20.11.2010 Социаль реклама кәрәк!
Беҙҙең тормошто нимә изгелекле, саф, бәхетле итә? Әлбиттә, имен йәшәү, яҡшы эш хаҡы, сәләмәт ғаилә, һәйбәт яңылыҡтар, илдәге тыныслыҡ. Әммә беҙ йәмғиәттә осраған ҡайһы бер факторҙарға, атап әйткәндә, йәшәйешебеҙҙең «ҡара» яғына күҙ йомоп ҡараған һымаҡбыҙ. Подъездағы бысраҡты, юл һәләкәттәрен, ташландыҡ балаларҙы, наркоманияның шашыныуын һәм башҡа шундай күренештәрҙе хәҙер инде ғәҙәти тип ҡарайбыҙмы? Кешене нисек уларға етди иғтибар итергә, ошо афәттәр тураһында уйланырға, фәһем алырға өйрәтергә һуң? Беҙҙең мөхиткә һуңғы йылдарҙа ғына социаль реклама тигән төшөнсә килеп инде. Тап ул үрҙәге бәләләр барлығын онотмаҫҡа саҡыра ла.
Республикала ошо йәһәттән байтаҡ эш башҡарыла, урамдарҙа, гәзит-телевидение аша ла социаль реклама менән танышыу форсаты бар. Өфөлә бына алтынсы йыл инде «ҡала социаль рекламаһына – эйе!» фестивале үтә. Шуны билдәләргә кәрәк: сара ҡунаҡтары, конкурсанттар әйтеүенсә, ул күптән республика сигенән сыҡҡан. Быйылғы фестивалдең ижади девизы «ҡысҡырып әйтелгән уй» («Мысли вслух») тип атала ине, сарала ҡатнашыусыларҙың социаль реклама аша үҙҙәрен борсоған уйҙарын асыҡтан-асыҡ әйтеп бирә алыуы күҙ уңында тотолдо.
Конкурсҡа туғыҙ номинация буйынса 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Шуларҙың яртыһы тиерлек – профессиональ реклама берлектәре вәкилдәренеке. Шул уҡ ваҡытта ҡатнашырға теләк белдергән уҡыу йорттарының һаны ла күбәйгән, дөйөм студент проекттары 200-гә еткән. Әйткәндәй, фестивалдә баш ҡала ижадсылары ғына түгел, ә Учалы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Күмертау кеүек республика ҡалалары, Рәсәйҙең Владимир (даими ҡатнашыусы), Екатеринбург, Силәбе, Омск, Белоруссияның Минск, Могилев, Светлогорск ҡалалары вәкилдәре лә сығыш яһай.
Фестивалдең төп «геройы» социаль реклама булһа ла, сара ошо юҫыҡтағы күргәҙмәнән генә тормай. Был юлы «Гражданин Р.» тип аталған социаль журналдың, ҡала үҫеше йәмәғәт фондының социаль проекттарының, «Ораторлыҡ сәнғәте мәктәбе»нең исем туйы ла үтте. Бынан тыш, Булат Йосоповтың кино мәктәбе фестивалгә килеүселәр ҡатнашлығында видеороликтар төшөрҙө, «СТС» компанияһы «Әйт!» тигән проектын тәҡдим итте, «Мегафон» да сара программаһына үҙ өлөшөн индерҙе.
Фестивалгә йыл һайын абруйлы ҡунаҡтар ҙа килә. Улар, ҡағиҙә булараҡ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Быйыл бындай бәхет Юғары иҡтисад мәктәбенең «Реклама» специальносы буйынса кураторы Сергей Долгов менән «Лайм» Мәскәү халыҡ-ара социаль реклама фестивале кураторы Владимир Добровинскийға «йылмайҙы».
Тағы бер Мәскәү ҡунағы фестивалдең почетлы жюри рәйесе, Юғары иҡтисад мәктәбе доценты Гюзелла Николайшвили һүҙҙәренсә, был сара алға ныҡлы ғына аҙымдар яһаған, илдең баш ҡалаһы кимәленә сыҡҡан, тип ышаныслы әйтеп була. Тәҡдим ителгән эштәрҙең кимәле үҫкән, фестивалдең географияһы ла киңәйә бара.
Сергей Долгов иһә миҫалға ҡыҙыҡлы сағыштырыуҙар килтерҙе. Уныңса, Рәсәйҙә социаль реклама әле яңы һөйләшергә, атларға, һүрәт төшөрөргә өйрәнеп килгән бала ғына, ә Европала – өлкән граждан. Хәҙер беҙгә ошо төр рекламаның һөҙөмтәлелеген баһаларға өйрәнергә кәрәк.
– Мин Өфөлә инде алтынсы тапҡыр социаль рекламаға арналған фестиваль үтеүен белеп, аптырап ҡалдым. Ул республика сигенән дә сығып киткән, – тип ғәжәпләнеүен белдерҙе «Гражданин Р.» журналының генераль директоры Василий Беда. – Ошондай фестивалдәр булғанда, Рәсәй йәшәйәсәк.
Һәр конкурс аҙағы еңеүселәрҙе тәбрикләү менән тамамлана. Алтынсы «ҡала социаль рекламаһына – эйе!» фестиваленең иң юғары баһаһын «Уфанет» компанияһы алды. Уның «Балалар – беҙҙең киләсәк» исемле байрам сценарийы гран-приға лайыҡлы тип табылды.
– Был фестиваль төбәк-ара сараға әйләнде, хәҙер әлеге проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының да ҡатнашыуын хәл итәсәкбеҙ, – тине еңеүселәрҙе ҡотлағанда ошо ведомство етәксеһе Борис Мелкоедов. Әйткәндәй, фестиваль идеяһы авторы Марат Ғәзизов – хәҙер уның урынбаҫары.
Фестивалдең тағы бер йолаһы бар: русса яңғырашы «Городская СРеДА!» булғанлыҡтан, ул мотлаҡ шаршамбы көнө үтә. Сара тамам. Конкурста һайлап алынған эштәр тиҙҙән сағыу плакат булып ҡала урамдарына эленер, киң мәғлүмәт сараларында сағылыш табыр, һөҙөмтәһе лә булыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
А. ЗИННУРОВА.