RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаһармандарға – яҡты йөҙ

28.02.2014 Ҡаһармандарға – яҡты йөҙ

Ҡаһармандарға – яҡты йөҙМостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – ил һаҡсыларын ҡабул итте. Араларында “Любэ” төркөмөнөң билдәле “Батяня-комбат” йырындағы геройҙың прототибы, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Александр Петрович Солуянов та бар ине. Башҡортостан Республикаһының “Диңгеҙ йыйылышы” ойошмаһы тарафынан үткәрергә тәҡдим ителгән был осрашыу Рәсәй ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулған көндәрҙә бигерәк тә әһәмиәтле. Ҡәҙерле ҡунаҡтар тәүҙә синыфтар буйлап йөрөп, мәктәп менән танышты. Һәр класта уларҙы ҡыҙыҡһынып, төрлө һорауҙар яуҙырған уҡыу­сылар ҡаршыланы. Балаларға хәрбиҙәрҙең ҡайҙа уҡыуы һәм хеҙмәт итеүенән башлап яурындарындағы йондоҙҙарҙың, күкрәктәрендәге орден-миҙалдар­ҙың ниндәй шарттарҙа, нисек тағылыуына тиклем ҡыҙыҡ булды. Артабан офицерҙарҙы гимназияның тантаналар залына алып киттеләр.
Сәхнә түрендә урынлашҡан ҡунаҡтар янында белем усағының үҙ геройҙары – уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадалар һәм конкурс­тар еңеүселәре урын алыуы шатлыҡлы күренеш. Мәҫәлән, Кристина Осипова – Рәсәй шашка турнирҙарында еңеү яулаған ҡыҙ, Элина Әлимбаева – гимназияның иң яҡшы бейеүсеһе, Арыҫлан Ярмуллин, Марсель Шәрәфет­динов, Алина Туҙбәкова – уҡыу алдынғылары.
– Нисек герой булырға? – тигән һорау бирҙеләр Александр Петровичҡа.
– Һәр кемдең ҡаһарман булып китергә мөмкинлеге һәм хаҡы бар. Мин быға оҙаҡ барҙым. Берен­сенән, бала саҡтан уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағымды белә инем – Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы дөмбәҫләгән олатайым яҡшы үрнәк булып торҙо.
– Һәр кемебеҙ тыуған ил алдындағы бурысын ҡайтара ала. Бының өсөн егеттәргә әрме хеҙмәтен үтергә, ә ҡыҙҙарға илде яҡлаясаҡ улдар тәрбиәләргә кәрәк, – тип ҡушылды уның һүҙҙәренә Денис Лазарев. Ул Афғанстандағы мәхшәрҙә ҡат­наш­ҡан, тыуған илде һаҡлауға 28 йыл ғүмерен биргән кеше.
Офицерҙар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Шишмә райо­нында тыуып үҫкән Евгений Гри­горьевич Исаев Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт иткән, хәҙерге көндә Өфө ҡалаһының Киров райо­ны буйынса хәрби комиссариатта эшләй.
Һуғыш ветерандары бөгөнгө йәштәрҙәге илһөйәрлек рухы хаҡында ла фекер йөрөттө. Уларҙың әйтеүенсә, замана йәштәрен рухһыҙлыҡта ғәйепләргә ярамай, кәрәк булһа, ҡорал алып тыныс күкте яҡларға сығырға әҙерҙәр. Ҡунаҡтарҙың һүҙҙәрен иҫбатлағандай, гимназист Ислам Зөлҡәрнәев патриотик рухтағы йыр бүләк итте. Офицерҙар үҙҙәре лә күстәнәсһеҙ килмәгән – “Диң­геҙ йыйылышы” ойошмаһы исеменән улар һәр уҡыу алдын­ғыһына тельняшка тапшырҙы.
Әйткәндәй, бындай осрашыуҙар был көндө ҡаланың тағы ла алты мәктәбендә барҙы. Үҫеп килгән быуын Афғанстан һуғышының ҡорбандарын да, ҡаһармандарын да белеп үҫергә тейеш, тип иҫәпләй осрашыуҙы ойоштороусылар – “Диңгеҙ йыйылышы” етәксеһе Юлай Моратов һәм гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева.

М. АСҠАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”