RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

07.02.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала үҙҙәрен ҡыуандырған яңылыҡтар, изге теләктәре менән Бәләбәй, Балтас, Архангел райондарында йәшәүселәр уртаҡлашты.
Ә һеҙҙең ауылда ниндәй хәлдәр, башҡаларға ла еткерерҙәй ваҡиғалар бар? Дежур телефонға (89659232000) шылтыратып, хәбәр итегеҙ.

Маргарита Ткач, Бәләбәй районы:
– Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ЗАГС бүлеге асылды. Хәҙер никах, бала тыуыу, үлем тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн ҡалаға барырға кәрәкмәй. Әммә ЗАГС буйынса архив белешмәләре талап ителгәндә Бәләбәй ҡалаһындағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауыл кешеләре, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ике ерҙә лә никахтарын теркәй ала.
Бөгөнгө көндә, документ юллап, Приют ҡасабаһындағы ЗАГС бүлегенә 30-ҙан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. 11 балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тап­шырыл­ған. Районда ике ЗАГС бүлеге булдырылыуы ғаилә хәлдәре тураһындағы документтарҙы теркәүселәрҙең эшен дә еңеләйтә, сираттарҙы ла кәметә.

Рифина НИҒӘМӘЙЕВА, Балтас районының Иҫке Балтас ауылы:
– Беҙҙең районда һуңғы ике йылда ундан ашыу балалар баҡсаһы асылды. Күптән түгел Иҫке Уразай ауылында ла, ике йыл ябылып торғандан һуң, «Һандуғас» балалар баҡсаһы кескәйҙәр­ҙе ҡабул итте. Ике йыл элек был учреждение ремонтҡа ябылғас, ауылда тынлыҡ урынлашҡандай тойолдо. Замана балаларының әҙерлек менән мәктәпкә килеүен талап иткән осорҙа балалар баҡсаһының роле баһалап бөткөһөҙ. Ата-әсәләр Бигилде ауылынан да балаларын йөрөтә. Бинаға заманса ремонт үткәрелгәс, барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған – йылы иҙән йәйелгән, йылы һыу бар. Киләсәктә бында сабыйҙар файҙалы һөнәрҙәргә өйрәнер, һәләтен асыр һәм үҫтерер. «Һандуғас»та күңелле ығы-зығы бер ҡасан да тынмаһын ине, тип теләге килә.

Андрей САРЫЧЕВ, Архангел районының Ырныҡшы ауыл хакимиәте башлығы:
– Ниһайәт, беҙҙең Ырныҡшы ауылына ла «зәңгәр яғыулыҡ» килеп етте. Утын әҙерләп ыҙалан­ған, цивилизация уңайлыҡтары хаҡында хыял­лан­ған ауыл халҡы өсөн был ваҡиға ҙур ҡыуаныс. Әлеге көндә 256 йорттан 36 ғаилә газ үткәртте. Февраль аҙағына тиклем 75 ғаилә әлеге уңайлыҡтар менән ҡулланасаҡ. Йәйгә социаль объекттар ҙа «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа күсәсәк. Ауыл эсендә 9 саҡрым оҙонлоғонда газ торбалары һалынды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 23 миллион һум сарыф ителде. Газ үткәргесте монтажлау эштәрен Ишембай вәкилдәре башҡарҙы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”