RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киҙеүгә нисек бирешмәҫкә?

03.03.2014 Киҙеүгә нисек бирешмәҫкә?

Февраль – киҙеүҙең иң таралған осоро. Йыл һайын штамдары үҙгәреп торған зарарлы вирус бер кемде лә аямай, олоһон да, кесеһен дә аяҡтан йығып, түшәктә ятырға мәжбүр итә. Был сиргә нисек бирешмәҫкә? Ниндәй һаҡланыу саралары күрергә? Беҙҙең һорауҙарға гәзит уҡыусыларыбыҙ түбәндәгесә яуап бирҙе.

Фаягөл НАСРЕТДИНОВА,
пенсионер уҡытыусы, Илеш районы:
– Мин үҙем халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһынам. Сирләгәндә дарыу ҡулланыуҙы өнәп етмәйем, үлән төнәтмәләре эсәм. Шуға ла ваҡытым булғанда шифалы дарыу үләндәре йыям.
Минеңсә, грипп менән ауырымаҫ өсөн иммунитетты нығытырға кәрәк. Рационда витаминлы аҙыҡтар күп булырға тейеш. Вирусты юҡ итә торған йәшелсәләр – һуған, һарымһаҡты оно­тор­ға ярамай. С витаминына бай тоҙланған кәбеҫтә, кишер ашағыҙ. Даими рәүештә баландан, мүк еләгенән, лимондан яһалған морс эсеү ҙә организмды зарарлы токсиндарҙан арындырыр.
Эпидемия ваҡытында, эштә булып, өйгә ҡайт­ҡас, бер стакан йылымыс һыуға бер балғалаҡ тоҙ, бер тамсы йод һалып, танауҙы сайҡатырға. Бүлмәне йышыраҡ елләтергә.
Борсаҡ ҙурлығындағы прополисты, иртән ашап, ауыҙҙы сайҡатҡас, аҫтағы артҡы тешкә беркетеп ҡуйырға. Эпидемия ваҡытында уны көн дә ҡуйырға мөмкин. Был кәңәш айырыуса кеше менән күп аралашырға тура килгән һөнәр эйәләренә – табип, уҡытыусы, һатыусы булып эшләүселәргә ҡағыла.
Тымау башланғанда ҡара икмәктең ҡаты өлөшөн йоҡа итеп ҡырҡып алып киптерергә. Шуны яндырып, төтөнөн еҫкәргә. Башта – бер яҡ танау тишеге, унан икенсеһе менән.
Иң яҡшыһы – киҫкен репиратор вируслы инфекцияны иҫкәртеү. Эхинацея үләнен (япрағы, сәскәһе, һабағы, тамыры менән бергә ҡушып) араҡыла бер нисә көн дауамында төнәтергә. Был дарыу үләнен дарыуханала табырға мөмкин. Көнөнә биш тамсы өс тапҡыр эсергә.
Ҡабығы менән ярты лимон, бер бүлкәт һарым­һаҡты иҙеп, ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуйырға. Көн дә йоҡонан торғас ас килеш бер уртлам ҡабырға.
Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡарағай, шыршы, йә пихта, йә кедр энәһен (ҡартайған энә кәрәкмәй) оҙаҡ итеп сәйнәп төкөрөргә.

Рәйлә ЗАРИПОВА, шәфҡәт туташы:
– Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, йыл һайын киҙеүҙән вакцина яһатабыҙ. Шуға был сир менән бик ауырымайбыҙ, йоҡҡан хәлдә лә, еңел үткәрәбеҙ. Прививканы балаларыма ла яһатам.
Иммунитеты көслө кеше ауырыуға бирешмәй. Иммун системаһын йәйҙән үк сыныҡтырырға кәрәк. Минең бер ейәнем былтыр йәйгеһен ике ай буйы апайымдарҙа булды. Унда тиҫтерҙәре менән көн дә рәхәтләнеп Әй буйында һыу ингән, ҡыҙынған. Ҡайтҡас, ҡап-ҡара булып янған улымды хатта танымай ҙа торҙом. Быйыл, күҙ теймәһен, шул бала, башҡа тиҫтер­ҙәре бер нисә мәртәбә киҙеү менән ауырыһа ла, бер ҙә сирләмәне. Йыл да ангина менән ауырый торғайны. Сынығыуының файҙаһы тейгәндер, тип уйлайым.

Венера СИТДИҠОВА,
«Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе:
– Мин киҙеү менән ауырымайым тиерлек, сөнки сертификатлы БАД-тар ҡулланам. Берәй урында өшөһәм генә ауырыҡһынып алам. Ауырығанда вирусҡа ҡаршы препараттарҙы бөтөнләй эсмәйем. Сәйҙе мотлаҡ ниндәйҙер үлән, сейә, ҡайын, ҡарағат япрағы менән эсергә яратам.
Организм һау булһын, ауырыуға бирешмәһен өсөн күңел тыныслығы кәрәк, стресс сирҙе аҙҙырып ҡына ебәрә. Хоҙай ҙа бит, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Ауырыуҙан һаҡланып йөрөгөҙ, киҙеү көсәйгәндә танау-ҡулдарығыҙҙы сайҡатып торорға онотмағыҙ.

З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”