21.02.2014 Улым уйнаймы тиһәм... Үҙем икән!
Бөгөн ял: бер ҡайҙа барырға ла, ҡабаланырға ла кәрәкмәй. Көнө лә шундай йылы, әйтерһең дә, ғинуар айы түгел, март. Теләр-теләмәҫ, иренеп кенә күктән ҡар бөртөктәре төшә. Уйҙарға батып, ҡабаланмай ғына кәртә-ҡура тирәһендә болғанам. Уйҙарымды улымдың тауышы бүлде:
– Атай!
– Әү, улым? артымда Заһит тора.
– Һинең ваҡытың бармы?
– Юҡ, улым, – һиҙеп торам, ҡарҙа соҡонорға саҡырырға уйлай.
– Ярай, улайһа, һырғалаҡ эшләргә Айтуған ағайҙы саҡырайым, – тине лә улым, күрше йәшәгән Айтуған ағаһына китте.
– Атай! – мине һиҫкәндереп, улым тағы уйҙарымды бүлде.
– Нимә, улым? – тим.
– Ярҙам ит инде, Айтуған ағай өйҙә юҡ! – улымдың кәйефе төшкән.
«Ярай, – тип уйлайым, – бер ярты сәғәт ярҙамлашмаһам, булмаҫ, шунһыҙ ҡотолоп булмаҫ был йәбешкәктән».
Яурындарға көрәктәрҙе һалып, икәүләп картуф баҡсаһының арғы осона киттек. Унда һәр ҡыш һайын ел-буран метр-метр ярымлыҡ көрт өйөп һала. Теләр-теләмәҫ кенә башлаған эш яйлап, һиҙҙермәй генә үҙенә ялмап алды. Ваҡыт төшөнсәһе беҙҙең өсөн юҡҡа сыҡты, ҡарҙы өйәбеҙ ҙә өйәбеҙ. Тегеләй-былай ғына түгел – ә улымдың өйҙә үк әҙерләгән һыҙма планы буйынса. Биллаһи, тип әйтәм, бындай мауыҡтырғыс ҡар эшен инде 35 – 40 йыл башҡарғаным булмағандыр. Улымдан да бигерәк, ләззәтте үҙем күберәк кисергәнмендер. Был нимә килеп сыға һуң әле? Иллене уҙған ир өсөн был кисерештәр баштағы «шөрөптәрҙең теүәл булмауын» күрһәтә түгелме? Уйлана торғас, шундай фекер барлыҡҡа килде: балаға уйынсыҡ йә уйын һайлағанда күберәген үҙебеҙгә оҡшағанын һайлайбыҙ. Был осраҡта уйынды мин һайламаһам да, улымдың сценарийы менән тулыһынса ризалашып, бар булмышым менән бирелеп уйнаным.
Шулай итеп, шундай һығымта яһағы килә: баланы уйнатыу һылтауы менән, улар менән бер аҙ булһа ла үҙебеҙ ҙә уйнап ҡалабыҙ икән! Олоғайһаҡ та, күпмелер дәрәжәлә үҙебеҙ ҙә бала булып ҡалабыҙ. 6 йәшлек балам миңә бер көн эсендә бер түгел, ике һабаҡ бирҙе. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ генә ҙур, аҡыллы булып ҡыланмайыҡ, ә балаларҙың хәбәренә лә ҡолаҡ һалайыҡ, улар ҙур иғтибарға лайыҡ.
Әхәт ИШБУЛАТОВ.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.