20.11.2010 Юлсыларҙың күңеле көр булһын
Хәҙер юл буйҙарында кемпинг, кафе-ашханалар күбәйгәндән-күбәйә. Шуға ла юлсыларға уларҙы һайлау-сағыштырыу мөмкинлеге ҙур.
– Беҙ Мәскәү өлкәһенән Белорет ҡалаһына китеп барабыҙ. Юлда әленән-әле тамаҡ ялғарға туҡталырға тура килә. Әммә был кафелағы кеүек тәмле аш-һыу, яҡты йөҙ менән ҡаршылаусылар һирәк, – тип фекере менән уртаҡлашты шофер Юрий Фролов.
Учалы егеттәре Рим Сәләхетдинов менән Азат Хәҙисов та шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡеүәтләне. Кафеның тәҡдимдәр кенәгәһендә лә бындай маҡтау һүҙҙәре бихисап.
Эйе, бер нисә йыл элек ҡырмыҫҡалы районының булдыҡлы эшҡыуары, «Альфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Шугаев үҙенең юл буйы кафеһын асырға ниәтләгәндә уны нәҡ шундай итеп күрергә теләгән. Заманса кафе Өфө – Белорет трассаһына ҡырмыҫҡалынан килгән юл тоташҡан урында урынлашҡан. Әлбиттә, ул Рәмил Әнәс улының шаҡтай киң эшҡыуарлыҡ даирәһенең бер йүнәлеше генә булып тора.
Кафеға килеүселәрҙе ҡунаҡ көткән кеүек яҡты йөҙ менән ҡаршылайҙар. Күркәм интерьер, таҙалыҡ, матур һауыт-һаба – бөтәһе лә йорт йылыһын тыуҙыра. Меню бай. Төрлө салаттар, ҡайнар аштар, төрлөсә тәмләндереп бешерелгән ит һәм балыҡ ризыҡтары, сәй, ҡәһүә, хуш еҫле эсемлектәрҙең йәнең теләгәнен һайларға мөмкин. Өҫтәлдәрҙән йыл әйләнәһенә йәшелсә-емеш өҙөлмәй.
Администратор Мөнирә Ғүмәрова, ашнаҡсылар Лариса Ғәлиуллина, Зөлфиә Ниғмәтуллина, уларҙың ярҙамсылары Юлия Васильева, Наталья Горланова аш-һыуҙы ҙур оҫталыҡ менән әҙерләйҙәр. Һауыт-һаба йыуыусылар Венера Костина менән Юлия Кузьмина, йыйыштырыусы Галина Дмитриева ла үҙ эшен намыҫлы башҡара.
– Ғәҙәттә, руль артындағы кеше арып-талсығып туҡтала, тамаҡ ялғап, хәл алырға теләй. Шуға ла юлсыларҙың өмөтөн аҡларға тырышабыҙ, – тип фекере менән уртаҡлаша Рәмил Шугаевтың тормош юлында ла, бизнес өлкәһендә лә ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлаған йәмәғәте, бар эштә лә ышаныслы ярҙамсыһы Әлиә Фәрит ҡыҙы.
Кафе юлсыларҙың да, ғөмүмән, ҡырмыҫҡалыларҙың да яратҡан урынына әүерелгән. Уның бик күркәм ҡунаҡ залы бар. Бында байрам табындары, тантаналы кисәләр йыш үтә. Әле Яңы йыл кисәһен үткәреүгә бик күп заявкалар бирелгән. Шуға кафе коллективына байрамдарҙы ла йыш ҡына эштә үткәрергә тура килә. Уның ҡарауы, уларҙың хеҙмәте кешеләр өсөн бик тә кәрәкле.
– Юлсыларҙың тамағы туҡ, күңеле көр булырға тейеш. Был юлдарҙағы именлеккә лә ыңғай тәьҫир итә, – тип хаҡлы әйтә үҙе лә күп ваҡытын юлда үткәреүсе эшҡыуар Рәмил Шугаев.
Земфира ХӘКИМОВА.
ҡырмыҫҡалы районы.
Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотолары.