2014 03:06: ҡунаҡ
Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт кешеһенә кейәүгә сыға, тип мыжып ултырғансы, ни өсөн китә икән, бәлки беҙгә үҙгәрергә кәрәктер, тигән уй башығыҙға кереп тә сыҡмаймы? Алға ҡарай бер генә аҙым эшләгеҙ әле, зинһар өсөн. Ниңә "эшһеҙлек" тип, беҙҙең ирҙәр бөлә? Ҡатындар бит юлын табып, һөт һатып булһа ла ғаиләһен туйҙырып, кейендереп йәшәүен белә.