RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Волонтер булыу бик шәп!» –

21.02.2014 «Волонтер булыу бик шәп!» –

«Волонтер булыу бик шәп!» –ти Санкт-Петербург дәүләт университеты студенты Байрас Мәһәҙиев
Хәҙерге заманда Олимпия уйындары һымаҡ ҙур спорт сараларын волонтер­ҙарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Сочиҙағы Олимпиадала эшләгән 25 мең ирекмән араһында Өфө егете Байрас Мәһәҙиев та бар. Санкт-Петербург дәүләт университетының 3-сө курсында уҡыған егет быға тиклем ике тапҡыр – халыҡ-ара юридик һәм иҡтисади форумдарҙа ҡатнаш­ҡан. Былтыр Сочиға волонтерҙар кәрәклеге тураһында ишеткәс тә ул үҙен йәнә һынап ҡарар­ға була. Байрасҡа бер нисә этаптан торған етди һайлап алыу аша үтергә тура килә. Айырыуса инглиз телендә аралаша белеүгә иғтибар көслө, төрлө тренингтар ҙа үткәрелә. Уларҙа буласаҡ волонтерҙарға бурыстарын аңлат­ҡандар, үҙҙәрен нисек тоторға өйрәткәндәр.

Волонтер һүҙе латин теленән ирекмән тип тәржемә ителә, йәғни үҙ теләге менән ярҙам итеүсе. Был хәрәкәт тәү башлап XIX быуатта Америкала барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә иһә һуңғы ваҡытта волонтерлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Ирекмәндәр төрлө эштәргә йәлеп ителгән: аэропортта спортсыларҙы ҡаршы ала, сит ил делегацияларын оҙатып йөрөй, транспорт хәрәкәтен көйләй, стадиондар­ҙа ярыштар үткәреүгә ярҙам итә, тәржемәләр яһай.
Байрас «Лаура» исемле саңғы-биатлон комплексының контроль-үткәреү пунктында эшләй. Бер көн спортсыларҙың пропускыларын тикшерһә, иртәгәһенә матбуғат үҙәгенә килеүселәрҙе үткәрә. Был эштә иң мөһиме – иғтибарлы һәм һәр кемгә ярҙам­ға килергә әҙер булыу. Волонтерҙар Олимпиаданың йөҙө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Байрастың саңғы-биатлон үҙәгенә эләгеүе осраҡлы түгел. Ул Өфөләге 39-сы гимназияла уҡыған сағында уҡ «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнгән. 2009 йылда Өфөлә йәштәр араһында уҙғарылған биатлон буйынса Европа чемпионатында волонтер булып эшләгән.
Байрас үҙе әйтеүенсә, Сочиҙағы эш графигы йыш ҡына ярыштарҙы ҡарарға мөмкинлек бирмәй. Әммә минең быға иҫем китеп бармай, ти ул. Олимпиаданы үткәрешергә ярҙам итеү, шундай ҙур тарихи ваҡиғала үҙеңдең кәрәклегеңде һәм файҙалы булыуыңды тойоу күпкә ҡиммәтерәк һәм баһалыраҡ, тип иҫәпләй.
Был йомала Олимпия уйындары тамамланасаҡ. Байрас Мәһәҙиев ҡабатланмаҫ тәьҫораттар, йылы тойғолар менән ҡайтыр­ға йыйына. Үҙебеҙҙең команда өсөн янып-көйөүҙәр, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған волонтерҙар менән танышыу, көтөлмәгән осрашыуҙар – бына ошолар иң ҡәҙерлеһе уға. Билдәле спортсылар Антон Шипулин, Мартен һәм Симон Фуркадтар, Максим Чудов, Александр Тихонов менән төшкән фотолар ғүмерлеккә иҫтәлек булып ҡаласаҡ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”